RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»

18.09.2012 «Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»

Бер аҙҙан уның саф түгеллеген аңлап, туҡтап ҡалдым. Ә һин ысынлап та уйнаш икәнһең, тип Сәлиәгә йоҙроҡ менән эләктерҙем дә, сығып киттем, туңҡайғансы эсеп, ошо эскәмйәлә таңды ҡаршыланым. Уның йомшаҡ тәненә ҡағылған ҡулдарым нишләп шунда уҡ ҡороманы икән? Шунан алып йыш ҡына эсеп ҡайтып, уны туҡманым, биҙерәттем. Һин һалҡынһың, һин буш ҡыуыҡһың, һин уйнашһың − ниндәй генә йәмһеҙ һүҙҙәр әйтмәнем. Барыһы ла үҙемдең көсһөҙлөгөмдән. Яратам, тип ғүмеремдә әйтмәһәм дә, үҙем уны үлеп һөйәм. ҡаршы ирешһен, ҡаршылашһын, аҡланһын ине, ләкин юҡ. Бер һүҙ өндәшмәй. Был мине тамам сығырымдан сығара, эсемдәге януарҙы аҙарындыра. Миңә унан бер йылы ҡараш етә ине бит, ләкин ул таш кеүек һалҡын ҡалды. Исмаһам, балаға уҙһын ине, тип хоҙайға ялбарам, тик бушҡа ғына. Үҙемдең уй-хистәремә башкөлләй сумып, уның эскегә һабышҡанын һиҙмәй ҡалдым. Әҙләп кенә, еҫе лә һиҙелмәҫлек итеп төшөрөргә тотонған Сәлиә бер ни тиклем ваҡыттан һуң өҫтәлгә аш тәрилкәһе янына араҡы шешәһе ултырта башланы. Икәүләп кенә эсмәйбеҙ, шешәләш әшнәләр тиҙ табылды. Өйҙөң ҡото китте, Сәлиәне эштән ебәр­ҙеләр. Мин, ир кеше булараҡ, бирешмәйем, ярты төнгәсә эсһәм дә, иртән башты һалҡын һыуға тығып йыуынып, ҡырынһам, әпәт кешегә оҡшайым, ә ул йәһәт биреште. Күҙ алдында ябыҡты, күҙ аҫтары ҡарайҙы, төшөнкөлөккә бирелде. Улай ғына ла түгел, ирҙәр менән типтерә башланы. Иҫерек кәләшемде башҡаларҙың ҡосағынан йолоп алып ҡайтып типкеләйем, үҙемдең уны йәлләүҙән йәнем сыға... Бындайҙы бер кемгә лә кисерергә хоҙай ҡушмаһын. Күршеләр ғауға ҡуптарып, ауылдан әсәйем килеп, беҙҙе шыңғырлатмаһа, белмәйем, күпмегә барыр ине беҙҙең кәйеф-сафа ҡороуҙар. Әсәйем, нимә, атаң юлын ҡыуырға итәһеңме, тип мине бер таҡтаға баҫтыр­ғас, ятып сыҡһаң, ҡаның ағыуҙан тиҙерәк таҙарыр, тип өгөтләп, Сәлиәне дауаханаға алып китте. Аҙаҡ ҡобараһы осоп, эшләгән еремә килде: «Улым, килендең хәле хөрт тиҙәр бит әле... Үҙең табиптарға барһаңсы...»
