05.10.2012 Өс ҡатын. Өс яҙмыш
Гөлнахар
− Һаумыһығыҙ, янығыҙҙа урын бушмы? − тулҡындарҙың сәпелдәүенә ойоп ята инем, тертләп киттем, яйлап ҡына тауыш хужаһына − йыуан кәүҙәле, башына яулыҡ ябынған ҡатынға башымды бороп ҡараным да йылмайып баш ҡаҡтым:
− Эйе, буш, улдарым әле генә отелгә ҡайтты.
− Әле пляжға килгәндә улдарығыҙҙы күрҙем шул, − аптыраулы ҡарашымды күреп, ул мине тынысландырырға ашыҡты, − мин бит һеҙҙең күршегеҙ − эргәгеҙҙәге бүлмәлә йәшәйем, шуға беләм.
Ул хәбәрен һөйләй-һөйләй янымдағы шезлонгыға таҫтамалын йәйеп һалды:
− Минең дә ике улым бар. Өлкәне үҙем менән килергә тейеш ине, ләкин уны аэропортта тотҡарлап, ниндәйҙер документы юҡ, тип, сит илгә сығарманылар. Күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп тороп ҡалды балаҡайым.
Өндәшмәй ятыуҙы килештермәй русса вата-емерә һупалаған ҡатындан ҡайҙан килеүен белештем. Сығышы менән Үзбәкстандан икән, һуңғы ике йыл Санкт-Петербургта йәшәй.
− Ике апайым да шунда күптән төпләнгән, бына мине лә үҙҙәренә саҡырып алдылар, − тип аңлатты.
Үҙен Гуля тип таныштырған ҡатындың ысын исеме Гөлнахар булдымы, әллә Гөлбахармы, аңғармайыраҡ ҡалдым, төпсөнөргә уңайһыҙландым. Ул төньяҡ баш ҡалала супермаркетта иҙән йыуыусы булып эшләгәнен әйткәс, минең кем булып эшләүемде һораны. Яуапланым да, ятып арығайным, уға, әйҙә һыу инәйек, тинем, ул ризалашты. Оҙон еңле күлдәгенең итәктәрен тарта-тарта, туйтаңлап артымдан эйәрҙе. Шул күлдәгендә диңгеҙгә ингәс тә ул йөҙөргә ашыҡманы, тулҡындарҙа айҡалып-сайҡалып тороуын белде. Йөҙөп-сумып арығас, янына килеп баҫтым, уға шаярып ипләп кенә һыу сәсрәттем:
− Ниңә йөҙмәйһең?
− Эй, йөҙә белһәм, йөҙөр инем дә бит, белмәйем шул. Тыуған еремдә күл дә, йылға ла булманы, ҡайҙан өйрәнәйем, − ул уфылданы. − Һинең кеүек балыҡтай йөҙөр инем!
Үҙенең ҙур кәүҙәһенән оялғандай, нисектер бөршәйеберәк, ергә яҡыныраҡ булырға тырышып йөрөгән Гөлнахар менән яр ситендәге мүкле таштарға менеп яттыҡ. Төрөк ирҙәренең ҡатындарын ипләп кенә, ҡулдарынан, билдәренән тотоп ҡына һыуға индергәндәрен ҡарап ята торғас, Гөлнахар тағы ла уфылданы:
− Төрөк ҡатындары шундай бәхетле, ирҙәре үҙҙәрен «өф-ф» итеп кенә йөрөтә. Миңә ундай бәхет тәтемәне...
− Нишләп улай тиһең?
