28.09.2012 ЭСЕҮЕН-ЭСҺӘҢ, ИСМАҺАМ, ӨЙҘӘ ЯТ!
Бер юлы ете мәйет
Эскән килеш транспорт йөрөтөүселәр артҡандан-арта бара, улар юлдарҙа кешеләрҙе үлтерә, тип эй яҙҙыҡ, эй һөйләнек. Тик шулай ҙа иҫерек водителдәр аҡылға ултырырға ла йыйынманы, улар арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғәләр буйынса тейешле һығымталар яһалманы. Яңыраҡ Мәскәү ҡалаһында 29 йәшлек егет туҡталышта торған 11 кешене машинаһы менән бәрҙереп китте. Бәрҙереп китте, тип кенә әйтеү аҙ – “Тойота” машинаһы тәгәрмәстәре аҫтында ҡалған кешеләр асфальтҡа ҡуша иҙелгән, уларҙы хатта танып та булмаған. Бер бәндәнең рулгә ултырыр алдынан эсеүҙән баш тарта алмауы арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғәнең эҙемтәһе ҡот осҡос – туҡталышта торған ете кеше һәләк булды. Мәрхүмдәрҙең бишәүһе – үҫмер генә. Балаҡайҙар өсөн был көн бәхетле булырға тейеш ине – улар физик мөмкинлектәре сикләнгән рәссам балалар араһында ойошторолған конкурста еңеп сығып, ҡыуанып торған булған. Һәләк булыусыларҙың икәүһе – ошо балаларҙы конкурсҡа алып килеүсе педагогтар.
Инвалид балалар тәрбиәләнгән интернатта эшләүселәр әйтеүенсә, уҡыусылар конкурсҡа йыл буйына әҙерләнгән. Машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡалыусылар араһында конкурста беренсе урынды алыусы ла бар. Башҡалар ҙа бүләктәр, дипломдар яулаған. Шундай матур көндө бер иҫерек вәхши әҙәм матәм көнөнә әүерелдерҙе. Асфальтта балаларҙың ҡанға батҡан, иҙелгән аяҡ-ҡулдары бүләктәре, дипломдары менән бергә буталып ятып ҡалған.
Белгестәр был водителдең ҡанында 3,5 промиле спирт булғанлығын асыҡлаған. Был ас ҡарынға бер шешә араҡы эсеп алыуға тиң күрһәткес. Сәғәтенә 120 километр тиҙлектә елгән машинанан инвалид балалар түгел, ҡәҙимге кешеләр ҙә ҡасып ҡотола алмаҫ ине. Етмәһә, ул кешеләрҙең өҫтөнә ҡайҙалыр “зебра”ла йәки башҡа ерҙә түгел, туҡталышта килеп менгән. Шуға ла ҡайһы бер матбуғат сараларының, ҡорбандарҙың шул тиклем күплегенә туҡталышта торған балаларҙың физик мөмкинлектәре сикләнгән булыуы сәбәпсе, тип аңлатырға маташыуы нигеҙһеҙ. Уларҙың береһе лә юлға йүгереп сыҡмаған, тейешле урында торған.
Ярай әле был осраҡ йәмғиәттә ҙур резонанс уятты. Хәҙер фекер алышыуҙар, план ҡороуҙар бара. Бәлки, һиҙелерлек файҙаһы ла булыр. Әллә иғтибар иткәнгә шулай тойола – иҫерек килеш рулгә ултырған кешеләр тағы ла йышыраҡ осрағандай. Мәҫәлән, Өфө районында ошо көндәрҙә быға тиклем үк водитель таныҡлығы ваҡытлыса тартып алынған 28 йәшлек егет туғыҙ йәшлек малайҙы тапатып үлтерҙе.
Үҙ машиналарына ғына эсеп алып ултырыусылар бер хәл – мәктәп уҡыусыларын ташыусы водителдәр араһында ҡыҙмаса булып йөрөүселәрҙең осрауы бөтөнләй аптырата. Яңыраҡ ҡына Стәрлетамаҡ районындағы бер мәктәп автобусы водителен полицейскийҙар рулгә иҫерек килеш ултырған еренән тотоп алған. Үҙе әйтеүенсә, ул кисен ныҡ ҡына эскән, иртәнгә тиклем айыҡмаһа ла, эшкә сығырға булған. Мәктәп етәкселеге һәр иртә һайын водителдәргә тикшереү үткәртеп, эскән-эсмәгәнен асыҡларға бурыслы. Әлбиттә, Стәрлетамаҡ районындағы был мәктәптә эшләүселәр водителгә һәр көн һайын медицина тикшереүе үткәрелеүен иҫбат итергә маташа. Ләкин полицейскийҙар туҡтатҡан ваҡытта автобус менән идара итеүсенең ни өсөн иҫерек булыуын бер нисек тә аңлата алмай. Хәҙер эсергә яратыусы был бәндә эшһеҙ ҡаласаҡ һәм, әлбиттә, водитель таныҡлығын юғалтасаҡ. Уға был ғына аҙ әле. Автобусҡа ултырған балаларҙың ғүмере өсөн яуап биреүен дә аңламаған бәндәгә ниндәй яза бирһәң дә аҙ кеүек.