Сәлиәнең түшендә, мин яңылыштан ҡағылып, усымды яндыр­ған матур ҡалҡыу түшендә, яман шеш барлығы асыҡланғайны. Уны баш ҡалаға ебәрҙеләр. Яман шештең ҡурҡыныс формаһы булған унда, дауаларға һуң, метас­таздар бар ағзаларына таралған, тип кире ҡайтарҙылар. Сәлиәне, тормошобоҙҙо уйлап йоҡоһоҙ үткәргән төндәрҙең береһендә мейемде бер уй ярып үтте − түшен төйгөсләп, мин яман шешкә юл асҡанмын! Был уйҙың дөрөҫлөгөндә һис бер шигем юҡ ине, мин генә ғәйепле, мин. Сәлиә алдындағы ғәйебемде таныуҙан йөрәгем ярыла яҙҙы. Тик башыңды ташҡа бәрһәң дә, булғанды кире ҡайтарыуы мөмкин түгел. Сәлиә дауахананан ҡайт­ҡас, мин уны усымда ғына йөрөттөм. Холоҡһоҙланһа ла, һыр бирмәнем – ғүмере һанаулы ҡалғанын белә инем, шуға барыһын да күтәрҙем. Әллә ҡайҙан араҡы табып эсһә лә, асыуланманым, ҡосағыма алып, бәпәйҙе йыуатҡандай сәстәрен һыйпап бәүеттем, ебәр, һине күрә алмайым, тип битемде тырнағанында ла ебәрмәнем. Һыҙланыуҙарына түҙә алмай илағанында, ваннаға бикләнеп, мин дә илай торғайным. Беҙ, ике бисара, икебеҙ ике ерҙә һулҡылданыҡ...
Кәләшем ныҡ ауырыҡһығас, уны урындағы дауаханаға алып барҙым. Әммә бер-ике көндән ул, алып ҡайт мине, тип ялбарҙы. Алып ҡайтып, диванға урын йәйеп һалғас, Сәлиә, китмә, ултыр янымда, тине. Тыңлаусан көсөк кеүек аяҡ осона ултырҙым. Ул, һине яратмай кейәүгә сыҡҡаным өсөн дә, сафлығымды һиңә түгел, ә башҡа берәүгә биргәнем өсөн дә ғәфү ит, тине. Һин түгел, мин ғәфү үтенергә тейеш, тип ауыҙымды асҡайным, ымлап, туҡтатты: «Тиҙҙән китермен инде мин, шуға эсемдәген һиңә бушатам. Бәлки, һин мине ғәфү итә алырһың. Мин бөтөнләй үк мөхәббәтһеҙ йән түгел ул. Һине һөймәһәм дә, башҡа берәүгә шул тиклем ғашиҡ булғайным бит мин. Һин армиянан ҡайтмаҫ борон ялыбыҙҙа ҡыҙҙар менән йылғаға һыу инергә барҙыҡ. Шунда ҡомда ҡыҙынып ятҡан егеттәр менән танышып, һөйләшеп киттек. Бергә волейбол уйнаныҡ. Оҙон буйлы, һөйкөмлө бер егетте тәү күреүҙән үк оҡшатҡайным, ул да минән күҙен ала алманы. Бына һин ҡатыһың, эсеңдә нимә булғанын белеп булмай, хатта йылмайыуың да һирәк, ә ул бөтөнләй икенсе − минең кеүек хисле, тойғолары ла йөҙөндә, үҙе йылмайып-көлөп кенә бара. Бергә күңелле ваҡыт уҙғарғас, йәкшәмбе көндө лә осрашырға килештек. Ләкин йәкшәмбе иртәнән ямғыр яуып, көн бер аҙ һыуытты, һәм әхирәттәрем йылы бүлмәлә ултырыуҙы хуп күрҙе. Ә мине ниндәй­ҙер көс йылғаға әйҙәне. Яҙмыш тигәндәре шулдыр, ахыры. Килешелгән сәғәткә ярға төшкәс тә, йылға буйында яңғыҙ ултырған теге егетте шәйләнем. Йөрә­гемдең талпынып китеүҙәре... Ул, мине күреп ҡалғас, һикереп торҙо ла ҡаршыма атлыҡты: «Һинең килереңде