29.06.2012 Булғас, булһын шундай килен!
«Бигерәк матур ауыл, ошо ауылға бер инеп сығырға ине!» – Яңы Балапан ауылы янынан Өскүлгә ҡайтҡан һайын Сибай медучилищеһында уҡып йөрөгән Венера шулай тип хыяллана. Ә ошонда эш башлармын, ауылға килен булып төшөрмөн, тигән уй башына ла инмәй. Ауылды күреү теләге көслө булғандыр, ахыры, сөнки 1979 йылдың 26 мартында уны Яңы Балапанға эшкә ебәрәләр. Етәкселәр, унда әлегә медпункт юҡ, әммә тиҙҙән булыр, ауыл халҡы мөләйем, киң күңелле, тип дәртләндерә. Йәш белгес саҡ ҡына шөрләһә лә (ниндәй оло бурыс – кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә!), тәғәйенләнгән ауылға килеп, ең һыҙғанып эшкә тотона. Килеү менән уға өс ауыл беркетелә (Яңы Балапандан тыш, Мораҡай һәм Йәнекәй). Сабый балаларҙың күп сағы, фельдшерға кабинетта эҫелә иҙерәп серем итеп, һыуыҡта өшөп ҡалтырап ултырырға тура килмәй: бер көн алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мораҡайға сапһа, икенсе көн Йәнекәйгә тип дүрт-биш километр йәйәү тәпәйләй. Ләкин был ауырлыҡ нимә ул кешеләрҙең һаулығы һағында торған кешегә!
Венера Баймөхәмәт ҡыҙы эшен шул тиклем яратып башҡара, инде һәр сирлегә йәнен генә сығарып өләшмәй! Көн тимәй, төн тимәй һәр саҡырыуға сығып йүгергән ҡыҙҙы ауыл халҡы яратып, үҙ күреп, духтыр, тип ололай. Үҙебеҙҙең ауылда килен итеп ҡалдырабыҙ, ситкә ебәрмәйбеҙ, тигәндәре фәрештәләрҙең «амин» тигән сағына тура килә. Сөнки тиҙҙән егәрле, изге йөрәкле, йомшаҡ ҡуллы ҡыҙға иш тә табыла. Пары ла ниндәй бит әле – ауылдың бына тигән Урал исемле ир-азаматы! Үҙҙәренең танышыуҙарын Венера менән Урал Шафиҡовтар көлә-көлә бәйән итте.
– Армиянан аяғым боҙолоп ҡайтҡайны, икенсе көн иртә менән әсәй, духтырыбыҙға әйтәйем, килеп бәйләр, тип, сығып китте. Венера минең аяҡты күрҙе лә, «ғашиҡ булып», һушһыҙ йығылды ла ҡуйҙы, – тип ауыҙ йырҙы Урал ағай.
– Аяғың прәме ныҡ «матур» ине шул, – тип көлдө уның ыңғайына Венера апай. – Баҫа ла алмай инең дә һуң. Бер ҙә, хәлем мөшкөл, тимәне әле ул, аяғын һылап-һыйпап бәйләгәйнем, рәхмәтенә рәхмәт әйткәс, сос бул, тос бул, һимеҙ бул, тип тел сарлап оҙатып ҡалды. Был дүртенсе ноябрь ине, ә бише Урал, сатанлай-сатанлай, әсәйем ҡаты ауырып китте, тип килеп инде. Буласаҡ ҡәйнәмде ауыр хәлдә Магнитогорскиға алып барҙыҡ. Аҙаҡ икәү бергә поезда ҡайттыҡ. Урал тәүҙән үк оҡшаны. Алсаҡ, ихлас, юҡ ҡына нәмәнән дә ҡыҙыҡ табып көлдөрә... Ишекте асып индерә, бейегерәк ерҙән ҡулдан тотоп төшөрә – ҡыҙ кешенең башы әйләнһен өсөн күп тә кәрәкмәй. Баҡтиһәң, мин эшкә килеү менән Бәлхизә өләсәһе мине күҙләп ҡуйған икән. Бер йыл да ике ай дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек. ҡәйнәмә, Көнһылыу Исмәғил ҡыҙына, рәхмәт. Ул мине, алтын киленем, тип кенә йөрөттө. Үҙ итте, шуға ла ул миңә үҙ әсәйемдәй яҡын, ҡәҙерле.
– Бына шулай итеп, Венерам һалдатҡа оҙатмаһа ла, ҡаршыланы мине, – ти Урал ағай, ҡатынына һөйөп ҡарап. – Тәүге тапҡыр ишектән килеп инеү менән шундай яҡын, үҙ кеше булып күренгәйне, шулай булып сыҡты ла.
