28.09.2012 Һағышлы ғүмер
“Ауырлыҡты, ҡыйынлыҡты ул күп күрҙе,
Тау аҡтарҙы, таш күтәрҙе, ер һөрҙө,
Иленә яу, еренә дау килгән саҡтарҙа
Уттар үтте, һыуҙар кисте, ул еңде.
Маҡтап йырла данға лайыҡ,
әйҙә, шағир, маҡтау йырла һин
эшсе-ҡатынға!
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул,
Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға”.
ҡасандыр популяр булған был йырҙың һүҙҙәре 20 йәшендә үк “һалдатка” исемен күтәргән әсәйемә лә ҡағыла. Үкенескә күрә, әсе, үтә әсе яҙмыш һағалаған уларҙы. Шуғалырмы, әсәйемдең ҡылған игелектәре, атҡарған эштәре тау кеүек булды.
... Ауыл өйөнөң эске яғы. Бәләкәй генә тәҙрәләрҙән эңер беленеп килгәне күренә. Байып барыусы ҡояш яҡтыһында өйҙөң эске биҙәлешен күҙәтергә мөмкин. Ул бай ҙа, артыҡ фәҡир ҙә түгел. Түр яҡты бер стенанан икенсеһенә тиклем һуҙылған һике биләп, уның өҫтөнә сепрәктән һуғылған балаҫ йәйелгән. ҡаршы яҡ стенала – ҡайһылыр оҫта тарафынан яһалған иҫкерә төшкән ҙур ғына көҙгө. Бер яҡ ситтә өҫтәл күренә, уның өҫтөнә гәзит-журналдар, китаптар һалынған. Стенала – радио, төрлө һүрәттәр. Түшәмдә – ҡыуыҡлы кәрәсин лампаһы. Бер-ике ултырғыс та бар. Һике өҫләп һуҙылған урҙаға юрған, мендәрҙәр эленгән.
Һикенең уң яҡ ситендә өҫтө юрған менән ябылған бәләкәй генә бала ятҡаны шәйләнә. Уның кескәй генә йөҙө һарғайып, бит һөйәктәре ослайған. Бала өҫтөнә йәш ҡатын эйелгән, уның күҙҙәренән юрғанға йәштәр тама. ҡатындың шым ғына илағанын һелкенеп киткән яурындарына ҡарап ҡына белергә мөмкин.
Һарғайған йөҙлө малай – мин. Нескә генә муйынымдан һығып алырға маташҡан әжәл менән көрәшкән сағым булған. Ата-әсәмдең һөйләүе буйынса, бәләкәй саҡта бик ныҡ ауырығанмын. Һауығып аяҡҡа баҫасағыма улар өмөтөн юғалта ла башлаған. Тик көндәр аҙналарға, айҙарға ялғанған, әммә тәнем һыуынмаған, әкрен булһа ла йөрәк типкән, туҡтарға теләмәгән. Уны туҡтатырлыҡ көс, күрәһең, булмаған.
Шундай көндәрҙең береһендә әсәйем төш күргән. Имеш, урамда ҡуйы, һөттәй аҡ томан. Шул томан араһынан мин килеп сыҡҡанмын. Әсәйем төшөн яҡшыға – улының шәбәйеүенә юраған.
Әжәл мине тыныслыҡта ҡалдырған. Шау һөйәк кәүҙәмде саҡ күтәреп, тороп киткәнмен. Әкренләп ул һөйәктәргә ит ҡунған. “Биш бала араһынан һинән дә яман яфалағаны булманы”, – ти торғайны әсәйем, үҫә төшкәс. Атайымдың бер туған ағаһы Сафа бабайҙың оло улы Ғаян ағай ҙа, бер аҙ төшөрөп алһа:
– Һин бит үлгәйнең. Беҙ һине һуҙып һалғайныҡ, – тип хәтерләй торғайны. Хәҙер Ғаян ағай күптән яҡты донъя кешеһе түгел. Хатта хаҡлы ялға сыҡҡансы ла йәшәй алманы. Үтә әсе яҙмышлы кеше ине. Ишетеүемсә, сәңгелдәктә ятҡан саҡта уҡ әсәһе ауырып үлеп китә. Ғаянға үгәй әсә тәрбиәһендә, эт типкеһендә үҫергә тура килә. Атайым хәстәрләп ебәреп, тракторсыға уҡып ҡайтҡас, колхозда механизатор булып эшләне. ҡатыны яман шештән гүр эйәһе булғандан һуң, Ғаян ағай ҙа яҡты донъяла оҙаҡ тотҡарланманы, үҙ-үҙенә ҡул һалды. Гонаһ, әлбиттә, әммә ауылда ана шундай насар ғәҙәт бар шул.
