RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кәзәне кем ашаған?

05.10.2012 Кәзәне кем ашаған?

Кәзәне  кем ашаған?
йәки Әзекәй ауылында билдәһеҙ хайуан бер ғаиләнең 19 баш кәзәһен тамаҡлап сыҡҡан
Яңыраҡ үҙәк телевидение каналдарының береһендә Силәбе өлкәһендәге бер ауылда билдәһеҙ йәнлектең йорт хайуандарын үлтереп сығыуы тура­һында сюжет күрһәткәйнеләр. Ошондай уҡ хәл яңыраҡ Белорет райо­нының Әзекәй ауылында ла булды.
Иртәнсәк йорт хужаһы Рәфис Зиннәт улы Ғиззәтуллин кәзәләрен сығарырға тип артҡы кәртәгә сыға. Әммә уны ҡот осҡос күренеш ҡаршы ала: бөтә кәзәләре лә пулеметтан атылған кеүек тәгәрәп ята. 19 баш малды нимәлер тамаҡлап сыҡҡан.
Әлбиттә, был хәл йәшереп ҡала торғандарҙан түгел. Бөгөн уларҙыҡын тамаҡлағандар, иртәгә икенсе кешенең кәртәһендә шул уҡ хәл булыуы ихтималлығын күҙаллап, башҡаларҙы ла иҫкәртеү, сара күреү маҡсатында беҙҙе саҡырҙылар.
Шул көндө үк Әзекәйгә юлландыҡ. Ғиззәтуллиндарҙың өйө ауылға төшкән юл буйында, әллә ни ситтә лә түгел. Мал торған кәртә урам яғынан ел үтмәҫлек итеп кәртәләнгән, ә картуф баҡсаһы яғында – рәшәткә. Йыртҡыс ошо яҡтан үткәндер, күрәһең. Быға тиклем бикләнгән мал эргәһенә эттәр ингәне булмаған. Шуға ла көн һайын кисен кәзәләрҙе ошо кәртәгә бикләр булғандар.
Кәзәләр торған урын Мамай яуы яланын хәтерләтә. Йән биреп өлгөрмәгән өс кәзәне сала һалғандар, тағы ла яралы өсәүһе бар, улар­ҙы ла салырбыҙ, мал булмаҫтар, ти йорт хужаһы.
Кәзәләр төркөм-төркөм булып йөрөй. Шуға ла көн дә уларҙы айырып маташмаҫ өсөн Таң­һылыу Баса­риева малын Ғиззәтул­линдарҙың кәзәләре менән бергә тотҡан: 19 баштың алтауһы – уларҙыҡы.
Бәләгә тарыусылар кәзәләрҙе ҡала сүплегендә тереклек иткән һәм ундан ашыу эттән торған өйөр тамаҡлаған тип иҫәпләй. Былтыр әзекәйҙәрҙең туғыҙ баш кәзәһен тәләфләгәндәр, шулай уҡ ҡаҙҙарҙы ла сүпләп ыҙалаталар икән. «Былтыр ете ҡаҙымдың башына еттеләр», – ти Таңһылыу Басариева.
«Кәзә – үрсемле мал. Ит кәрәк саҡта тиҙ генә һуйып ебәрә инек. Йәй буйы ҡымыҙынан да өҙөлмәнек. Хәҙер шыпа кәзәһеҙ тороп ҡалдыҡ», – ти хужабикә Ғилмиә Фәтхетдин ҡыҙы.
Эттәр өйөрөнөң ҡырағайлашыуы малға ғына түгел, кешегә лә хәүеф тыуҙыра. Быйыл йәй бесәндән ҡайтып барған Азалия Мостафинаны уратып алғандар, ҡыҙ өйөрҙән саҡ ҡасып ҡотол­ған. Сәйфулла Таһиров ат эҙләп йөрөгәндә эттәр һөжүменә дусар була, ҡулындағы йүгәне менән һелтәнеп, саҡ ҡыуып ебәрә. Эттәр, ысынлап та, бөгөн кеше ғүмеренә лә хәүеф тыуҙыра. Яңы уҡыу йылы башланды, Әзекәй ауылынан да балалар ҡалаға йөрөп уҡый. ҡоторған, ҡырағайлаш­ҡан эттәр уларға йәбешмәҫ тип кем әйтә ала? Әлбиттә, сүплектә тереклек итеүсе эттәр буйынса сара күрергә ваҡыт.
Кәзәләр «эше» буйынса бер нисә һунарсыға мөрәжәғәт итеп, уларҙың фекере менән ҡыҙыҡһындым. «Был бүре булыуы ла ихтимал, сөнки көҙ улар балаларын һунарға өйрәтә. Урманда ҡош-ҡорт аҙ, шуға ла ауылға инеүҙәре бар. Бүре көтөүгә инеп алһа, ҡомарланып китеп, бөтәһен дә тамаҡлап сыға. Шаһиттар ҡалдырмай, тип әйтергә лә була. Бүре килгәндә эт өрмәй, боҫа. Ә эттәр бер нисәне йыҡһа ла, 19 башҡа тейеүҙәре икеле», – тип аңлатты улар.
Шунда уҡ эҙҙәр буйынса ла билдәләргә булыр ине, тик бәләнән юғалып ҡалған хужалар ул хаҡта уйламаған, күрәһең.
Эттәр мәсьәләһе бер Әзекәй ауыл хакимиәтенең генә баш бәләһе түгел. Әммә зарланыуҙан ары үтмәйбеҙ шикелле.
Берәҙәк эттәр мәсьәләһен нисек хәл итеүҙәре тураһында Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Замир Таһир улы Әхмәтйәнов түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Берәҙәк эттәр буйынса ҡалала махсус ойошма бар. Тик сүплектәге хайуандарҙы тотоуы ауыр. Сөнки улар машинаны күрһә, әллә ҡайҙан ҡаса. Ә һунарсыларға уларҙы атыу тыйыла. Яңыраҡ был мәсьәлә район хакимиәтендәге кәңәшмәлә лә күтәрелде. Әзекәйгә эттәр ҡала сүплегенән килә. Унда төрлө тоҡомло эттәр йыйылған, араларында эре кәүҙәлеләре лә бар, яҡын ебәрмәйҙәр. Берәҙәк бесәй-эттәрҙең артыуына кеше факторы ла йоғонто яһай. Яҙ баҡсасылар, йәй ял итергә килеүселәр, ҡыҙыҡ күреп, эт, бесәй ала. Ә көҙөн фатирҙарына алып ҡайтмай, ташлап китәләр. Ошо эттәр бер йылда ҡырағайлаша. Был йүнәлештә эш алып барыла, тик закондан аша атлай алмайбыҙ.

Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.











Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»