Ауыл фельдшерын кәләш итеп алғас, Урал ағай үҙе лә һиҙмәҫтән «Тиҙ ярҙам» машинаһы водителенә әйләнә – саҡырыуға гел икәү йөрөйҙәр. Эш көнөң бөттө, өйҙә ултыр, тиер ине башҡа берәү, ә Урал ағай, йоҡларға ваҡыт етәрәк, әйҙә, Венера, кейен, барып киләйек ауырыу янына, тип машинаһын ҡабыҙа ла башлай. Барыбер төнө буйы йоҡламай, миңә лә тыныслыҡ бирмәй, шул-шул баланың температураһы юғары ине, төштөмө икән, икенсе берәүҙең биле ауырта ине, дарыу һыҙлауын баҫтымы икән, тип уфтанып, әйләнеп-тулғанып тик ята, ти: «Уның ҡарауы, елдертеп кенә машинала алып барып киләм дә, аҙаҡ ул да, мин дә тыныс йоҡлайбыҙ». Грипп ваҡыты етһә, Урал ағай, сумкаңды ал да, ауырыуҙарыңды эскәмйәлә көтөп тик ултыр, юғиһә тегендә-бында йүгереп, өйҙө һыуытаһың, тип ҡатынын мәрәкәләй:
– Ул бит инструменттар һаҡланған сумкаһын йоҡлағанда ла ҡалдырмай, шуныһын һығып ҡосаҡлап йоҡлай. Уның кеүек шундай шәп фельдшерҙар тағы ҡайҙа бар икән?!
Белмәйем, тип иңбаш һелктем. Сөнки күпселектә редакцияға фельдшерҙарға зарланып шылтыраталар: йә «йүнләп ҡарау түгел, һөйләшә белмәй», йә «киске биштән ишеген бикләй ҙә бер кемде лә ҡабул итмәй», йә «бер туҡтауһыҙ район үҙәгенә эш тигән булып сабауыллай, үҙен эш урынында тотоп та булмай»... Ә Венера Шафиҡованың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланған – ул Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Былтыр ауылдаштары дауахана етәкселәренә хат яҙып, уға Почет грамотаһын да юллаған. Тырышып эшләгәс, яҡшы эшләй, тиҙәр инде, кеше күҙенән бындайҙы йәшереп булмай.
– Бер йыл эшемде ташлап, рәхәтләнеп кенә йәшәп ятҡанда, йәш ҡыҙыҡай декретҡа китеп барҙы, яңынан эшкә сыҡтым, барыбер бөтәһе лә ғәҙәт буйынса миңә килә, – ти өлгөлө ауыл фельдшеры. – Берәйһе ауырыһа, бигерәк тә сабыйҙар сирләһә, ысынлап та, йоҡлай алмайым, өҙөләм-йолҡҡоланам... Нисәмә йыл ошонда йәшәп, балапандар үҙемдекеләргә әүерелде. Уларҙы, лыҡылдап көлөп ултырғанға, «лыҡы» тиҙәр. Беренсе тапҡыр балапандар менән «Беларусь» арбаһына тейәлеп китеп барғанда, теләһә нәмәгә лыҡылдап көлөп барыуҙарына аптырағайным. Хәҙер улар шундай булырға тейеш кеүек. Балапандар бер-береһенән көлһә көлә, ләкин көймәй.
Өлгөлө ғаиләнең йорт-ерҙәре төҙөк, биҙәк-семәрле. Ауылдаштары, уҡытыусы Ғәлиә Малыбаева әйтеүенсә, Урал ағай өйҙәрен тыштан һырлаһа, Венера апай эстән биҙәй: «Урал ағай балта оҫтаһы бит ул, ауылда ул төҙөшкән йорттар күп. Венера апай ҙа ҡул эштәренә маһир, бешергән аштары ла ашап туйғыһыҙ». Башҡаларҙан ҡалышмайыҡ, тип тырышып, гөлдәй донъя ҡорған Шафиҡовтар әлегәсә балалары өсөн өҙөлөп йәшәй, килен-кейәүҙәрен дә үҙ балалары кеүек күрә. Татыу ғаиләлә өс бала үҫкән: өлкәндәре Илгиз Учалыла водитель булып эшләй, Раушания ҡыҙҙары икенсе юғары белем ала, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған Вәғиздәре инженерға уҡый. Кинйәбеҙ беҙгә хоккей енен йоҡторҙо, хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы уйнаһа, көйөп бер булабыҙ, ти бәхетле ата-әсә. Бәхетле, сөнки тормоштары тулы, күңелдәре бөтөн – барыбыҙға ла шулай йәшәргә яҙһын.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.