04.09.2012 Енәйәтсене тотоусыға – 3 миллион һум!
Енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән үтә ауыр енәйәттәрҙе асыуҙа ярҙам итеүсе Рәсәй граждандарына премиялар бирәсәк.
Был хаҡтағы бойороҡҡа РФ эске эштәр министры Владимир Колокольников ҡул ҡуйған. Ул киләһе айҙан ғәмәлгә инәсәк. Түләүҙәр өсөн 285 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Премия суммаһы енәйәттең ниндәй булыуына бәйле. 500 мең һум премия бүлеү округ, төбәк- ара кимәлдә ҡарала, 3 миллион һумға тиклем түләү тураһында РФ эске эштәр министры урынбаҫары ҡарар ҡабул иткәндә генә түләнәсәк. ҡалған юғары сумманы биреүҙе эске эштәр министры ҡарай. Түләүҙәрҙән тыш, полицияның ярҙамсыларына конфиденциаллек, кәрәк булғанда тәфтишсе йәки суд ҡарары менән дәүләт яҡлауы ла вәғәҙә итәләр. Бындай система Көнбайышта күптән эшләй инде. Енәйәтте асыуҙа ярҙам иткән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзаларына, хөкөм язаһын башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәренә премия түләнмәй.
З. ЙӘҺҮҘИНА.