шул тиклем көттөм!». Бер ни тиклем йотлоғоп күҙҙәремә ҡарап торғандан һуң, эйелеп ирендәремдән үпте. Уның ирендәре һутынан ишелеп төштөм, иренем, юғалдым... Уғаса егеттәр менән бер тапҡыр ҙа үбешкәнем юҡ ине. Беҙ уның менән икәүҙән-икәү һалҡынса йылғала балалар кеүек шаярып ҡойондоҡ, баҫтырышып уйнаныҡ, ҡосаҡлаштыҡ, үбештек. Һиңә бындай нескәлектәрҙе ишетеү еңел түгелдер, шулай ҙа тыңла. Ана шунда, һыу эсендә, беҙ бергә үрелдек, бер-беребеҙгә һеңдек. Мин хатта ни булғанын аңламай ҙа ҡалдым, ләкин оялыу тойғоһо бер аҙға ғына күңелемде ҡырҙы ла шунда уҡ ебәрҙе. Ул, беҙ иртәгә үк ЗАГС-ҡа ғариза алып барасаҡбыҙ, беҙ бер-беребеҙ өсөн тыуғанбыҙ, тип күҙҙәремдән, ҡулдарымдан үпте. Беҙҙе бергә күрһәләр, ятаҡта артыҡ һүҙ булыр, тип мин уның оҙатмауын үтендем. ЗАГС янында осрашырға вәғәҙәләшеп, шул ярҙа хушлаштыҡ. Шундай бәхетле инем, атлап түгел, осоп ҡайттым. Икенсе көндө йырлай-йырлай, балаларҙы ҡосаҡлап һөйә-һөйә эшләнем. Төш ваҡытында эштән һорап, ЗАГС бинаһы янына йүгер­ҙем. Һәм юл аша сыҡҡанда туҡталышта һөйгәнем күҙемә салынды. Уны күреп ҡалыу менән, ҡыуанып, алыҫтан ҡул болғаным. Тик ул, мине күрмәмешкә һалыш­ҡандай, автобустан төшкән бер ҡыҙға уҡталды. Быны күреп, шаңҡыным. Аяҡтарым асфальтҡа ҡуша йәбеште, бер аҙым да атлай алмай аңшайып тик торам. Тегеләр, бер ни булмағандай, көлөшә-көлөшә ни тураһындалыр сутылдаша. Тауыштары ишетелмәй, сөнки ара алыҫ ҡына, машиналар геү килә. Көс-хәлгә гер аҫылған кеүек ауырайған аяҡтарымды атлатып, балалар баҡсаһына кире китеп барҙым. Күҙ йәшенә батып, бер нимә тоймай, күрмәй, ишетмәй атланым. Иртән эштәгеләрҙән, кейәүгә сығам, тип һөйөнсө алғайным, шуға улар миндәге үҙгәрешкә аптыраны, төпсөнә башланылар. Бер ни ҙә булманы, тиһәм дә, кискә ҡарай сирләп киттем. Һин беләһең, мин көслө кисерештәрҙән шулай тәгәрәйем дә ҡуям, − Сәлиә хәлһеҙ генә көлдө, мин, беләм, тигәндәй, баш ҡаҡтым. Хәбәрен тыңларға тәҡәтем дә ҡалмаған һымаҡ, тик ҡасып, уның яңғыҙын ҡалдырып китеп булмай, уға һыу уртлаттым да эргәһенә сүгәләнем. − «Больничный» асҡас, ауылға ҡайттым. Һинең дә армиянан ҡайтыуыңды ишетеп, клубҡа сыҡтым. Миңә йән атҡаныңды һиҙмәй торғаным бармы, был турала барыһы ла белде, һин генә ул, бер кем дә белмәй, тип йөрөнөң. Һине күреп нисек ҡыуанғанымды белһәң − күңел яраларымды һин генә дауаларһың һымаҡ тойолдо. Ә һин минең йөҙөмдән алдың. Йөҙөмдө йыртып, миңә «уйнаш» тинең. Күҙҙәремдән минең менән ни булғанын белгән һымаҡ инең. ҡапҡа төбөндә төнө буйы ултыр­ғаныңда мин дә таңғаса керпек ҡаҡманым. Һинең ыҙалап артымдан йөрөүеңде күреп, йәнем