07.09.2012 Башҡортостанда уртаса эш хаҡы – 19 521 һум
Ярты йылда ул 15,2 процентҡа артҡан. Алты ай эсендә иң юғары хеҙмәт хаҡы ҡаҙылма байлыҡтар тармағында эшләүселәргә тура килә – 42 353 һум. Күреүегеҙсә, был сумма уртаса республиканыҡынан ике тапҡырға артыҡ. Йәнә кемдеке күберәк, кемдеке әҙерәк, тип һанағанда, икенсе урында финанс өлкәһендә эшләүселәр ныҡлы рәүештә урынлашҡан. Улар айына 34 500 һум ала. Артабан – 25 209 һум алыусы электр энергияһы, һыу, газ етештереү һәм ”бүлеү” менән шөғөлләнгәндәр.
Ә бәғзеләргә уртаса күрһәткескә етеү өсөн ике, хатта өс ай буйына тир түгергә тура килә. Етмәһә, ваҡыты-ваҡыты менән, көрсөктөң икенсе тулҡыны етә, ҡыҫҡартыуҙар башлана, экономияларға кәрәк, эш хаҡын ҡырҡырға тура килер, тип өркөтөп торалар. Күпме генә тырышма, банкомат барыбер бик күптәргә 19 521 һум аҡса сығарып бирмәй әле.
Әйткәндәй, ғинуар – июндә эш хаҡы Рәсәйҙә 15 процентҡа күтәрелеп, 25 476 һум тәшкил итә. Волга буйы федераль округында Башҡортостан әлеге күрһәткес менән бишенсе урында. Беҙҙән алда – Татарстан, Пермь крайы, Нижегородка һәм Һамар өлкәләре.