Иҫерек ҡыҙҙар
Ә бит эсеп алып машина йөрөтөүселәр аҡылға бер төрлө әҙәмдәр, ҡан көҫәүселәр йәки спиртлы эсемлектәр ҡулланмайынса йәшәй алмаусылар түгел. Минеңсә, уларҙың күпселеге – үҙен оҫта водитель тип һанаусылар. Бер таныш ҡыҙҙы машинаһын иҫерек килеш йөрөткән өсөн йыл ярымға водитель таныҡлығынан мәхрүм иттеләр. Уның машинаһына үҙем дә йыш ҡына ултырып йөрөгәнлектән, был ҡарар өсөн бик ҡайғырҙым, теге ҡыҙға ҡушылып полицейскийҙарҙы әрләп алдым, хатта таныҡлыҡлығын ҡайтарып алыу өсөн төрлө юлдар ҙа эҙләп ҡараным. Танышым үҙе әйтеүенсә, полицейскийҙар туҡтатҡан ваҡытты йүнләп хәтерләмәй – егете менән әрләшеп, бер шешә шарапты эсеп бөткән дә, дәртләнеп, дискотекаға китеп барған. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бик оҫта водитель, ҡағиҙәләрҙе яҡшы белә, үҙен иркен тойғанлыҡтан, эскән килеш машинаға ултырыуҙы әллә ни ҙур проблема тип һанамай. Тәүҙә “право”һыҙ ҡалған танышымдың проблемаларын аңлағандай булһам да, тиҙ арала шуны асыҡланым – ул, эскән килеш берәйһен тапатып үлтерермен, тип түгел, кемдәр аша таныҡлыҡты кире ҡайтарып була икән, тип ҡайғырҙы. Башҡалар ҙа шундай уҡ уйҙар менән яналыр. Ә бит эсеп рулгә ултырыу алдан планлаштырылған үлтереүгә тиң енәйәт. Алдан әҙерләнеп кеше үлтереүселәргә ҡаралған яза ҡаты, эскән водителдәргә лә шулай булырға тейеш.
Тимәк, ике лә уйлап тормай, эскән водителдәргә һалынған штрафтың күләмен арттырырға кәрәк. Бөгөн транспорт сараһы менән спиртлы эсемлек эскән килеш идара итеүселәрҙе, бер йыл ярымдан ике йылға тиклем таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡаралған. Үҙеңдең машинаңды иҫерек водителгә тапшырған өсөн дә шундай уҡ яза бирелә. Штраф инде биш мең һум ғына. Атаһының миллион һумлыҡ машинаһында эсеп алып елдергән йәш егет-ҡыҙҙар өсөн биш мең һум нимә инде ул?! Тағы ла шуныһы – водитель таныҡлығын алыу өсөн уҡыған ваҡытта спиртлы эсемлектәрҙең организмға тәьҫирен ентекләберәк, етди аңлатыу һәм уның буйынса имтихан алыу ҙа артыҡ булмаҫ ине.
Хәҙер РФ Дәүләт Думаһы депутаттары транспорт менән иҫерек килеш идара итеүселәр түләргә тейеш штрафтың суммаһын кәмендә 100 мең һум итергә тәҡдим итә. Ә инде штраф түләгәндән һуң да машинаға эсеп ултырыусыларҙы ғүмерлеккә таныҡлығынан мәхрүм итеү ҙә ҡарала. Шәп булыр ине. Оят булһа ла, факт – статистика илебеҙҙә эсергә яратҡан халыҡ йәшәүен күрһәтә. Иҫерек баштар ҡылған енәйәттәргә ҡаршы күрелгән саралар ҙа етди, ҡурҡытып торорлоҡ булырға тейеш. Бәлки, ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторбоҙ – эскеселәр ҙә, юл фажиғәләре лә кәмер.