әсене. Һинең һөйөүең икебеҙгә лә етер кеүек тойолдо, шуға тәҡдимеңде кире ҡаҡманым. Аҙаҡ үкенеүҙәре-е-ем... Һинең менән бергә булған һәр көнөмдө, һәр төнөмдө һинең «уйнаш» тигән һүҙең ҡарайтты. Мин ундай түгел, түгел, тип үҙемде алдарға тырышам, әммә аяуһыҙ һүҙҙәрең бысаҡ кеүек һаман йәнемде телгеләй ҙә телгеләй. Әммә был иң аяныслыһы түгел. Иҫләйһеңме, туйға ике көн ҡалғас, һин ауылға ҡайтып киттең, ә мин иртәгәһенә ҡайтырға тейеш инем. Һине оҙатып, ҡабаланып эшкә йүгереп килһәм, ишек төбөндә берәү менән маңлайға маңлай бәрелешә яҙҙыҡ. Был ул ине. Мине күреү менән, ҡосағына алып, битемдән, күҙҙәремдән шашынып үбергә тотондо. Ни эшләйһең, бында балалар, тип уны этәрәм, ә үҙем уның еҫенән, ҡулдарынан, ирендәренән ләззәт кисерәм. Һин ҡайҙа юғалдың, нишләп ЗАГС-ҡа килмәнең, ҡайҙа эшләгәнеңде лә, фамилияңды ла һорамағанмын, мин иҫәүән, саҡ үҙеңде эҙләп таптым, тип күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарай, иҫерек бәндә һымаҡ үҙенә ҡыҫа, ҡыуана. Күҙемдән йәштәр бәреп сыҡты, башҡа берәү менән һине күрҙем, һин уны ла шулай ҡосаҡлағайның, тим. Ә ул, иҫәркәй, күрше ҡыҙыҡайҙан мине көнләштеңме, һеңлем һымаҡ бит ул, күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине, тип ауыҙ йыра: «Ә мин, һин килмәгәс­, хыялый була яҙҙым, шулай уҡ алданымы икән мине, әллә бер-бер хәл булдымы икән, тип ут йоттом». Инде уның менән күрешеү, аңлашыу ҡыуанысынан бәхет тулҡынына сумдым тигәндә һине, иртәнән һуңға туй буласағын иҫләнем. Шул ваҡытта ер сайҡалып китте. Мин һайлау алдында, юл сатында тороп ҡалдым. Бер яҡта мөхәббәт булһа, икенсе яҡта – бурыс. Һинең алдыңда, туйға мал, ҡош-ҡорт һуйып, ихлас әҙерләнгән туғандар алдында бурыс тойғоһо көслөрәк булып сыҡты. Мин кейәүгә сығам, иртәнән һуңға туйыбыҙ, тигәс, уның ағарынып китеп, телһеҙ ҡалыуҙары... Шулай өнһөҙ сығып китте ул. Әйләнеп тә ҡараманы. Әгәр боролоп килһә, үҙе менән саҡырһа, мин барыһын да ташлар ҙа сығыр ҙа китер инем. Тик ул башын эйеп китеп барҙы. ҡыҫҡа арауыҡта башҡаға кейәүгә сығырға ризалыҡ биреүемде хыянат итеп ҡабул итте, кисерә алманы. Һәм дөрөҫ эшләгән дә. Кемделер ысын күңелдән һөйһәң, башҡаларҙы бөтөнләй яныңа юлатырға ярамай. Тәҙрәгә ҡапланып, артынан илап тороп ҡалдым. Шунан алып мин уны күпме кеше араһынан эҙләһәм дә, башҡа күрмәнем. Берәй яҡҡа сығып китте, ахыры. Кинәт ҡабынып күҙ асып йомған арала һүнгән бер осҡондай ғына булды һөйөүебеҙ. Әле уйлап ятам, ҡалай мин ғәйепле икән, тип. Икегеҙ алдында ла ғәйепле. Уны ла бәхетһеҙ иткәнмен, һине лә. Хатта ҡайһығыҙҙы нығыраҡ бәхетһеҙ итеүемде самалап та булмай».