Ә мин, төрлө ауырыуҙарға бирешмәйенсә, сәләмәт булып үҫтем. Хәҙер инде үҙем, әсәйем мине донъяға тыуҙырған йәштән күпкә олораҡмын. Йыш ҡына, әсәйем иҫән саҡта уға тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә алманым шикелле, тигән уйҙар ҙа килә. Бындай тойғо, моғайын, олоғая килә һәр кемгә хас була баралыр ул. Йылдар уҙған һайын кеше үткәндәренә йышыраҡ мөрәжәғәт итә, уларға баһа бирә, ниндәйҙер һығымталар яһай.
“Кеше өсөн иң ҡиммәте – ғүмер”, тигән совет әҙәбиәтенең иң популяр яҙыусыларынан Николай Островский үҙенең “ҡорос нисек сыныҡты” тигән романында. – Уны маҡсатһыҙ үткәргән йылдар өсөн аҙаҡ ҡаты үкенмәҫлек итеп йәшәргә кәрәк”. Эйе, һәр кем ғүмерен үҙенсә үткәрә. Әммә донъяға барыбыҙ ҙа әсә тарафынан тыуҙырылыуыбыҙ үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Туғыҙ ай йөрәге аҫтында йөрөтөп таба бит улар беҙҙе.
Әсәйем яңы быуат тыуырға бер ай ҡалғас ҡына яҡты донъянан китеп барҙы. Хәҙер бер ҡасан да беҙ уның яғымлы тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, йылы ҡарашын тоймаясаҡбыҙ. Уның күп эшләүҙән ҡытыршыланып бөткән ҡулдары башыбыҙҙан һыйпамаясаҡ. Байтаҡ ғүмер уҙған, ә ул һаман да тере кеүек күҙ алдында.
Беҙ биш бала үҫтек. Иң олобоҙ – Роза апай күптән хаҡлы ялда. Егермеһе тулыр-тулмаҫтан кейәүгә сығып, дүрт ҡыҙ үҫтерҙе һәм барыһын да кейәүгә биреп, ете ейән менән ейәнсәргә өләсәй булды. Баш бала булғас, ғаиләлә иң күп мәшәҡәт тә уның иңенә төшә. Шуларҙың иң мөһиме – әсәй эштә саҡта беҙгә күҙ-ҡолаҡ булыу. Үҙе бала ғына кеше ни генә ҡыра алһын инде? Фариза апай иһә минән ике генә йәшкә оло. Ул да ике ул үҫтергәйне, әммә бик иртә тол ҡалды, күп тә үтмәй, оло улы ла ҡапыл ғына гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Хәҙер апайым ҡасандыр шаулап торған өс бүлмәле фатирҙа бер үҙе көн күрергә мәжбүр. ҡустым Вәлит минән өс йәшкә генә кесе ине. Яҡты донъяла ул да юҡ, ун һигеҙ генә йәшендә әруахтар араһына китеп барҙы. Кинйәбеҙ Самат та хәҙер бишенсе тиҫтәне ҡыуалай.
Беҙҙең түбәһе шифер менән ябылған алты мөйөшлө йортобоҙ ҡасандыр урамда ғына түгел, ауылда ла иң төҙөктәренең береһе булды. Сөнки үткән быуаттың 50-се йылдарында барлыҡ өйҙәр ҙә һалам башлы, соландарҙың байтағы ситәндән ине. Беҙҙеке кеүек матур йорт беҙҙән бер нисә өй аша, ауыл зыяратына яҡыныраҡ йәшәгән Хәсән ағай менән Ғәзизә апайҙарҙыҡы. Улар икеһе лә мәктәптә уҡытып, аҡсаға эшләүҙән булғандыр. Өйөбөҙҙөң ҙурлығы һәм матурлығы шунан: атайым уны колхоз рәйесе булып эшләгәндә һалдырған. Тик етәксе булып оҙаҡ эшләй алмай: белеме дүрт класс ҡына булғанлыҡтан, урынын әҙерлекле кешеләргә бирергә мәжбүр була. Пенсияға сыҡҡансы атайым агроном вазифаһын тартты. Был һөнәрҙе үҙ алдына уҡып ҡына үҙләштергәйне.
Ете кешенән торған ауыл ғаиләһендә иң күп нәмә – эш. Мин әсәйемдең ҡасан йоҡонан торғанын күрмәнем. ҡул ҡаушырып ултырғанын да хәтерләмәйем. Ул һәр саҡ аяҡ өҫтө: һыйыр һауа, быҙауға һөт эсерә, һөт айырта, мал ҡарай, ашарға бешерә, һауыт-һаба йыуа, тегә, ямай... Етмәһә, беҙ бәләкәй саҡта ашарға ҡаҙан аҫтына ут яғып бешерәләр ине. Уныһын йыуыу үҙе бер мәшәҡәт, сөнки һыуын ағыҙып та, түңкәреп тә түгеп булмай, сүмес менән алырға кәрәк. Әсәйем йоҡларға ла бөтәбеҙҙән дә һуң ятҡандыр. Ә бына, башым мендәргә тейеү менән йоҡоға китәм, тигәне хәтерҙә. Атайым, киреһенсә, йоҡоһоҙлоҡтан интекте, шуға күрәлер инде, тынғыһыҙ, тиҙ тоҡаныусан холоҡло булды.
