RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайғырмағыҙ, һыу буласаҡ

25.09.2012 Ҡайғырмағыҙ, һыу буласаҡ

Фәғилә БАЙГИЛДИНА, Салауат райо­ны, Тирмән ауылы:
− Беҙ һуңғы ике йылда һыуһыҙ интегәбеҙ. Быйыл йәйге эҫелә лә һыу булманы. Айҙар буйы бер саҡрым алыҫлыҡтан көйәнтәләп һыу ташыным. Миңә, II төркөм инвалидына, был бик ауыр. Аҡсалары булған кешеләр һыу ҡаҙҙырып алды ла бит, әммә минең ундай мөмкинлегем юҡ. Мәктәп менән берлектә 2010 йылға тиклем һыу скважинаһы өҙлөкһөҙ эшләне. Ә хәҙер уны һүндереп ҡуялар. Беҙҙең урамда ҡасан һыу булыр?
Салауат районының Тирмән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Хажиморатов белдереүенсә, ауылға һыу үткәрелгән. „Һыу үткәргесте хеҙмәтләндереүҙе береһе лә үҙ өҫтөнә алырға теләмәй. Ауыл хакимиәтенең быға аҡсаһы юҡ, ә халыҡ һыу менән ҡулланған өсөн һәр кеше иҫәбенә 15 һум аҡсаны түләргә теләмәй. Быйыл мәктәптең һыу насосы ватылыу сәбәпле, өҙөклөктәр булды. Яңы уҡыу йылына һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе яйға һалынды. Улар үҙҙәренә етерлек һыу ала ла, ҙур һыу йыйғысҡа тултырмай. Сөнки белем усағынан был өҫтәмә сығымдар талап итә. Әле күрше Мөрсәлим ауылындағы „Водоканал” ойошмаһы менән килешеү төҙөргә уйлайбыҙ. Мәктәп янында колонка буласаҡ. Халыҡ шунан һыу аласаҡ. 15 – 20 көндән һыу булыр, моғайын”, − тип яуап бирҙе хакимиәт башлығы.

Киләһе йылға ғына өмөтләнегеҙ

Камил ҒӘЛИН, Әбйәлил районы, Асҡар ауылы:
– Беҙҙең Асҡар ауылындағы Восточное − 1 биҫтәһендә электр уты бик һүрән яна. Бар ҡасабаға бер трансформатор. ҡасан был мәсьәлә хәл ителер икән?
Һеҙҙең һорауға Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Аҡсурин яуап бирә: “Әлегәсә бюджет иҫәбенә төҙөлгән был ҡасабала ваҡытлыса һуҙылған электр линияһы эшләп торҙо. Беҙ был объектты һатыуға сығар­ҙыҡ. Тендерҙа бер ойошма еңеп сыҡты. Улар Восточное − 1 ҡасабаһына электр уты үткәрергә тейеш. Әле улар биҫтәгә күпме линия һуҙырға кәрәклеге, трансформаторҙар буйынса мәғлүмәттәр алған, уға ярашлы смета төҙөгән. 2013 йылдың беренсе кварталында электр утын үткәреү буйынса эш башланасаҡ. Халыҡҡа бер аҙ көтөргә генә ҡала”.
Суд приставына
дәғүә яҙығыҙ

Рәйсә УСМАНОВА, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы:
− Ирем 10 йыл буйына алимент түләмәй. 300 мең һум бурысы бар. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Бөрйән районы буйынса суд приставтары подразделениеһына мөрәжәғәт иткәс, тәүҙә, ҡайҙалығын белмәйбеҙ, тинеләр. Уның Стәрлетамаҡта йәшәүен асыҡлағас, башҡарма производство шунда ебәрелде, тиҙәр. Ирем әлеге көндә үҙебеҙҙең райондың Тимер ауылында йәшәп ята. Суд приставтары ниңә үҙ эшенә һалҡын ҡарай?
Бөрйән районы буйынса суд приставтары хеҙмәте подразделениеһы етәксеһе Илшат Мөниров әйтеүенсә, алиментсының рәсми рәүештә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүе асыҡланған. Шуға ла башҡарма производство Стәрлетамаҡ ҡалаһының суд приставтары подразделениеһына ебәрелгән.
Әгәр ҙә суд приставтары үҙ эшенә һалҡын ҡарай тип иҫәпләйһегеҙ икән, Рәйсә апай, һеҙҙең эште алып барған суд приставына дәғүә белдереп, ғариза яҙырға кәңәш итер инек.