Кәләште башҡаса тыңлай алмай тороп киттем, ә ул кинәт тартыша башланы. Дауаханаға алып барып еткерә алманыҡ, «Тиҙ ярҙам»да йәнен бирҙе. Һуңғы һулышын алғанда ҡулымдан тотто, күгәргән ирендәре нимәлер шыбырланы, ишетмәнем. Берәй нәмә эшләгеҙ, ниңә бер нимә лә эшләмәйһегеҙ, тип баҡырҙым, әммә фельдшер­ҙар нимә эшләй алһын инде? Бер остоҡ ҡына йәне усымды өттө...
Ағай ҡалтыранған ҡулдары менән ыуаланып бөткән сигаретты ташлап, ҡаптан яңыны сығарып, тәмәке тоҡандырҙы: «Бына шулай, һеңлекәш... Сәлиә вафат булғас, фатирҙы ҡалдырып, ҡаланан сығып киттем. Себерҙә балалы яңғыҙ ҡатындың йылыһына эйәләштем дә, уның менән йәшәп ятҡан көнөм. Уртаҡ балабыҙ бар. Әле бөгөн кер бауында балалар кейемен күреп, Сәлиәм һаман да тере, тик башҡа берәү, теге һөйгәне менән ошонда йәшәп ята кеүек тойолдо. Алйот кеше һымаҡ, уны көтөп ултырыуым. Бәлки, мин ысынлап та аҡылдан яҙғанымдыр». Уның был һүҙҙәренән шөбһәләнеп, эргәһенән тороп киттем.
− Ағай, миңә ҡайтырға кәрәк, инде һуң бит, балаларымды йоҡларға һалаһы бар. Һеҙ ҙә ҡайтығыҙ, ултырмағыҙ бында, – өшәнеп, беләктәремде ыуҙым. − Һыуытты ла.
− Эйе шул, − тип ризалашты ул минең менән һәм ауыр ҡалҡынып, тәмәке төпсөгөн үксәһе менән төйөп һүндерҙе лә, күңелһеҙ көлөп ҡуйҙы. − Был бисәм Сәлиә түгел, хәҙер, ҡайҙа олаҡтың, тип өҫкә ташланыр, зыуҙап ҡолаҡ итен ашар инде.
Оҙаҡ ултырыуҙан ҡатҡан быуындарын яҙа алмағандай алпан-толпан баҫып, ағай тәрән хискә бирелеп, көйләп китеп барҙы:
– Иҫеңдәме, һөйөү билдәһе
тип,
Алтын балдаҡ һин бүләк
иткәйнең…
Ағай ҙа ағай тигән кешем минән бер нисә генә, күп булһа өс-дүрт йәшкә оло икәнен шул саҡта йөҙөнән сырамыттым. Тик уны яуапһыҙ мөхәббәт ҡаҡшатҡан, күрәһең, ә ғөмүмән, һөйөү булғанмы һуң уның йөрәгендә, тип уйланып, үҙебеҙ йәшәп ятҡан фатирҙың балконына күҙ аттым да, подъезға ҡарай йүгерҙем.
... Был осрашыуҙан һуң күп йылдар үтте, фатир һатып алыуыбыҙға ла әллә ни заман. Ләкин шул йорт янынан үткән һайын таныш балконға, ялбыр ағас төбөндәге эскәмйәгә ҡарайым. Әллә ниңә балконда – түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡыҫҡа сәсле көләс йәш ҡатынды, эскәмйәлә уны көткән ҡырыҫ ирҙе күрермен кеүек.

(Аҙағы. Башы 71-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»