− Ирҙән бәхетем юҡ минең. Беҙҙә ҡыҙҙарҙы кейәүгә иртә бирергә тырышалар. Иң хадауайҙар − 16 − 17 йәшлектәр. Минең дүрт апайым да Советтар Союзы ваҡытында махсус белем алып, ситкә сығып, Рәсәйҙә нығынып ҡалып өлгөрҙөләр. Ағайҙарым да өйләнгәнсе мин, ғаиләлә кинйә ҡыҙ, ҡартайып киттем, егерме өс йәшем тулып үтте. Һоратыусы ла юҡ, өйҙән сығып йөрөмәгәс, егет тә юҡ. Ни уҡыу эләкмәне, беҙҙә бит хәҙер белем алыу түләүле, байҙарҙың ғына балаһы институт-университетта уҡый ала. Атай үлгәс, әсәй ауырып китте, шәкәр диабеты ауырыуы нәҫелебеҙҙә бар ине, гипертония ла шуға өҫтәлде. Әсәйемде яҡшылап тәрбиәләп ҡарайым бит инде, ә барыбер, башыма баҡма булдың, тип көн дә әр һүҙен ишетәм. Үҙемә лә ҡыйын, кеше икмәген ашап ятҡан һымаҡмын. Ниңә шулай мөхәббәтһеҙ булдым икән, тип ҡайғырам.
Инде шулай апай-ағайҙарымдың балаһын ҡарап яңғыҙ ҡартайырмын, тигән уйға күнеккәс, бер буйҙаҡтан яусы килде. ҡап-ҡара, йөҙгә йәмһеҙ, бәләкәс кенә, ябыҡ ҡына булһа ла ҡыуандым. ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мөһиме кейәүгә сығыу бит. Тормошта булһаң − һин кеше, һинең менән иҫәпләшә, һине һанға һуға башлайҙар. Ә шуғаса, ниндәй генә һәләттәрең булмаһын, һин буш урынһың. Тик кейәүгә сығыу ҡыуанысы беренсе төндә үк көйәләнеүгә әйләнде. Иң өлкән апайым (ул да минең кеүек ҡалынса, аҡ тәнле) үҙенең никах төнөн бер ваҡыт һөйләгәйне: еҙнәм юрғанды асып ебәргән дә, аһ итеп, был байлыҡ бит, был ысын байлыҡ, тип уның тәнен үбә башлаған. Хыялымда минең дә ирем шулайыраҡ итергә тейеш ине. Әммә артыҡ ҙур өмөттәр бағлағанмын, ахыры, көткәндәрем бушҡа булды. Ирем битараф, ҡаты, аяуһыҙ кеше булып сыҡты. Башҡалар алдында йылмайып-көлөп кенә тора, ә ҡайтһа тиранға әүерелә. Тәүҙә гел аҡырып-баҡырҙы ғына. Хәҙер ҡайтһа иреш-талаш ҡуба, тип кескәй ҡошсоҡтай дерелдәгән йөрәгемде усыма тотоп ултыра торғайным. Беренсе тапҡыр, ашың тәмһеҙ, тип тәрилкәне осора һуғып төшөргәс, һуң өйҙә йүнләп аҙыҡ-түлек бармы, мин нисек тәмле итеп бешерәйем, тигәйнем, үҙен-үҙе белмәгәндәй, күҙенә ҡан һауып, миңә йоҙроҡтары менән ташланды. Иҙәндә тыныс ҡына уйнап ултырған бер йәшлек балам ҡурҡышынан ҡысҡырып илап, аҫтына һейеп ебәрҙе, ләкин баланың илауы уны туҡтатманы. Ана шунда балам ныҡ ҡурҡты, һаманғаса тотлоғоуы бар, ярай ҙа төндә бес итеүен Санкт-Петербургҡа килгәс, түләүле клиникала дауалап алдыҡ (апайҙарыма рәхмәт). Юғиһә шуның өсөн атаһы уны кешегә лә һанаманы, мәсхәрәләне, имеш, һин ир түгел, имгәк, һейгәк... Әйтерһең дә, ул үҙе түгел, ә бала ғәйепле шуның өсөн. ҡурҡытып, ҡотон алып бөттө лә... Гел дә әрләнеп, кәмһетелеп, туҡмалып йәшәүемде башҡаларға әйтһәң, кеше ышанмаҫ.
− Нишләп ышанмайым, ти, ышанам, − мин уға йәлләп ҡараным. − Көсһөҙ бәндә бер тапҡыр эсендәге енен тышҡа сығарһа, уны кире индерә алмай. Башҡалар алдында власын күрһәтә алмай ҙа, яҡындарынан үсен ала, уларҙы кәмһетеп, үҙенең мин-минлеген майлай, ҡупайта.
