04.09.2012 Эш хаҡың менән пенсияң ғына етһен
1 сентябрҙән йылылыҡ һәм һыуға хаҡтар артты
Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тағы ла хаҡ артты. «Өфө инженер селтәрҙәре» ойошмаһы йылылыҡ энергияһының бер гикакалорияһына хаҡты 754, 36 һумдан 792,37 һумға күтәрҙе. Башҡортостандың ҡала-райондарында ла йылылыҡ энергияһына хаҡ 4,5 процентҡа күтәрелде. Миҫал өсөн, Сибайҙа «БашРТС» ҡулланыусылары йылылыҡ энергияһына 789,66 һум, ә ишембайҙар 796,75 һум түләйәсәк. Һыуҙы ла хәҙер экономияларға тура килер инде. «Уфаводоканал» ҡулланыусылары һыуҙың кубометрына 10,36 һум түләйәсәк, һыуыҡ һыуға хаҡтар 11,51 һумдан 12,15 һумға тиклем артты. Электр энергияһына түләүҙәр элеккесә ҡалды. Фатирҙарында газ плиталары булғандар бер киловатт өсөн 2,02 һум, электр плиталары булғандар һәм ауыл ерендә йәшәүселәр 1,41 һум түләйәсәк. «Зәңгәр яғыулыҡ» өсөн хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡала. Иҫәпләү приборҙары булғандар газдың кубометры өсөн 3,94 һум түләһә, приборҙары булмағандар кубометрына – 2,87 һум, йылы һыу һәм газ плиталары менән ҡулланғандар 5, 60 һум түләйәсәк.
Яңы йылдан һуң да (беҙҙә гел шулай була) коммуналь-түләүҙәргә хаҡтар арта икән, тамағыбыҙҙы аҫрар өсөн генә эшләгән эш хаҡыбыҙ ҙа, пенсиябыҙ ҙа етмәйәсәк, йәмәғәт.
З. ХӘСӘНОВА.