RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баланы яңғыҙ тәрбиәләү еңелме?

05.10.2012 Баланы яңғыҙ тәрбиәләү еңелме?

Ни өсөн аталар балалары тураһында онота? Аталы бала − арҡалы, инәле бала − иркәле, тиһәләр ҙә, тормошта күп кенә бала өсөн ата-әсәнең икеһе лә терәк булмаған осраҡтар күп. Ата менән әсә айырылышҡан хәлдә ата кешенең бәғер емеше, уны тәрбиәләүҙә ҡатнашыу, матди яҡтан ярҙам күрһәтергә кәрәклеге тураһында онотоуы борсоуға һала. Бында инде бөтә ауырлыҡ тик әсәнең генә иңенә төшә.
ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, улар, ғөмүмән, тормош ауырлыҡтарына зарланырға яратмай. Лилиә лә ана шундайҙарҙан. Ғәҙелһеҙлек өсөн генә йәне көйә уның. Бынан бер нисә йыл элек ул тормош иптәше менән айырылыша. Сәбәбе − эскелек, эшләп алынған аҡсаның да кәйеф-сафа ҡороп, эсеүгә тотонолоуы, ғауға ҡуптарыу. Эш бында айырылышыу сәбәбендә лә түгел. Килешеп йәшәй алмаған ғаиләләр бөгөн күп тарҡала. Тик балалары тураһында бөтөнләй онотоу үҙҙәрен ирмен тип йөрөгән кешеләргә бөтөнләй килешмәгән эш. Лилиә иһә балаһына ата һөйөүен дә, әсә наҙын да бирергә тырыша. Ә балаһы − ғәзиз йән киҫәге күңелендә ниндәй хис-тойғолар кисереүен һөйләп бармай.
Шулай уҡ законлы рәүештә билдәләнгән алиментты, бала ҡарау өсөн түләнергә тейешле аҡсаны түләүҙе лә кәрәкле тип тапмай атай кеше. Ә бит бөгөн матди хәл бик мөһим роль уйнай. Балалар баҡсаһы, мәктәп, дауахана − ҡайҙа барма, йә быныһына, йә тегенеһенә аҡса кәрәк. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына урынлаштырыу өсөн 2−4 мең һум иғәнә түләү талап ителеүе береһенә лә сер түгел. Ә бала баҡсаға йөрөй башлағас инде, төп түләүҙән тыш, төркөмгә мебель алырға 1-шәр мең һум аҡса тапшырырға, көнкүреш химияһы әйберҙәре алырға, унан башҡа тәрбиәселәрҙе байрам менән ҡотлау өсөн 100-әр һум аҡса йыйырға кәрәк. Мәҫәлән, урам һепереүсе лә бит беҙҙең йорт алдарын ялт итеп ҡуя, табип та ошо уҡ балаларҙы һауыҡтыра, Лилиәнең үҙе кеүек кешеләр ҙә балаларҙы тәмле-тәмле аштар менән һыйлай. Ни өсөн һуң уларҙы ла бүләктәргә күммәйҙәр? Ә уҡытыусыларҙы эштәре өсөн бүләкләргә кәрәк. Уларға сәскә менән генә рәхмәт белдерелмәй хәҙер, ә байрам һайын һауыт-һаба, биҙәүестәр, көнкүреш техникаһы алып биреү ҡағиҙәгә әйләнә бара. Юҡ, бөтә уҡытыусы һәм тәрбиәселәр ҙә улай түгел, рәхмәт һүҙҙәренә ҡәнәғәт булып, бөтә балаларға ла бер үк төрлө белем биреүселәр күп. Бында уларҙы ғәйепләү дөрөҫ тә түгелдер. Быны бит беҙ үҙебеҙ, ата-әсәләр, шулай уйлап сығарған. Тик бүләкте ҡабул итеүсе тәрбиәсе, уҡытыусылар һәм был идеяны күтәреп сыҡҡан ата-әсәләр бик әҙ эш хаҡы алған, яңғыҙ бала тәрбиәләп, алимент ала алмаған яңғыҙ ата-әсәләр тураһында ла онотмаһын ине, ти Лилиә.
