RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юлдар торошо һеҙҙе ҡәнәғәтләндерәме?

27.07.2012 Юлдар торошо һеҙҙе ҡәнәғәтләндерәме?

ҡала уртаһында тыныс ҡына китеп бараһығыҙ ҙа, ҡапыл ер уйылып, автомобилегеҙ “мороно” менән шунда сумһа, ни эшләр инегеҙ? Нисек инде ер уйылһын, тиер күптәр. Ә бына Өфөлә шундай хәл булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Хәҙер өр-яңы машина алған йәш ғаиләгә ремонт өсөн байтаҡ аҡса түгергә кәрәк. Кем ғәйепле һуң әлеге хәлдә? Ғөмүмән, бөгөн юлдар торошо нисек?
Өфөлә быйыл урам, майҙан, тыҡрыҡ, буль­вар­ҙарҙы капиталь төҙөкләндереү программаһы ҡаралған. Унда 80 самаһы субъект иҫәпләнә.
Баш ҡала мэры Ирек Ялалов, юл эштәре сифатһыҙ башҡарылһа, уның өсөн аҡса түләнмәйәсәк, тип белдерҙе. Бынан алда ҡала хакимиәте башлығы юл япмаһының сифатын тикшереүсе лаборатория булдырыу хаҡында ла әйткәйне.
Ысынлап та, Өфөлә генә түгел, республиканың һәр төбәгендә юлдарҙың насар булыуы яңылыҡ түгел бит. Был хаҡта гәзит уҡыусылар­ҙың да үҙ фекере бар.

Ләйлә Рәхмәтуллина, йәш әсә, Өфө ҡалаһынан:
– Юл торошо тигәндә, һүҙ автомобиль юлдары хаҡында ғына барырға тейеш түгел, йәйәүлеләрҙең дә уңайлы юлда йөрөгөһө килә. Эйе, үҙәк урамдар йыш ҡына ҡараулыраҡ була. ҡалала ни, ауылда ни, тигәндәй. Ә бына төпкөлөрәктә бөтөнләй насар тиер инем. Ямғыр яуһа, ҡайһы бер урындарҙы тубыҡтан кисеп сығырға кәрәк. Етәкселеккә әйтер һүҙем шул – ҡаланың бәләкәйерәк урамдарын да, парк, тротуарҙарҙы ла ҡарап сыҡһындар ине. Беҙгә, йәш ата-әсәләргә, коляска менән йөрөргә лә хәүефле бит.

Булат Сәлимгәрәев, шәхси такси водителе, пассажирҙарҙы Өфөнән Ырымбур, Сибай тракты буйынса хеҙмәтләндерә:
– Рәсәйҙәге проблемалар исемлегендә насар юлдар юҡҡа иң алда тормай инде ул. Көн һайын юлда булғас, уның ысынында ла “әселеген” үҙ елкәмдә татыйым.
ҡышын Өфө – Ырымбур юлындағы Стәрлебаш боролошонда авария йыш була, быны күберәк юлдың насарлығынан күрәләр.
Йәйҙәрен дә Рощинский тәңгәлен үткәс, пассажирҙар һикертмәй генә алып ҡайтыуымды үтенә, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондары биләмәһендә лә соҡор-саҡыр күп. Ә бит юлда нисәмә ерҙә ремонт барғанын да күрәһең. Әллә сифатһыҙ эшләйҙәр, әллә ремонт материалдары насар – бер-ике йылдан йәнә шул уҡ урындар­ҙа соҡор хасил була.

Вадим Ғәзизуллин, йөк автомобиле водителе:
– Йыш ҡына Белорет, Учалы яҡтарына барыр­ға тура килә. Өфө – Белорет маршрутында “ҡәйнә теле” тигән юл тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр? Иң хәүефле юл шулдыр тип уйлайым. Хәҙер машиналар ныҡ күбәйҙе, һөҙөмтәлә, был тирәне ремонтлаһаң да, ремонтламаһаң да, боролош ҡурҡыныс ҡала. Юл һалына ул, тик арттарынан уҡ боҙола ла. Аңлап торабыҙ тауҙар араһында юлды йүнәтеүгә күпме көс һәм аҡса түгелгәнен, шулай ҙа ремонтты ҡабул иткәндә сифатҡа ла иғтибар итергә кәрәктер.

И. С. (тулы исеме редакцияла), Мәләүез ҡалаһы:
– Күп халыҡтың юлы автовокзал аша үтә. Бына беҙҙең ҡалала ошо бинаның пассажир автобус­ҡа ултыра торған перрон тирәһе соҡорланып бөткән. Күрше Салауат ҡалаһы вокзалы тирәләй ҙә шул уҡ хәл.
Юл тигәс тә, асфальттың торошо хаҡында ғына түгел бит һүҙ – юл күрһәткестәре тураһында ла оноторға ярамай. Мәҫәлән, хаталы яҙыу­ҙар һаман күп. Мәләүезгә Ырымбур яҡлап ингән ерҙә, уң яҡҡа күрһәтеп, Нөғөш тигән яҙыу бер ун йыллап ҡына торалыр. Дөрөҫө – Нөгөш. Бер генә хәреф хаталы булһа ла, күрер күҙгә йәмһеҙ.

Әлфиә ХӘМИТОВА, Өфө районы, Шамонин ауылы:
– Беҙҙең ауылда ике үҙәк урамға асфальт һалдылар ҙа, вәссәләм. Башҡа урамдар соҡор-саҡыр, ямғыр яуһа, үтерлек түгел. Шул юл мәсьәләһе хәл ителһә, ауылыбыҙ тағы ла күркәмләнеп ҡалыр ине.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»