RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош һуҡмағынан 60 йыл бергә!

17.07.2012 Тормош һуҡмағынан 60 йыл бергә!

Тормош һуҡмағынан 60 йыл бергә!
Һоҡланғыс кешеләр була донъяла. Уларҙың йәшәү рәүеше, аҡыллы фекер­ҙәре, бар булмышы һәр кемгә үрнәк булып тора. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында ғүмер кисереүсе Исҡужиндарҙы нәҡ шундайҙар рәтенә индереп була.
Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы һәм Шаһиғәле Ирғәле улы 1951 йылда өйләнешә. Шуныһы ҡыҙыҡ, йәш пар алдан осрашып, бер-береһенә тауҙай вәғәҙәләр биреп, өйләнешеү тураһында хыялланып та йәшәмәй. Дөрөҫөрәге, өлгөрмәйҙәр. Сөнки өлкәндәр уларҙы димләп, бер-береһенә ҡуша. Егет кешегә 18 яңы тулған, ә талдай нәҙек Зәкирә инәйгә ни бары 17 йәш була. Ул саҡта ла әле ата-әсәләр йәки олораҡ туғандар балаларына кейәү-кәләште нәҫеленә ҡарап, үҙҙәре һайлай. Әммә ҡыҙ һәм егет, йәшлегенә ҡарамаҫтан, аҡыллы булып сыға, ауылдаштарын һоҡландырып, бик матур ғаилә ҡора. Эшһөйәрлеге менән айырылған йәш парҙың йорто ҡотло һәм нурлы булыуы менән арбай.
Әлбиттә, уларға кескәй саҡтан ил күргәнде күрергә, күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Шаһиғәле Ирғәле улы 11 йәштән колхоз эшенә егелә. Малай ғына булыуына ҡарамаҫтан, өлкәндәр менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләй. Армия сафына алынғансы нығынып, егет ҡорона инеп өлгөрә. Һалдат булараҡ та һынатмай, Ватан һағында тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып, өс йыл хеҙмәт итә. Шаһиғәле Ирғәле улы колхозда төрлө эштәр башҡара. Һыйыр, һарыҡ, артабан 18 йыл йылҡы көтә. Ауыр эшен ысын күңелдән башҡарған колхозсыны һәр саҡ маҡтап телгә алалар. Уны СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары һ.б. бихисап награда менән бүләкләй­ҙәр. Хеҙмәт күрһәткестәре юғары булған Шаһиғәле Ирғәле улы район чемпионы титулын яулай, “Урал” колхозындағы фиҙакәр эше өсөн дә бүләкләнә. Бынан тыш, һүҙе үткән, кешелекле, кеселекле уҙаманды бер нисә тапҡыр депутат итеп тә һайлайҙар.
Хөрмәтле хеҙмәт ветеранының тормош юлдашы, ныҡлы терәге Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы ла колхозда һынатмай. Уның “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы һәм бик күп Маҡтау ҡағыҙы бар. Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы ҡымыҙсы булып эшләп, ҙур уңыштарға өлгәште. Йәй етһә, Исҡужиндар ғаиләһе Ишей яғында ҡырҙа мал көтөп, ҡымыҙ бешә. “Уларҙың янына барһаң, ҡайтҡы килмәй торғайны”, − ти бала саҡта Исҡужиндарҙа йыш ҡунаҡта булған Фәниә Мостафина.
Иң мөһиме, һигеҙ бала әсәһе Зәкирә инәйгә “Әсәлек даны” ордены ла тапшырылған. Эйе, бәхетле Исҡужиндар ғаиләһендә алты малай һәм ике ҡыҙ донъяға килә. Ырыҫлы, бәрәкәтле йортта тәрбиәләнгән балалар, ата-әсәһенең ярҙамы менән, тормошта үҙ урынын таба алған.
Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы һәм Шаһиғәле Ирғәле улының бергәләшеп донъя ҡороуына 60 йыл да тулды. Һирәк кешегә бындай бәхет, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәү тәтей бит. Ә улар әле лә бирешмәй, бар донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, гәзит-журналды ҡалдырмай уҡып, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итә. Шаһиғәле Ирғәле улының 80 йәшен тултырған таңын да бәхетле пар ҡыуанып, бергә ҡаршы алды.
Эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур-матур парҙар­ҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»