Тейешле аҡсаһын алыр

Рәхилә АҡАНАЕВА, Стәрлебаш райо­ны, Һарайҫа ауылы:
− Минең киленем Роза Аҡанаева 2008 йылда Салауат педагогия училищеһын тамамлап, үҙебеҙҙең райондың Елембәт мәктәбендә инглиз теленән уҡытты. Ике йыл эшләгәс, декретҡа сыҡты. Йәш белгес булараҡ “подъемный” аҡсаһын алманы, ә уның менән бергә эшкә урынлашҡан уҡытыусылар был аҡсаны алған. Сәбәп нимәлә икән?
Һеҙҙең үтенес буйынса мөрәжәғәт иткәс, Стәрлебаш районының мәғариф бүлеге етәксеһе Марат Заһиҙуллин: „Елембәт мәктәбе уҡытыусыһы Роза Аҡанаеваға йәш белгес булараҡ подъемный түләү тураһында бойороҡ бар. Декретҡа тиклем уның был аҡсаны алмауының сәбәбе – беҙгә аҡсаны түләү тураһындағы положениеның һуңлап килеүе. Бала ҡарау буйынса ялда булған уҡытыусыларға ул аҡса бирелмәй. Эшкә сығыу менән мотлаҡ түләнәсәк”, – тип яуап бирҙе.

Бәләкәй ауылдар өсөн – хыял ғына

Эдуард БАЙСУРИН, Мәләүез районы, Үрге Юлдаш ауылы:
− Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер тормошобоҙға IP-телевидение ла килеп инде. Был айырыуса ауыл халҡы өсөн уңайлы. Беҙҙең Мәләүездең ҡайһы бер ауылдарында ул индерелде, ниңә беҙҙә һаман юҡ икән?
„Башинформсвязь” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең Мәләүез районы элемтә үҙәге етәксеһе Ишбулды Рәхимов әйтеүенсә, IP-телевидениеға күсергә бер ауылдан 100 кеше теләк белдергәндә генә мөмкинлек була. Өс-дүрт кеше өсөн генә был хеҙмәт төрөн күрһәтеү ойошманың сығымдарын ҡапламай. Үрге Юлдаш – бәләкәй ауыл, шуға цифрлы телевидение индерелмәйәсәк.

Балалар менән
ата-әсәләргә
уңайлыҡтар булһын

Әлфиә ҡАРАНАЕВА, Әбйәлил райо­ны, Асҡар ауылы:
− Республика балалар клиник дауаханаһына балалары менән килгән бер төркөм ата-әсә исеменән мөрәжәғәт итәм. Башҡортостандың алыҫ райондарынан ауыр сумкаларыбыҙҙы йөкмәп киләбеҙ. Бәләкәй сабыйҙары булған кешеләр аңлайҙыр, бер көнгә килһәң дә, барыһын да тейәп киләһең. Ә дауахана гардеробында сумкаларҙы алмай­ҙар. Поликлиникала шул ауыр йөктәребеҙ менән ҡаттан-ҡатҡа йөрөргә мәжбүрбеҙ. Ултырам тиһәң, эскәмйәләр аҙ, ҡапҡылап алырға буфет менән ашхана юҡ, бик тә булмаһа, магазин да юҡ бит, исмаһам.
Барыһын да бит үҙебеҙ менән йөрөтә алмайбыҙ. Бер көн шунда бала менән белгестәргә оҙон сираттарҙа тороп, уны асыҡтырып, йонсотоп йөрөргә тура килә.Табиптарға рәхмәт. Ярай әле, тиҙ генә тикшереү үткәртеп, тейешле диагнозды ҡуялар, дауа билдәләйҙәр.
Дауахана етәкселеге үҙенең пациенттарына уңайлыҡтар тыуҙырыу яғын хәстәрләһен ине.
Һеҙҙең үтенесегеҙҙе Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшинға еткергәс, ул түбәндәге яуапты бирҙе: “Әсәләрҙең тәнҡите урынлы булһа ла, дауаханала, поликлиникала урын аҙ булыу сәбәпле, бер нисек тә буфет, магазин урынлаштыра алмайбыҙ. Поликлиникаға тикшерелергә килеүселәргә эскәмйәләр стеналар буйлап етерлек ҡуйылған. Сумкаларҙы гардеробҡа ҡабул итеү ҡаралмаған.
Ата-әсәләргә кәңәшем шул: ауыр йөктәрегеҙ, бала менән оҙон сираттарҙа тормаҫ өсөн һеҙҙе участка педиатрығыҙ берҙәм регистратура аша белгескә яҙҙырырға тейеш. Шул саҡта тәғәйен ваҡытта медицина тикшерелеүе лә үтеп ҡайтыр инегеҙ.
Әлеге көндә дауахананың диагностика корпусы төҙөлә. Яңы бина сафҡа инһә, бәлки, пациенттарыбыҙға, консультацияға килеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырырға мөмкинлек булыр тип уйлайбыҙ”.

Һеҙҙең үтенестәрҙе
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА тыңланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»