21.09.2012 Ҡом, балсыҡ, ҡырсын урланған
Республикала, әлбиттә, был файҙалы ҡаҙылмалар – тәбиғи төҙөлөш материалдары күп. Шулай ҙа уларҙы ҡаҙыу, ташыуға ла рөхсәт кәрәк. Башҡортостанда ошо юҫыҡта махсус комиссия булдырылған. Ул һуңғы ай ярым эсендә генә әлеге материалдарҙы законһыҙ алған 19 осраҡты асыҡлаған.
Августың беренән сентябрь уртаһынаса 64 рейд үткәрелгән. Закон боҙоу Өфө, Благовещен, Иглин, ҡариҙел, ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында теркәлгән. Инспекторҙар граждандарға – 24 мең һум, вазифалы шәхестәргә 35 мең һум штраф яҙған. Һуңғы аҙнала ғына үткәрелгән 15 рейдта йәнә рөхсәтһеҙ ҡом, балсыҡ, ҡырсын алыуҙың туғыҙ осрағы теркәлгән. Күрәһең, кешеләр тәбиғәт байлығын файҙаланыу өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй тип уйлай. Теләгән берәү күпләп ер соҡой башлаһа, ни буласағын күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле.
Әлеге маҡсатлы тикшереүҙәр октябргә тиклем дауам итәсәк.