29.06.2012 2,5 миллион һум – ҡараҡтар кеҫәһендә
Нуриман районының Павловка ҡасабаһында төндә билдәһеҙ кешеләр банкоматты ватып, 2,5 миллион һум аҡса урлаған.
Сауҙа павильоны стенаһына беркетелгән банкоматта бер ниндәй һаҡлау сараһы ла ҡуйылмаған. Видеокүҙәтеү тышҡы яҡтан ғына алып барылған, әммә енәйәтселәр аппаратҡа сауҙа нөктәһе аша үткән. Магазинда сигнализация менән һаҡсы ғына түгел, хатта рәшәткәләр ҙә булмаған.
Март айында уҡ участка полицияһы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә күрһәтмә биргән, әммә бер нәмә лә эшләнмәгән. Әлеге мәлдә енәйәт урынында криминалистар эшләй, ҡараҡтарҙы эҙләүгә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителгән.
З. ХӘСӘНОВА.