Ә ул балаһын ҡарай алырлыҡ аҡса эшләй алмаймы ни, тиер бәғзеләр. һуң ике-өс эштә эшләүселәр ҙә бар. Лилиә лә мәктәптә ашнаҡсы булып эшләп, 6 мең һум тирәһе эш хаҡы алыуҙан тыш, бер офиста һәм ике подъезда иҙән йыуып, 2 мең һум тирәһе өҫтәмә аҡса эшләй. Хәҙер сығымдарҙы иҫәпләйек инде, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 2500 һум, мәктәптә баланың туҡланыуы өсөн мең һумдан ашыу, юлға 700 һум тирәһе − барлығы 4200 һум, ә ҡалған 3800 һумы аҙыҡ-түлеккә китә. Ярай әле ит, картуф менән ауылдан ата-әсәһе тәьмин итеп тора. Бәхетенә күрә, оҙаҡламай ул ҡала заводтарының береһенә урынлашыр­ға йөрөй, унда эш хаҡын да күберәк вәғәҙә итәләр. Быға тиклем яҡшыраҡ хеҙмәт хаҡы булған эш урынына бара алмауының да сәбәбен аңларға мөмкин. Балаһы балалар баҡсаһына йөрөгәндә сәғәт алтыға тиклем алыр­ға кәрәк, шәмбе, йәкшәмбе − ял. Сабыйҙы ҡайҙа ҡалдыраһың? Шулай ҙа бала иртә өлкәнәйгән, әсәһе икенсе эшкә киткәндә, үҙе сәй ҡайнатып эсергә лә, тамағына йылытып ашарға ла, әсәһенә өй эсендәге хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә лә өйрәнгән. ҡыҙына башҡа балаларҙыҡы кеүек затлы әйберҙәр кейҙерә алмағанына йәне әрней, ярай ғәзизе, әсәһенең хәлен аңлағандай, әллә нимәләр һорап аптыратмай. Ә ата кеше был хаҡта уйлап та бирмәй. Ул бит, ҡыҙыма кейем, уҡырға китаптар, юл йөрөргә аҡса кәрәк, ҡыҙым ауырымаймы, баҡсанан ваҡытында барып алырға кәрәк, тип борсолмай ҙа.
Алименттарға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Лилиә, әлбиттә, суд приставтарына мөрәжәғәт итеп тора. Айырылышыуҙарына алты йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, элекке ире һаман рәсми ойошмала эшләмәй, ә тегеләй-былай «шабашка»ла аҡса эшләп көн күрә. Лилиә әсәләрҙе яҡлаусы закондың бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып ҡарай. Өс айҙан артыҡ алимент түләнмәһә, енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ғариза яҙа, әммә бында уның кире яғы ла бар, алиментсы 50 һум түләһә лә, енәйәт эше ябыла. Ир ҙә өйөнә полиция килеү менән 500 − 900 һум аҡса бирә лә ҡотола. Был дөрөҫ түгел. Алимент эш хаҡының 25 проценты күләмендә түләнергә тейеш, тигән ҡағиҙә менән дә килешмәй Лилиә. Ире дүрт ай 900 һумды даими түләй. Был урта йәштәрҙәге һап-һау ир 3600 һум алып эшләгән тигән һүҙ түгелме һәм быға ышанып буламы? Рәсәй территорияһында алименттың минималь күләмен, балаға йәшәүгә кәрәкле сығымдарҙы иҫәпкә алып, әлеге ваҡытта 2−3 мең һумдан кәм булмаҫҡа тейеш, тип билдәләү кәрәктер. Суд приставтары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытҡа атай кешенең алимент буйынса бурысы 100 мең һумдан ашып киткән. Тартып алырға уның теркәлгән бер мөлкәте лә юҡ.
Бал татлы, балдан бала татлы; бала − бауыр ите; атаһыҙ бала етем түгел, әсәһеҙ бала етем, тигән тапҡыр мәҡәлдәр бар беҙҙең халыҡта. Улар тормоштан алынған, һәм ысынлап та, нисек кенә ауыр булмаһын, ниндәй генә ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килмәһен, әсә балаһы өсөн йәнен бирергә әҙер. Лилиәгә бер ҙә ҡайғырырға түгел, уның шатлығы, йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән ҡыҙы бар һәм уны кеше итеү өсөн барлыҡ көсөн һалырға әҙер. Балаҡайы уҡыуҙа тырыш һәм шуға күрә алда институтҡа индереү, унда уҡытыу маҡсаттары тора әле. Шулай ҙа ғәзиз йәнкәйен тәүфиҡлы, игелекле кеше итеп тәрбиәләүгә һалған тырышлығы киләсәктә балаһының изгелеге булып ҡайтыр әле, Алла бирһә.
Гүзәл ШӘРИПОВА.
Салауат ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»