Әсәйем беҙҙе иртәнге сәй әҙер булғас ҡына уята. Ғәҙәттә, алғы өйҙөң бәләкәй һикеһендә теҙелешеп ултырып ашайбыҙ. Иртәнге сәйгә ул һәр саҡ берәй тәмле нәмә бешерер булды: йәймә, ҡоймаҡ, ҡабартма, бутҡа йәки ҡурылған бәрәңге. Беҙ уны тиҙ генә төпләп ҡуябыҙ. Икмәкте әсәйем ике көнгә бер һала торғайны. Сөнки бер мейес икмәк ике көнгә лә етмәй. Күҙ алдына килтерәм дә аптырап ҡуям: ике биҙрә һыйҙырышлы ағас тәпәнде тултырып ҡамыр баҫыу еңел эшме ни? Эйе, 60-сы йылдарҙа ашау яғы ҡыҫынҡы булып, төп ризыҡ икмәк тә бәрәңге. Ит ҡышҡа һуғым һуйғас ҡына эләгә. Сөнки оло һуғымды һаҡларға һыуытҡыс юҡ. Ул затлы әйбер хатта ауылдың машиналы кешеләрендә лә булманы. Малды ла һанаулы ғына аҫрарға рөхсәт иттеләр: бер һыйыр, ҡышлаған бер башмаҡ, дүрт баш ваҡ мал. Тауыҡ-ҡаҙҙы күпме тотһаң да тыйманылар.
Малай саҡ – шуҡ саҡ. Олораҡ малайҙар, шулар араһынан айырыуса беҙгә сыбыҡ осо туған тейешле Мөхәммәт һәм урамдың һуғыш суҡмары Рәфис беҙҙе тәмәке тартырға ҡоторта. Нисек эскә һурырға өйрәтәләр ҙә, беҙҙең күҙгә йәштәр сығып сәсәгәнде күреп, кинәнәләр. Әсәйем миңә бер саҡ:
– Атайың, малайҙарың тәмәке тарта, тиҙәр, ҡарамайһыңмы ни, тип әйтә, – тине.
Мин күрәләтә алдаштым: юҡ, тартмайбыҙ.
Күрәһең, әсәйем миңә ышанмаған, күҙәтергә булған. Бер мәл ике туған ҡустым Хәлим менән баҡсала боҫоп ҡына папирос быҫҡытып ултыра инек, ҡапыл әсәйем килеп сыҡты:
– Әһә, эләктеңме?
Хәлим тиҙ генә баҡсанан сығып ҡасты. Мин өлгөрә алманым, әсәйемдең бер ҡулы – күлдәктән, икенсеһе ҡолаҡтан эләктереп өлгөрҙө. Шунда уҡ ауырттырып ҡолаҡты бора ла башланы. Ауыртыуҙан мин олоп ебәрҙем:
– А-а-ай! Ауырта!
– ҡабат тәмәке тартаһыңмы? – әсәйемдең тауышы бик уҫал сыға. Мин ниңәлер өндәшмәйем.
– Тағы тәмәке тартаһыңмы, тип һорайым бит! – әсәйем ҡолаҡты тағы ла нығыраҡ бора. Түҙер әмәл ҡалмағас, мин:
– Юҡ, тартмайым, – тип яуаплайым.
Ләкин тәмәке менән булашыуымды ташламаным. Туғыҙынсы класта икенсе ауыл мәктәбендә интернатта ятып уҡып йөрөгәндә ирҙәрсә тарта инем инде. Әсәйем һиҙмәй ҡалмағандыр, әммә элекке кеүек ҡолаҡҡа йәбешмәне. Армиянан ҡайтҡас та уның алдында тартыуҙан тыйылдым. Хәтерҙә, хәрби хеҙмәттән ҡайтыр алдынан өйҙән посылка алдым. Күстәнәстәр араһында бер нисә ҡап “Беломор” папиросы ла бар. ҡарайым, береһенә латин хәрефтәре менән ниҙер яҙылған. Мәктәптә бер нисә йыл немец теле уҡытҡайнылар, тырыша торғас, уҡыным бит яҙыуҙы. “Улым, ошоно тартып бөт тә ташла”, – тип әсәйем яҙған. Ул һаман да минең яман ғәҙәтемде ташлатыу уйынан төңөлмәгән икән.
