RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Кредитым юҡ” тип ҡыуанырға ашыҡмағыҙ

13.07.2012 “Кредитым юҡ” тип ҡыуанырға ашыҡмағыҙ

“Кредитым юҡ” тип ҡыуанырға ашыҡмағыҙ
Кредитҡа машина алыу, йыһазлы булыу, кейенеү... Еңел аҡсалы булырға тиҙ өйрәнгән халҡыбыҙ ямғырҙан һуң таралған бәшмәктәр кеүек күбәйгән банкыларҙың ҡолона әүерелде. Йылдар үткәс кенә кредиттың үтә ҡиммәткә төшөүен аңлаған кешеләр (унда ла барыһы түгел) был аҙымдан баш тарта башланы. Ләкин теге йәки был банкынан бурысҡа аҡса алмағас, тыныс ҡына йәшәй алам, тип уйлаһағыҙ, бик ныҡ хаталанаһығыҙ. Һеҙҙең таныштарығыҙҙың ғына түгел, хатта бер табаҡтан ашап йөрөгән туғандарығыҙҙың ғәйебе, намыҫһыҙлығы арҡаһында сираттағы ҡорбанға әүерелеүегеҙ бар...

Кескәй балаһы менән декрет ялында ултырған ҡатын бер банкынан хат алып, бик ныҡ аптырай. Унда: “Һеҙ үҙегеҙҙең банк алдындағы бурысығыҙҙы үтәмәй башланығыҙ, айлыҡ түләүҙе индермәнегеҙ”, – тип яҙылған була. Шуныһы ғәжәп − конвертҡа уның исем-шәрифе яҙыл­ған, әммә адресы бөтөнләй икенсе, ә хат у­­ға килгән. ҡатын, яңылышҡандар­ҙыр, тип уйлап, был хат тураһында бөтөнләй онота. Әммә тиҙҙән уға судҡа повестка килә. ҡатындың, кредит түләмәгәне өсөн банкының үҙен судҡа биреүен белеп, иҫе-аҡылы китә. Был юлы барыһын да асыҡлай башлағас, бикәсенең уның исеменә кредит алыуын асыҡлай. ҡатын урындағы банк етәксеһе булып эшләгән бикәсенең дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләне ошондай хәүеф аҫтына ҡуйыуына ышанып бөтә алмай. Әммә тегеһен финанс мутлыҡтары өсөн эштән сығарыуҙарын ишетеп, барыһы ла ысын булыуын аңлай.
Эйе, әҙәм балаһының яҙмышы ҡатмарлы: ул берсә сағыу төҫтәргә мансыла, берсә ҡараңғылыҡҡа сума. ҡатын да бикәсенең банк етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс тә туғандары менән бөтөнләй аралашмауын, уларға һауалы ҡараш ташлап, яндарынан машина менән елдереп үтеп китеүен, магазиндарҙа бар банк хеҙмәткәрҙәре менән (уларҙың барыһы ла тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар) ҡиммәтле-ҡиммәтле аҙыҡ-түлек алыуын, көн һайын тиерлек кафеларҙа мәжлес үткәреүен күҙ алдынан үткәрә. Йөрәгендә ауыр таш булып ятҡан ваҡиға ла күңелен яңынан яраланы. ҡатын көндөҙгө стационарға дауаланырға йөрөнө. Кеше күп, сираты етмәй, ултырырға урын юҡ, ә түҙеп булмаҫлыҡ һыҙланыуҙан аңын юйып барған­ға, ошо уҡ биналағы банкыла етәксе булған бикәсе янында хәл алырға булды. Етди ҡиәфәттә кәнәфигә ҡунаҡлаған етәксе үҙенә сәләм биргән еңгәһенә: “ҡаҡшаттығыҙ бит, ниңә мине борсой­һоғоҙ?” − тип екерҙе. Аптырап ҡалған ҡатынға боролоп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Суд булыр алдынан ҡатын бикәсенә судьяға тик дөрөҫөн һөйләйәсәген, бер ҡасан да кредит алмауы хаҡында әйтәсәген белдерҙе. Быны ишетеп, кисәге етәксе илай башлай. “Һин аңламайһыңмы ни, мине бит төрмәгә ултыртасаҡтар! Әйтмә инде! Мин банкыға бурысымды ошо көндәрҙә түләйем!” − тип ялбара башлай.
ҡатын, уны йәлләп, судҡа бөтөнләй бармай. Шуға күрә уға ҡарата хөкөм ҡарары сығарыла. ҡатын, ғәйепһеҙгә хөкөм ителеүенә эсе бошһа ла, бикәсенең, бурысты түләйем, тип ант биреүен уйлап, тынысланырға тырыша. Әммә тиҙҙән уның кредиттың яртыһын да ҡапламауы асыҡлана. Суд ҡарары буйынса бурыс ҡатындың эш хаҡынан ҡайтарыла.