Юлдарыбыҙҙа һуғыш ваҡытындағы кеүек меңәрләгән кеше үлтерелеүенең сәбәптәре күп төрлө, әлбиттә. Бөгөн Рәсәйҙә автомобиль транспорт сараһы ғына түгел, социаль марка ла. Һәр кем иғтибар иткәндер – ҡиммәтле машиналарҙа йөрөүселәр йыш ҡына тиҙлекте арттыра, йәйәүлеләрҙе үткәрергә тырышмай. Күп кенә белгестәр ЮХХДИ системаһында коррупция сәскә атыуын да инҡар итмәй. Водитель таныҡлығын һатып алып булыуы бер кемгә лә сер түгел. Шуға ла юлдарыбыҙға тәжрибәһеҙ, яуапһыҙ кешеләр сыға. Кеше бит хайуан түгел – ни выжданың етеп, руль тотоу түгел, тура атлай ҙа алмаған хәлдә, машина тиклем машина йөрөтөргә йөрьәт итергә мөмкин?!
Миңә ҡалһа, эсеп рулгә ултырыусыларҙы беренсе тапҡыр тотолғанда уҡ водитель таныҡлығынан мәңгелеккә мәхрүм итергә кәрәк. Сөнки Мәскәү ҡалаһында бер юлы ете кешенең, шулар араһында биш баланың ғүмерен өҙгән водитель 2010 йылда иҫерек килеш машина менән идара иткән өсөн язаға тарттырылған булған. Йыл ярым үткәндән һуң ул, ике көн буйы эсеп, яңынан рулгә ултырған. Әле енәйәтсегә иң күбе туғыҙ йыл төрмә янай.
Ошо мәҡәләне әҙерләп бөткәс кенә тағы бер мәғлүмәткә юлыҡтым – иҫерек водитель Бәләбәй ҡалаһында ике ҡыҙҙы тапап киткән. Был фажиғәлә 24 йәшлек ҡыҙ шундуҡ йән биргән, бала табырға әҙерләнеп йөрөгән 23 йәшлек ҡатын – ауыр хәлдә дауаханала. Уның ҡарынындағы сабыйҙы ҡотҡара алмағандар.
Водителдәр уйланһын, тейешле һығымталар яһалһын өсөн был ҡорбандар аҙмы ни?
Һандар һәм факттар
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы башлығы Динар ҒИЛМИТДИНОВ:
– Республикала транспорт сараһы менән иҫерек килеш идара иткән водитель тотолмаған бер генә көн дә юҡ. Улай ғына тип әйтеү аҙ – спиртлы эсемлек ҡулланған килеш машинала елдереүселәрҙе асыҡлау буйынса беҙҙең полицейскийҙар тултырған документтар һаны һәр тәүлек һайын йөҙҙән аша. Иҫерек килеш полиция ҡулына эләккән водителдәрҙең һаны тәүлегенә йөҙҙән дә аҙыраҡ булған осраҡты бөтөнләй хәтерләмәйем. Шуға ла айлыҡ, йыллыҡ һандарҙы килтереп тороу ҙа артыҡ – көн һайын беҙҙең юлдарға йөҙләгән иҫерек водитель сыға һәм бөтәбеҙҙең дә, үҙенең дә һаулығын, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Бер район үҙәгендә махсус рейд үткәргәйнек, унда полицейскийҙар туҡтатҡан һәр бишенсе водитель иҫерек булып сыҡты.
Ял, байрам көндәрендә ике тәүлек эсендә 400-ләгән иҫерек водитель тотолған осраҡтар бар.
Һеҙҙә нисек, иптәштәр?
Америкала эскән килеш транспорт менән идара итеүселәрҙе 48 сәғәттән алты айға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Белоруссияла эсергә яратҡан машина хужалары 10 мең һумдан алып 400 мең һумға тиклем штраф түләй. Әгәр водитель полицейскийҙар ҡулына эскән килеш икенсе тапҡыр килеп эләкһә, уны мәжбүри рәүештә эскенән дауалайҙар.
Ирландияла эскесе водителдәргә 52 мең һум тирәһе штраф һалалар. Евросоюздың башҡа илдәрендә ҡаралған штраф күләме – 8 – 17 мең һум.
Японияла водителдең иҫерек булғанлығын күреп тә, полицияға хәбәр итмәгән пассажирҙарға ла 10 мең һум күләмендә штраф һалына. Ә инде водитель үҙе 280 мең һум тирәһе штраф түләйәсәк, уны 5 йылға тиклем төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Германияла иҫерек водителдең таныҡлығын тартып алалар, штраф һалалар һәм мотлаҡ рәүештә алкоголизмдан дауалайҙар. Таныҡлыҡты кире алыу өсөн махсус тест үтергә тура килә – бының өсөн водителдең сәс составын тикшереп, һаман да эсәме-юҡмы икәнлеген асыҡлайҙар.
Лилиә СИРАЕВА