Тәмәке тартыуҙы ташлау көтмәгәндә булды. 1974 йылдың көҙөндә клубта Алинур тигән егет (ул да беҙгә туған тейешле), мин тартыуҙы ла, эсеүҙе лә ташланым, тип маҡтанды. Ул һигеҙенсене тамамлау менән эсеү-тартыуға өйрәнгән малай булып танылғайны. Ул ваҡытта Стәрлетамаҡта уҡып йөрөй ине, буғай. Был яңылыҡ миңә көслө тәьҫир итте. Нисек инде ул Алинур тартыуын ташлаған, ә мин ташлай алмайым, тигән яман көнсөл уй бар булмышымды биләп алды. Мин дә тартыуҙы ташларға ҡарар иттем. Алты йыл әсе төтөн һурыу яман ғәҙәткә әйләнгән икән, унан арыныу бик ауыр булды. Әммә ныҡ торҙом. Тәмәке тартыуҙы ташлауымды белеп иң ныҡ шатланған кеше әсәйем ине.
– Рәхмәт, улым. Мынан һуң һаҫып йөрөмәҫһең.
Әсәйемдең йөҙө һәр саҡ етди, хатта бошонҡо булды. Бик һирәк йылмая ине ул. Ә инде шарҡылдап көлгәнен мин, мәҫәлән, хәтерләмәйем. Күрәһең, бәхетле минуттары бик һанаулы булғандыр. Быны, моғайын, эш күплек, мохтажлыҡ менән генә лә аңлатып булмай торғандыр. Сәбәптең ихтимал булған өлөшөн үҙем ғаилә ҡороп йәшәй башлағас ҡына аңланым.
Миңә мәғлүм булыуынса, әсәйем күп балалы ғаиләлә беренсе ҡыҙ бала булып донъяға килгән. ҡот осҡос аслыҡ ябырылған 1921 йылда. Нисек итеп иҫән ҡалғандыр – уныһы үҙе бер йомаҡ. Беҙҙең ғаилә альбомында билдәһеҙ фотограф тарафынан уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙаҡтарында төшөрөлгән һүрәт бар. Унда әсәйем, олатайым, өләсәйем һәм туғандарым – барлығы ете кеше. Шул һүрәттә үк Фәғилә өләсәй (уға ҡырҡ йәштәр самаһы) оло сырайлы, ауырыу булып күренә. 45 йәшендә, балаларын олатайыма ҡалдырып, үлеп китә. Торараҡ ғаиләнең башҡа ағзаларын да, әсәйем менән Иблиәмин ағаһы һәм Миңлеғаяз ҡустыһын ҡалдырып, яман ауырыу яҡты донъянан алып китә. Ир туғандарҙы ла артабан әсе яҙмыш һағалай: икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан була. Олатайым, әлбиттә, икенсегә өйләнергә мәжбүр булып, Табылдынан һигеҙ саҡрым тирәһе көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан ҡарағош ауылынан мишәр ҡатын алып ҡайта. Беҙҙең буласаҡ ҡартинәй ултырған ҡыҙ булып сыға һәм өйҙә аш-һыуҙан башҡа бер эшкә лә тотонмай, барыһына ла әсәйемде ҡуша. Эйе, үгәй әсә бик һирәк бәхет алып килә, быны үгәйлекте үҙ елкәһендә татығандар ғына белә торғандыр. Шуға күрә әсәйемә 18 йәше тулмаҫтан кейәүгә сығырға тура килә.
Атайым әсәйемдең икенсе ире икәнлеген 70-се йылдарҙа туғыҙынсы класта уҡып йөрөгәндә Фариза апайымдан ишетеп белдем. Был хәбәр аптыратты ғына түгел, ә ризаһыҙлыҡ тойғоһо ла кисертте.
Ошо ваҡиғанан һуң оҙаҡ йылдар үтеп, әсәйем минең янда Өфөлә йәшәгән саҡта бер көн өндәшмәй генә алдыма аҡ-ҡара төҫтәге иҫке фотоһүрәт һалды. Йылдар үҙ тамғаһын һалып, һарғайыуға ҡарамаҫтан, ул яҡшы һаҡланғайны. Һүрәттән миңә йәш кенә ҡыҙ менән ир кеше ҡарай. Тәүгеһе өҫтөнә кофта, әллә оҙон юбка, әллә күлдәк кейгән. Аяғында – ябай ботинка, хатта туҡылған материалдан икәнлеге лә күренә. Сәстәрен артҡа тараған ирҙең өҫтөндә – хәрби форма. Ул ас яңаҡлы, ҡараштары нисектер һалҡын һымаҡ. Ир кеше ултырғысҡа ултырған, ә ҡыҙ баҫып тора. Һуңғыһының билдәле сифаттары буйынса әсәйем икәнен сырамыттым, ә ир кешене таный алманым.
– Алтынтимер ул. Минең тәүге ирем ине, – әсәйемдең күҙендә йәштәр йылтыраны.