Кешегә бер килһә, килә бит. Яңы банк хужаһы ҡатындың эшләгән урынына уны яманлап хат ебәрә. Уның яҙғанына бер кем ышанмаһа ла, ҡатынға был бик ауыр тәьҫир итә. Сөнки хәҙерге банк хужаһы ла уның кредит алмауын бик яҡшы белә. Үҙен дә, иптәшен дә тик яҡшы яҡтан белгән кешегә уларҙың өҫтөнә ниңә шундай бысраҡ өйөргә кәрәк булғандыр инде, аңлашылмай. ҡатын, көйәләнеүҙәренә түҙә алмай, ныҡлап ауырып китә. Тиҙҙән унда бар кешелекте ҡурҡытҡан шеш табалар. Хоҙай Тәғәләнең рәхмәте менән, шәфҡәтле, үҙ эшенең оҫтаһы булған хирург уға операция яһап, әжәлдән ҡотҡарып ҡала.
ҡатын башына төшкән бәлә тураһында күп уйланһа, һаулығы ҡаҡшап, балаларын етем итәсәген аңлап, эшкә тотона. Әлбиттә, ай һайын алмаған кредит өсөн 4 − 5 мең һум түләүе ауырға төшә, шулай ҙа уны түләп бөтөүгә өлгәшә. Тынысланып, тулы эш хаҡы ала башлауына ҡыуанып бөтә алмай йөрөгәндә, мировой судьянан повестка килеп төшә. Хәҙер инде “уның” поручителе булып үткән бикәсенең элекке әхирәте, мутлыҡтарҙы бергә ҡылған бухгалтеры үҙен судҡа биреүен белеп баҙап ҡала. Һуң, ул дүрт бала әсәһенең был эшкә бер ниндәй ҡатнашлығы булмауын яҡшы белә ине бит. Шуға ҡарамаҫтан, ҙур эш хаҡы алып эшләгән, хәҙер инде банк етәксеһенең урынбаҫары итеп үрләтелгән кеше намыҫһыҙ рәүештә әсәнән аҡса талап итә.
Был юлы үҙен һаман да ғәйепһеҙгә ғәйепле иткән кешеләргә асыуы килгән ҡатын барыһын да түкмәй-сәсмәй прокуратураға яҙып бирә. Тикшереү барышында иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре ҡатындың эш хаҡына был суммалағы кредитты алып булмауын, ашыҡ-бошоҡ тултырылған ҡағыҙҙар­ҙа уның да, поручителдәрҙең дә имзаһы булмауын асыҡлай. Шулай уҡ банкының баш ҡалалағы етәкселеге бәләкәй ҡалалағы иҡтисади мутлыҡтар­ҙы белмәһен өсөн, бикәсенең һәм хәҙерге банк етәксеһенең күп кенә законды боҙоуы асыҡлана. Банкының ҡатындың эш урынына үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен ебәреп, бухгалтерия эшен тикшереүе, ялыу хаты яҙыуы ла хоҡуҡ боҙоу тип табыла. Иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре банк хеҙмәткәрҙәренә һәм элекке етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата. Тик ҡатын был юлы ла йығылып ятып илаған бикәсен йәлләй. Уныһы: “Зинһар, ғаризаңды ал. Банкыға ҡаршы ла яҙма, уларҙы тикшерә башлаһалар, барыбер миңә сығасаҡтар, уларҙы айырып хөкөм итмәйәсәктәр! Поручитель һораған аҡсаны түләрмен! Миңә оҙайлы йылға төрмә янай!” − тип ялбара.
ҡатын, хоҡуҡ һаҡсылары: “Уларҙың енәйәттәрен иҫбатларлыҡ бар дәлилдәр бар бит”, – тиеүенә ҡарамаҫтан, ғаризаһын кире ала.
Тиҙҙән мировой судья уға поручителгә, йәғни урындағы банк етәксеһенең урынбаҫарына аҡса түләйәсәге тураһында ҡарар уҡый. Ғаризаны алһа, был проблеманы хәл итергә вәғәҙә биргән бикәсе тағы юҡҡа сыға.
Үтә ябайлығы, барыһын да ғәфү итеүе, йәлләүе менән ғаиләһенең, балаларының “кеҫә”һенә төшкән ҡатынды аңлап-аҡлап буламы икән? Юҡтыр. Сөнки туғанлыҡ хистәреңде үҙенә кәрәк саҡта уйынсыҡ итеп уйнатҡан ҡара уйлы кешеләрҙе ғәфү итергә ярамайҙыр ул. Бигерәк тә һинең “миһырбанлығың”дың көсө үҙеңә генә түгел, ә балаларыңа ла һиҙелерлек йоғонто яһағанда. Язаһыҙ ҡалған бысраҡ ҡуллы банк хеҙмәткәрҙәренең артабан да ябай халыҡты алдап, мутлашып, кеҫә ҡалынайтыуы бар бит. Ә был ҡатын уларҙы туҡтата ала ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»