17.07.2012 Йылға-күлдәр һайыға
Был һыу транспорты эшендә ауырлыҡтар тыуҙыра
Дүртенсе йыл рәттән йәйҙең ҡоро килеүе арҡаһында Башҡортостанда йылға-күлдәр һайыға. Был пассажир һәм йөк һыу транспортына проблемалар тыуҙыра.
Бер нисә йыл элек Ағиҙелдең туҡталҡаһында тәрәнлек 2,5 метр булһа, хәҙер – 1,55 метр. Бындай шарттарҙа судноларҙың һай урынға ултырыу ҡурҡынысы бар. Уларҙың эшендә өҙлөгөү булмаһын өсөн һыу кимәле 180 сантиметрҙан кәм булырға тейеш түгел. Шул арҡала йөк һәм пассажир транспорты коммерция юғалтыуҙарына дусар.