RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аяҡты һуҙһаҡ, юрған етерме?

21.09.2012 Аяҡты һуҙһаҡ, юрған етерме?

Был революция тауыш-тынһыҙ ғына үтә кеүек... Хөкүмәт һәм Кремль, ҙур масштаблы инфраструктура проекттары өҫтөндә эш алып бармаһа, ил йәшәй алмаҫ тип уйлай, ахыры. Хәҙер чиновниктарға проекттарҙы тормошҡа ашырырға “оҙон аҡса”, йәғни бөгөн үк әйләндерешкә индерерлек сумма талап ителә. ҡаҙнала ундай аҡса юҡ, шуға күрә башҡа ысулдар ҡарала. Әмәлен таптылар кеүек – быға эшләүсе граждандар пенсияһының тупланма өлөшөнөң яртыһы һәм хәрбиҙәрҙең торлаҡ өсөн тупланмаһы – бөтәһе 1,5 трлн һум, шулай уҡ страховкалау компанияларының резервтағы аҡсаһы һәм "Внешэкономбанк"тың капиталы йүнәлтеләсәк.
Ниндәй эштәр өсөн шул сама аҡса кәрәк тиһегеҙме? РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән исемлек оҙон: тимер юлдарҙы реконструкциялау, бушлай һәм түләүле автомагистралдәр төҙөү проекттарынан тыш, диңгеҙ порты, балыҡ комбинаты, логистик үҙәктәр, ағас эшкәртеү комбинаты, хатта Хабаровскиҙа халыҡ-ара курорт төҙөү планлаштырыла. Бөтә эшкә 2020 йылға тиклем 9,6 трлн һум аҡса талап ителә.

ҡырып-һепереп...

Урыҫ халыҡ әкиәте “Йомро-йомро икмәгем”дә (“Колобок”) әбей бабайына лар төбөн ҡырып-һепереп икмәк бешерә. Чиновниктарҙың инвестиция өсөн юлдар эҙләүен ана шул күренеш менән тиңләргә мөмкин.
“Оҙон аҡса”ның төп сығанағы – ул пенсияның тупланма өлөшө. Шуға бәйле ҡайһы бер чиновниктар, РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәренең һүҙенә ҡарамай, пенсияның тупланма өлөшөн һаҡлап ҡалырға кәрәклеген билдәләй.
– Рәсәй Пенсия фондының “Внешэкономбанк”тағы пенсияның тупланма өлөшө – 1441 млрд һум.
– Буласаҡ пенсионерҙарҙың дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарындағы һәм идара итеүсе компаниялар­ҙағы аҡсаһы – 537 млрд һум.
– Дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарындағы һәм идара итеүсе компаниялар фонды резервы – 717 млрд һум.
– Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ аҡсаһы – 165 млрд һум.
– Страховкалау компаниялары резервы – 500 млрд һум.
– Үҫеш институты булараҡ “Внешэкономбанк”тың аҡсаһы – 270 млрд һум.
– Хәрбиҙәрҙең тупланма-ипотека аҡсаһы – 82 млрд һум.
2013 – 2015 йылдарҙа бөтә сумманың 40 проценты инфраструктура проекттарына йүнәлтеләсәк, был сумма – 1,5 трлн һум.

ҡайҙа? Күпме?

“Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә бөтә сумманың иң ҙур өлөшө тәтейәсәк. Уның өс йыллыҡ инвестиция программаһында 3 трлн һумлыҡ проект бар, шуның 700 миллиард һумы заемға бирелгән. Шуларҙың иң мөһиме – Ямалдан шыйыҡлатылған газды ҡулла­ныу­сыларға ебәреү өсөн диңгеҙ порты төҙөү. Был төҙөлөш өсөн бөтәһе 55,8 млрд һум аҡса талап ителә, шуның 36,4 млрд һумын дәүләт ҡаплаясаҡ.
Бушлай һәм түләүле автоюлдарҙы төҙөкләндереү һәм яңыларын төҙөү өсөн 1,6 трлн һум аҡса кәрәк, шуларҙың 350 млрд һумы заемға алынған. Усть-Кут – Транссиб – Якутия аша үткән 3 000 саҡрымлыҡ “Вилюй” трассаһын төҙөү планлаштырыла. “Газпром”, "Роснефть", "Сорғотнефтегаз", "Алроса" ошо маҡсат өсөн 57,5 млрд һум аҡса бирәсәк. Шул күләмдәге сумманы пенсионерҙарҙан аласаҡтар.
“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең дә аппетиты шәп. Уларҙың инвестиция программаһы “Газпром”дыҡынан кәмерәк, әммә талап ителгән сумма бәләкәйҙән түгел – 385 млрд һум. Тимер юлсылар эшләп килгән линияларҙың мөмкинлектәрен киңәйтергә, шулай уҡ Амур йылғаһы аша күпер төҙөргә ниәтләй.
Мәскәүҙәге Шереметьево, Внуково һәм Домодедово аэропорттарын реконструкциялау өсөн 84 млрд һум күләмендә инвестиция тәҡдим ителә.
Был исемлектә бер нисә диңгеҙ порты ла бар. Йөҙләгән миллиард һум аҡса Мурманск, Находка, Посьет, Дондағы Ростов, Усть-Луга, Балтийск порттарын төҙөкләндереүгә һәм киңәйтеүгә йүнәлтеләсәк. Тағы ла Краснодар крайы – Новороссийск, Тамань, Кавказ проекттарына аҡса табыу мәсьәләһе ҡарала.
Пенсионерҙарға балыҡ комбинаттарынан (Татарстан, Мәскәү өлкәһендә төҙөләсәк), ағас комбинатынан (Сахалин), күмер табыу ятҡылыҡтарынан (Чукотка, Магадан) килем көтөргә тәҡдим ителә.
20,5 млрд һум аҡсаны “халыҡ-ара кимәлдәге туристик-рекреацион зона”ға һалыу тәҡдим ителә. Ул Хабаровск янындағы Ҙур Уссурийск утрауында төҙөләсәк. Был биләмәне Рәсәй һәм ҡытай араһын нығытыу өсөн үҫтереү күҙаллана.

Көтөлгән килем булырмы?

Проектҡа аҡса бүлгәндә, әлбиттә, уның иҡтисади һөҙөмтәлелеге иғтибарға алына. Ул үҙ-үҙен аҡлап ҡына ҡалмай, табыш та килтерергә тейеш. РФ Иҡтисади үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, әлеге проекттарҙың һөҙөмтәлелеге билдәләнмәгән.
Эксперттар, проекттар тормошҡа ашыр һәм ҙур аҡса килтерә башлар, тигән тулы ышаныста булырға ярамай, хәүеф бар, тип киҫәтә. Әммә инфраструктура облигациялары буйынса яуап­лылыҡты дәүләт үҙенә ала. Инфра­структураны үҫтереүҙең һөҙөмтәһе асыҡ күренәсәк: яҡшы юлдар, яңы төҙөлөштәр иҡтисадҡа ыңғай йоғонто яһаясаҡ, транспорт инфраструктураһы илдең хәрби-стратегик ҡеүәтен арттырасаҡ. Бында дәүләттең үҙ иңенә үтәй алмаҫлыҡ бурыстар алмауы мөһим.
Эйе, илебеҙ бик киң. Көньяҡтан төньяҡҡа, көнсығыштан көнбайышҡа меңәрләгән саҡрым һуҙыла. Башҡалар алдында бахыр булғы килмәй, һәр төбәкте үҫтерергә, ҙур-ҙур эштәр атҡарырға дәрт уяна. Әммә аяҡты һуҙһаҡ, юрғаныбыҙ етерме икән? Проекттарға аҡсабыҙҙы һалыуын-һалырбыҙ ҙа, өмөтөбөҙ аҡланырмы? Мәҫәлән, тимер юлдарға йүнәлтелгән инвестиция тик 20 йылдан һуң ғына табыш килтерәсәк, ти иҡтисадсылар. Инфляция ай үҫәһен көн үҫкәндә, егерме йылға түгел, биш йылға матди хәлде билдәләүе ауыр. ҡырып-һепереп бешергән икмәге ташлап ҡасып киткән әбей менән бабай хәлендә ҡалмаһаҡ ярай ҙа ул.