– Һуғыштан ҡайтманы...
Әсәйем ҡапыл янымдан китеп барҙы. Уның һөйләшеүҙе дауам итергә әҙер түгеллеген белдем. Үткәндәрҙе, әгәр улар ниндәйҙер ауыр тойғолар уята икән, хәтерләүе бик ҡыйын. Хәйер, үҙем дә һорау бирерлек хәлдә булмағанмындыр. Ул һорауҙар байтаҡ ваҡыт уҙғас ҡына яраласаҡ. Ни өсөн әсәйем был һүрәтте миңә күрһәтергә ҡарар иткән? Минең өсөн ете ят кешенең булғанлығын белдерер өсөнмө? Нимә мәжбүр иткән уны? Был уның үҙенең ҡарарымы, әллә Аллаһы Тәғәлә ихтыярымы?.. Был һорауҙарға яуап бирер кеше юҡ инде хәҙер. Ә һүрәт беҙҙең ғаилә альбомында әле лә һаҡлана.
Мәхмүт ХУЖИН.
(Дауамы бар).
Эйе, әсәйем бик иртә кейәүгә сыҡҡан. Уның алдында ике юл булған: йә үгәй әсә ҡулы аҫтында барыһына ла күнеп йәшәргә, йә бәхетте ситтә эҙләргә. Ул сит ауылда үҙен ниндәй яҙмыш көткәнен белмәһә лә, икенсе юлды һайлай. Кейәүе – беҙҙең Табылды ауылынан утыҙ саҡрымдарҙа көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Бала-Сытырман ауылынан Алтынтимер. Күрәһең, ул һәйбәт кеше булып, әсәйем уны яратып өлгөргән. Шулай булмаһа, фотоһүрәтте илле йыл буйы һаҡлар инеме ни? ҡайҙа һаҡлаған – йомаҡ.
Әсәйем тәүге иренән бер-бер артлы ике бала – ул менән ҡыҙ тапһа ла, үкенескә күрә, икеһе лә ауырып үлә. Элек ауырыу күп булып, балалар ҙа күпләп ҡырылған. Оҙаҡламай Бөйөк Ватан һуғышы ҡубып, Алтынтимерҙе тәүгеләр рәтендә фронтҡа алалар. Әсәйем күрһәткән һүрәт, моғайын, ана шул һуғышҡа китер алдынан булғандыр. Шул китеүҙән Алтынтимер ҡабат Бала-Сытырманға әйләнеп ҡайтмай. Әммә әсәйем “һалдатка” булып ҡайны һәм ҡәйнә янында йәшәүен дауам итә. Улар ҙа яҡшы күңелле кешеләр булып, әсәйем һөйләүенсә, уны үҙ балалары кеүек күргәндәр.
Бына һуғыш та бөтә, иҫән ҡалғандар ауылға ҡайта. Тормош үҙ күсәренә ултыра кеүек. 1947 йылдың көҙөндә, тип хәтерләй әсәйем, ат егеп атайым килеп төштө. Ни өсөндөр йөҙө бошонҡо күренде.
– Фәриҙә ҡыҙым, йыйын. Мин һине алырға килдем. әйберләреңде йый.
Көтөлмәгән хәбәрҙән әсәйем ҡаушап ҡала. ҡайны менән ҡәйнәһенең йөҙҙәренә лә хәсрәт күләгәһе ята. Күҙҙәрендә – йәш. ҡарттар өсөн килендән айырылыу ысынлап та оло ҡайғы булғандыр.
– Алтынтимер хәҙер кире ҡайтмаҫ, – ти олатайым. – Йәшһең бит әле. Мында бер үҙең ҡартайырға йыйынаһыңмы ни? Әйҙә, һине һоратҡан кеше бар.
Өйҙә ҡапыл тынлыҡ урынлаша. Һуңғы һүҙҙәр әсәйемә көтөлмәгәнсә яңғырай. Быға әҙерме һуң ул? Күңеленең эске өлөшөндә, бәлки, әҙер ҙә булғандыр. Сөнки 26 йәш кенә бит әле уға. Ә тирә яҡ тулы тол ҡатындар, һуғыш йылдарында буй еткергән ҡыҙҙар. Әммә атаһының ҡапыл, бер ниндәй уратып-суратыпһыҙ әйткән һүҙҙәре уны болоҡһота.
– Һин аны белергә тейеш. Аҫҡы урамдан Мөхәмәтшаның кесе улы Фәйруша. Ул һуғыштан сулаҡ булып ҡайтты, – тип ҡыҙына тура ҡарамай ғына һөйләнә олатай.
– Нейә, аның бисәһе юҡ инеме ни? – әсәйемдең һорауы ишетелер-ишетелмәҫ.
