29.06.2012 Рәхмәт хаты
Башҡортостанға килеп, йәйге ялды хозур тәбиғәт ҡосағында үткәрергә теләүселәр байтаҡ. Республикабыҙҙа сит ил ҡунаҡтары ла өҙөлмәй. Төркиәнән килгән Ураллылар ғаиләһенең иһә килеү маҡсаты бөтөнләй икенсе ине. Улар Башҡортостанда тыуып үҫеп, төрлө юлдар үткәндән һуң Төркиәлә төпләнгән аталары Әхмәт Ураллының туғандарын эҙләп килеп сыҡҡайны (был турала гәзитебеҙҙең 45-се һанында яҙғайныҡ инде). ҡан ҡәрҙәштәребеҙ республиканыœ төрлө төбәктәрендә булып, унда йәшәгән кешеләр менән аралашты, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнде, милли ризыҡтарҙы тәмләне. Башҡортостан тәбиғәтенә һәм халыҡтың йәшәйешенә ҡарап һоҡланып, рухланып ҡайтҡан ҡунаҡтарҙан рәхмәт хаты килеп төштө.
ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, ҡәрҙәштәребеҙ! Иң тәүҙә беҙҙе атайыбыҙҙың ватанында ҡолас йәйеп, үҙ туғанығыҙ һымаҡ күреп ҡаршы алыуығыҙ өсөн рәхмәт еткерәбеҙ.
Беҙҙе ихлас ҡаршы алыусы һәм хөрмәт күрһәтеүсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, ҡырмыҫҡалы, Салауат, Йылайыр, Баймаҡ, Дәүләкән райондары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәттәренә, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Таң» (Бөрйән районы) гәзиттәре, «Толпар», «Рампа» журналдары, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәренә, беҙгә ярҙам күрһәтеүсе дуҫтарҙың барыһына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Һеҙҙең ярҙам менән Башҡортостанда уҙған байрамдарҙа ҡатнашыу, төрлө матур төбәктәрҙе күреү, башҡорт халҡының көнитмеше менән танышыу бәхетенә ирештек.
Атайыбыҙҙың ватаны быға тиклем дә беҙҙең йөрәктә ине. Был йәннәт кеүек урындарҙы күреп, ҡунаҡсыл кешеләр менән танышҡандан һуң, ул беҙҙең йөрәгебеҙ һәм рухыбыҙҙа тағы ла нығыраҡ тамыр йәйҙе. ҡәҙерлебеҙ тыуған тупрағына әйләнеп ҡайта алманы, шуға ла уның кендек ҡаны тамған ерҙе килеп күреү беҙҙең өсөн изге бурыс ине. Тормоштағы иң ҙур маҡсатыбыҙға ирешә алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Атайыбыҙҙың туғандарын да таба алһаҡ, был донъяла беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ. Уны эҙләү эшендә ярҙам күрһәткән кешеләрҙең барыһына ла тағы бер тапҡыр оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Иншаллаһ, киләһе йылдарҙа (бәлки, Бөтә донъя башҡорттарының киләһе ҡоролтайына) ғаиләбеҙҙең башҡа ағзаларына ла килеү насип булыр. Был дуҫлыҡтың ғүмер буйы дауам итеүен теләйбеҙ.
Ихтирам менән – Өзәр Ураллы, Эрол Ураллы, Арзу Ротмайер-Ураллы, Ниһаль Зәнгин-Ураллы.
Төркиә. 2012 йыл.