Әйткәндәй
Билде биштән быуырға тура килер, ахыры

Сентябрҙә Рәсәйҙә хаҡтар яҡынса 1 – 2 процентҡа күтәрелде. Эксперттар билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем тағы ла артасаҡ. Һөт ризыҡтары – 25, ит – 15 – 20, ярмалар 7 – 10 процентҡа тиклем үҫәсәк, ти улар.
Башҡортостанда хаҡтар августа 0,3 процентҡа артты. Йыл башынан ул 4,4 процент тәшкил итә. “Башҡортостанстат” мәғлүмәтенә ҡарағанда, республикала бөтә төр хеҙмәттәр һәм тауар төркөмдәрендә хаҡтар артҡан. Иң нығы аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән. Он менән икмәккә бер ай эсендә хаҡ 8,7 процентҡа үҫкән. Ярмалар һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың хаҡы 4,8 процентҡа артҡан. Йомортҡа, сыр һәм шәкәрҙең хаҡы үҙгәрмәне.
Торлаҡты ҡуртымға алыу йыл башынан 18,6 процентҡа тиклем ҡиммәтләнде. Сит илдә ял итергә теләүселәргә күберәк аҡса сығарырға тура киләсәк, ә бына республика шифаханаларына путевка хаҡтары бер кимәлдә һаҡлана.
Ауыл хужалығының яңы уңышы хаҡтарҙы бер аҙ йүгәнләп торһа ла, һуңғараҡ ул барыбер артасаҡ. Эксперттар бының сәбәбен ҡоролоҡта һәм яғыулыҡ-майлау материалдарының ҡиммәт булыуында күрә.
Шулай ҙа ил Хөкүмәте артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өндәй. Көрсөккә ҡаршы программа өҫтөндә эшләүҙәре менән йыуата. Хәлдәр бер ҙә ҡыуандырырлыҡ түгел шул. Ил иҡтисадында көсөргәнешле хәл тыумаһын өсөн, эске тулайым продукт (ВВП) үҫеше йылына 15 процент тәшкил итергә тейеш. Әммә, “рәсми оптимистик сценарий” буйынса, ул киләһе йыл 4,5 процент буласаҡ, ә ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә был һан ни бары 2,7 процент тиелә.
Бының сәбәбе – инвестицияларҙың ил баҙарынан китеүе һәм капиталдың ситкә ағыуы. Һөҙөмтәлә Хөкүмәт электән үк барыбыҙға ла таныш булған күренеш – халыҡтан аҡса тартып алыу сценарийын ҡулланмаҡсы.
Иҡтисадсылар ил ҡаҙнаһын һаҡлап ҡалыуҙы девальвация индереүҙә күрә. Шулай уҡ улар йә һалымды арттырырға, йә льготаларҙы бөтөрөргә кәңәш итә. Бының менән генә “халыҡтан аҡса тартып алыу” исемлеге бөтмәй. Иҡтисадсылар әйтеүенсә, “матур бер көндә Хөкүмәт ағзалары ҡоро һүҙ ҡуйыртыуҙан аныҡ эшкә күсер”, йәғни торлаҡҡа һалым индерер. Фатирҙарын арендаға биреүселәр дәүләткә һалым түләй башлаясаҡ, быға тиклем был “бизнес”ты бер кем дә контролдә тотмай ине. Шулай уҡ медицина һәм мәғарифҡа йүнәлтелгән сығымдарҙың ҡыҫҡартылыуы ихтимал. Әммә был ысулдар ғына ҡаҙналағы “тишек”те ямарға етмәйәсәк әле... Бер һүҙ менән әйткәндә, артабанғы тормош беҙгә ожмах кеүек тойолмаясаҡ.
Ә ни өсөн беҙ шундай хәлгә тарыныҡ һуң? Бында Хөкүмәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләүе “ғәйепле”. Бөгөнгө сығымдарҙың күп өлөшө хоҡуҡ һаҡлау органындарына һәм футбол буйынса донъя чемпионаты, Сочиҙағы Олимпиада кеүек пафослы сараларға йүнәлтелә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»