– Айырылыштылар, – олатайымдың тауышы йомшара төшә. – Ҙур ғауға булды. Бисәһен уғрылыҡта ғәйепләнеләр. Суд та булды шикелле.
Бына шулай көтмәгәндә генә әсәйем икенсегә тормошҡа сыға. Атайыма. Уға ауылда “Фәйруша” тип өндәшһәләр ҙә, ни өсөндөр рәсми ҡағыҙҙарҙа атайым үҙен “Хайруш” тип йөрөттө. Әсәйемә өйләнгәндә уға 34 йәш була. Литва ерендә барған һуғыштарҙа артиллерия снарядынан атайым ҡаты яралана. Уң ҡулының аҫҡы яғы бөтөнләй серпәкләнеп, уны госпиталдә ҡырҡалар. Бер нисә ай дауаланғандан һуң саперҙар ротаһы старшинаһы Хайруш Хужинды хәрәкәттәге армиянан ғәмәлдән сығарып, өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ауылда ирҙәр етмәгәнлектән, ул шунда уҡ колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә.
Атайым эшкә бик иртә китеп, һуң ғына ҡайта торғайны, шуға күрә бөтә хужалыҡ, шул иҫәптән ирҙәр эше лә, әсәйем елкәһендә булды. Хәйер, уға был эшкә күнегеү кәрәк тә булмағандыр, сөнки һуғыш йылдарында барлыҡ ирҙәр эше лә ҡатын-ҡыҙ иңендә була. Әсәйемдең көс етмәүгә лә зарланғанын хәтерләмәйем: ашлыҡ йәки бәрәңге тултырылған тоҡтарҙы күтәргәнен үҙемдең дә күргәнем булды.
Ауыр эш – бер ҡасан да шатлыҡ түгел. Әгәр ҙә ул һинең хәлеңде тайҙырғансы булһа – бигерәк тә. Әсәһенең иртә донъя ҡуйыуы, үгәй әсә ҡулында күргән интегеү-түбәнселектәр, яратып өлгөргән тәүге иренең һуғышта үлеп ҡалыуы әсәйемдең холҡона үҙ йоғонтоһон яһай: ул бойоҡ, күңел аса белмәгән ҡатын булып формалаша. Артабан был торош уның йәшәү рәүешенә әүерелә.
Әсәйемдең тормош юлын күҙаллаһаң, эске кисерештәре бик көслө булғандыр, тигән һығымтаға киленә. Уларҙы кемгәлер һөйләп, эсен бушатмаһа, ул, моғайын, аҡылдан яҙыр сиккә етер ине. Уның эс-серҙәрен уртаҡлашыусы төп кеше, моғайын, Биби инәй булғандыр. Бик яғымлы, изге күңелле, асыҡ кеше ине. Әсәйем уны “әхирәт” тип йөрөттө. Ә Биби инәйҙең ире Мансур бабай атайымдың дуҫы булған. Тик ул һуғышта алған ҡаты яралар арҡаһында бик иртә донъя ҡуйған.
Биби инәй беҙгә һирәк килә торғайны. Әсәйем уны күреүгә бик ныҡ шатлана, шунда уҡ самауыр ҡуйырға тотона. Серҙәрен уртаҡлашып, бик оҙаҡ ултыра ине ике әхирәт. Биби инәй ҡайтырға була ишек төбөнә килгәс тә әсәйем, инәлеп, уны тағы ла кире ултырта торған булды. Һуңынан:
– Рәхмәт инде һиңә, әхирәт. Һөйләшеп, эс бушап ҡалды, – тип ҡат-ҡат рәхмәт уҡып оҙатыр ине.
...Йәй айҙары. Бер саҡ мин күҙ бәйләнеп килгән мәлдә кемдеңдер үтә ҡайғылы итеп йырлауына уяндым. Ул йыр шул тиклем һағышлы, хатта иң шат күңелле кешенең дә күҙенән йәш бәреп сығарырлыҡ. Башымды күтәреп ҡараһам, әсәйемдең яратҡан урыны – мейес буйында ултырғанын күрҙем. Ул ҡараштарын ҡайҙалыр төбәгән дә йырлай. Бәлки, илағандыр. Миңә ул саҡта ун ике-ун өс йәштәр булғандыр, шуға күрә әсәйемдең ни өсөн бындай хәлдә булғанын аңлап еткермәнем. Ә йырының һүҙҙәре ул саҡтарҙа популяр булып, радионан йыш тапшырылған бер спектаклдән Басир исемле геройҙың ҡатынына һуғыштан ебәргән сәләме. Хәтерем яңылышмаһа, унда шундай юлдар бар:
Йырға һалып хат ебәрәм, Фатимам,
Йыр һөйөүсе дуҫтарым артынан.
Мин иҫән, мин үлмәм,
Мөхәббәт көслө, тиҙәр үлемдән.