− Бына ҡара, − Гөлнахар беләген асып, терһәген, ҡул суғын күрһәтә − унда оло яра эҙҙәре. − Башымда ла, тәнемдә лә шундай уҡ яра эҙҙәре, ҡабырғаларымды, аяғымды һындыра типкәне булды. Апайымдарға күсеп килеп, дауаханаға тикшерелергә барғас, табип аптырап йығылып китә яҙҙы. Һине шулай йыртҡыстарса туҡмағаны өсөн иреңде төрмәгә ябырға кәрәк, тине.
− Эйе шул, нишләп һин уның өҫтөнән ғариза яҙманың?
− Кем миңә ышанһын? Ул бит башҡалар алдында бахыр ғына булып ялтырап тора, теле осонан бал тамыҙа... Зарланырға ҡурҡтым да, һуңынан үлтереп ҡуйыр, тинем. Балаларҙы ла аяманы, айырыуса өлкәнемә күп эләкте.
− Ә ниңә бирешеп торҙоң? Ниңә балаларыңдың һаулығын уйлап, шунда уҡ унан ҡасманың? Әйтеүеңсә, ирең мәхлүк кенә булған, һин берҙе елле йоҙроғоң менән башына тондорһаң, ергә һеңдерә һуғыр инең дә һуң! Ана, йоҙроғоң ниндәй өлкән!
− Һуғырһың уға, һуҡмай... Аяҡтан йыға һуға ла тибә, сәстән һөйрәй башлай, иҙән буйлап ен һымаҡ мине өйрөлтөп йөрөтә. Унан һуң, нисек уға тейәһең? Нисек кенә булмаһын, ул ир бит.
− Нисә йыл түҙеп йәшәнең?
− О-о, оҙаҡ! Ун бер йыл. Икенсе баламды саҡ табып алдым, ә өсөнсөгә ауырға ҡалғанымда ул туҡмап, биш айлыҡ ауырымды төшөрҙө. Шунда минең түҙемем шартлап, апай-ағайҙарыма зарландым. Элек улар, түҙ, барыһы ла түҙә, ти торғайны, был юлы уларҙың да сабырлығы һынды. Ағайҙарым килеп, иремдең елкәһенә бер-икене менеп төшөп, мине Рәсәйгә ебәрергә күндерҙе. Өлкән улым минең менән килде, ә бәләкәсемде атаһы ебәрмәне. Баламды ике йыл күргәнем юҡ.
Гөлнахарҙың тауышы ҡалтырай, күҙҙәре йәшкә бата.
− Илама, зинһар, − тим. − Былай телефон аша булһа ла улың менән аралашаһыңдыр?
− Эйе. Тик янымда булһа күңелем тыныс булыр ине. Тиҙҙән суд булырға тейеш, инде ирем менән айырылһам, баламды барыбер үҙем менән аласаҡмын, иншалла. Бер апайымдың ҡыҙы ҙур ғына түрәнең улына кейәүгә сыҡты, ҡоҙалар, ярҙам итербеҙ, тине. Белмәйем, килеп сыҡһа ярар ине.
− Әлбиттә, килеп сығасаҡ, − тауышындағы төшөнкөлөк миңә оҡшамай, уға ышаныслы йылмаям. − Һин өмөтһөҙлөккә бирелмә, ышан! Ышанһаң, ныҡ-ныҡ теләһәң, ниәттәр тормошҡа аша ул. Күр ҙә тор − улдарыңдың икеһе лә яныңда булыр!
− Әйткәнең килһен, эй, хоҙайым!
− Гөлнахар, арҡаңды төҙ тот, юғиһә бер ҡарауҙан һинең ҡорбан икәнлегең күренә. ҡорбан булма, үҙ тормошоңдоң хужаһы бул, − был минутта мин ҙур эш башҡарған кеүекмен һәм үҙ-үҙем менән бик тә ҡәнәғәтмен.
(Дауамы бар).