Был тәрән һағышлы йырҙан минең дә илағым килеп китте. Йоҡлағанға һалышып, кире яттым. Әсәйем уянғанымды күрҙе, ахырыһы. Йырлауҙан туҡтаны ла, күҙ йәштәре аша моңһоу ғына:
– Мин ҡунаҡтан әҙерәк эсеп ҡайттым, – тип көрһөндө.
Бындай хәлдә мин әсәйемде ҡабат күрмәнем. Ә хәҙер үрҙә әйтелгән йырҙы ни өсөн йырлауын аңлайым шикелле. Бәлки, ул тәүге ире Алтынтимерҙе һағынып йырлағандыр. Атайымды яраттымы икән ул? Минең өсөн был һорауға яуап юҡ. Әммә шуны беләм: ике йөҙлөлөк әсәйемә хас сифат булманы.
Күңел һағыштарын баҫыу өсөнмөлөр, әсәйем үҙен һис бер йәлләмәйенсә, ат кеүек эшләне. Нимәгә тотонһа ла, аҙағынаса еткермәйенсә туҡтамау – уның өсөн яҙылмаған ҡағиҙә. Ҙур эш булһа, тамам хәлдән таймайынса, аяҡ-ҡулы талмайынса туҡтамаҫ. Ял итергә ултырһаң, тороп китеүе, тән яҙҙырыуы ауыр, тиер ине. Ошолай хәйләһеҙ эшләү арҡаһында әсәйем үҙен күп ауырыуға дусар итте. Илле йәшендә пенсияға сыҡҡанда уның атлап йөрөүе оло ҡарсыҡтарҙыҡына оҡшап ҡалғайны. Әммә ул таяҡ таянманы, моғайын, ғәрләнгәндер. Көндөҙ – биле, төндәрен аяҡтары һыҙлауҙан интекте.
Ауылдағы күпселек ҡатын-ҡыҙ кеүек, әсәйемә утарға колхоз йыл һайын бер гектар шәкәр сөгөлдөрө бирә. Ул йылдарҙа техника трактор менән комбайндан уҙмағанлыҡтан, сөгөлдөр баҫыуындағы ҡый үләндәрен тәпке менән ҡырырға тура килде. ҡулға ҡорал тоторлоҡ йәшкә еткәс, мин дә, апайымдарға эйәреп, сөгөлдөр баҫыуына йөрөнөм. Сөнки был эш беҙҙең оҙон йәйге каникулға тура килә ине.
Иртәнге сәйҙе эсеп алабыҙ ҙа тәпкеләрҙе яурынға һалып, баҫыуға китәбеҙ. Бәхеткә күрә, сөгөлдөрҙө ауылға яҡын урындарҙа сәсә торғайнылар. Килеү менән әсәйем һәр ҡайһыбыҙға нисә рәт, нисә аҙым утарға кәрәклеген үлсәп, үҙенсә әйткәндә “задание” бирә. Күрәһең, ошолай итеп ул кемдең нисек эшләгәнен: тырышыпмы, әллә иренепме, билдәләй алған. Ни өсөндөр мин үҙемә бирелгән майҙанда эште барыһынан, хатта Вәлит ҡустымдан да артта ҡалып тамамлайым. ҡый үләндәрен бөтөрөү өсөн шулай тырышҡанмындыр инде. Әсәйем Вәлитте, шәп эшләйһең, тип маҡтай. Ниндәй хәйлә менән минән өс йәшкә бәләкәй, тимәк, көс яғынан ҡайтыш ҡустым шулай өлгөр була алғандыр? Үҙемә ҡарата маҡтау һүҙҙәре миңә эләкмәне.
– Әкрен ҡыбырҙайһың, – тип һуҡраныр ине әсәйем.
Ә ҡустымдың нисек алдынғыға сығыуын мин көҙ сөгөлдөр алғанда белдем. Вәлит утаған урындарҙа ҡотороп ҡый үләндәре үҫкәйне. Хатта сөгөлдөрө лә әллә ни эреләнә алмаған. Тимәк, ҡустым тәпкеһен унан-бынан ғына һелтәгән, ҡый үләндәре өҙөлмәгән, ә тупраҡҡа күмелеп кенә ҡалған. Әсәйем быны күреп асыуланды, әммә кемдең ғәйепле булыуын белә алманы, шикелле. Бәлки, белеп тә өндәшмәгәндер. ҡустым бәләкәй бит, уны нисек әрләмәк кәрәк? Мин дә өндәшмәнем, сөнки ошаҡ ташыу ғәҙәтемә инмәне.
Әсәйемдең иң ҡайғылы көндәренең береһе, моғайын, 1974 йылдың 17 октябре – Вәлит үлгән көн булғандыр. Көҙ бик йылы һәм ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, ул көндө ныҡ болотлап торҙо. Иртәгәһенә Вәлит Стәрлебашҡа хәрби комиссариатҡа барырға тейеш ине. Әммә ул иртә менән ҡайҙалыр сығып юғалды, төшкө ашҡа ла ҡайтманы. Әсәйем ни өсөндөр бик ныҡ борсолдо, миңә эҙләргә лә ҡушҡайны. Киске биштәр тирәһендә Кәбир исемле малай килеп, мине Әхмәҙи еҙнәмдең йылҡы аҙбары янына саҡырыуын әйтте. Быны әсәйем дә ишетте, һәм тиҙерәк барырға ҡушты. Мин килгәндә Әхмәҙи еҙнә менән ике-өс ир тышта ниҙер һөйләшеп тора ине.
– Вәлит яман эш эшләгән, – тине ул, миңә ҡарамай ғына.
Мин ул күрһәткән һарай тәҙрәһенә ҡараным. Унда ҡустымдың һарай урҙаһына аҫылынып, оҙонайып киткән кәүҙәһе күренде. Был ҡот осҡос хәбәр әсәйемде шунда уҡ аяҡтан йыҡты. Ул бер туҡтауһыҙ “Вәлит, Вәлит!” – тип аҙарынып ҡысҡырҙы.
Йылдар үтте. Беҙ барыбыҙ ҙа үҫеп етеп, төрлө яҡтарға таралыштыҡ. 70-се йылдар уртаһында атайым донъя ҡуйҙы. ҡыҫҡа булды уның ғүмере: барлығы 62 йәш. Олатайымдан егерме йылдан ашыу кәмерәк йәшәне. Һуғышта күргән яфалар арҡаһында йыш ҡына тыны ҡыҫылды, аяҡтары һыҙланы. Ғүмеренең һуңғы йылдарында атайым йә дауаханала ятты, йә өйҙә генә дарыуҙар эсте.
Атайым үлгәндә Саматҡа ун ике йәш кенә ине. Ул йылдарҙа БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инергә хыялланып, имтихандарҙы тапшыра алмай йөрөгән саҡ. Атайым үлгәндән һуң әсәйем:
– Улым, әллә уҡымайһыңмы? Кешеләр уҡымаһа ла йәшәй бит, – тине.
– Юҡ, мин барыбер уҡыйым, – тип ныҡыштым мин.
– Беҙҙе кем ҡарар һуң? – әсәйемдең мине уҡытырға теләмәүенең сәбәбе ошонда икәнен мин аңлай инем.
– Самат үҫеп килә бит. ҡайтып, ярҙам итеп йөрөрмөн.
Эргәлә баҫып торған ҡустыма күҙ ҡыҫтым. Ул күңелһеҙ генә йылмайған булды. Вәлиттең үлеүенә бер, атайымдыҡына иһә – ярты йыл да юҡ.
Ныҡышмалылыҡ ҡалалар ала, тиҙәр бит. Мин үҙем ынтылған факультетҡа ике йыл рәттән имтихан тотоп та инә алмағас, филология факультетында уҡыным. Урта мәктәпкә директор итеп ебәрһәләр ҙә, үҙемдән педагог сыҡмаҫын белә тороп, унда бармаҫҡа булдым. Яҙмыш Стәрлебаш районының “Ленин юлы” гәзите редакцияһына килтерҙе. Унда ике йыл ярым эшләгәндән һуң Өфөгә “Совет Башҡортостаны” гәзитенә күстем. Әсәйем дә ҡартайҙы, ауылда донъя көтөргә көсө ҡалмағас, ҡалаға күсергә мәжбүр булды. ҡалған дүрт йыл ғүмерен ул ошонда, үҙе әйтмешләй, дүрт стена араһында үткәрҙе. Нисек ҡыйын булғанын үҙе генә белгәндер. ҡөрьән китабын ҡулынан төшөрмәне тиерлек, йыуанысы шул булғандыр.
– Йә Хоҙай! Аяғымдан мәхрүм итмә. Кеше ҡулына ҡалдырма, – тип ялбарҙы ул.
Аллаһы Тәғәлә уның теләктәрен ҡабул ҡылды. 1999 йыл ноябренең һуңғы көнө уның ғүмер көҙөнөң һуңғыһы булды. Күрәһең, әсәйем үҙенең вафатын һиҙмәй йөрөгән, васыят-фәләнен дә еткермәне. Ятып ҡына торған еренән үтеп китте.
Ауыл зыяратында тағы ла бер ҡәбер артты. Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда мин һәр саҡ зыяратҡа инәм, әруахтар менән иҫәнләшәм. Бер заман барыбыҙҙың да урыны ошонда буласаҡ, тигән уй килә.
Әсәйем бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған, тип әйтергә нигеҙ тапмайым, ә бына бәхетһеҙ йондоҙ аҫтында, тиергә тел әйләнмәй.