RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

26.06.2012 Ҡыҫыр килен

Ҡыҫыр килен
− Килен, тор, йоҡлап ҡалғанбыҙ бит. Көтөү киткәндер инде.
Бейеменең һүҙҙәрен ишетеү менән, бер ни белмәй йоҡлап ятҡан Гөлйөҙөм, урынынан ырғып торҙо ла, шәп-шәп кейенергә тотондо.
ҡайһылай оят булды инде бейеме алдында. Йәш килен кеүек таң атыуын да һиҙмәй йоҡлап ятҡас. Төнө буйы эсе ауыртып серем дә итә алманы шул. Тегеләй әйләнде, былай тулғанды, ауыртыуға сыҙай алмағас, бейемен уятыуҙан ҡурҡһа ла, тороп, бер төймә дарыу ҡапты ла, урынына барып ятты. Бар тәнен ялмап алған көслө ауыртыу баҫыл­ғанда, таң атыуға ла күп ҡалмағайны, шикелле.
ҡатын ашығып ҡына бит-ҡулын сайҡап, яулығын ябынды ла, күнәген алып, һыйыр һауырға сыҡты. Кәзә-һарыҡ баҡырыуы, һыйырҙар мөңрәүе ишетелә ине, тимәк, көтөү тау аҫтына төшкән.
Гөлйөҙөм Алаҡайын һауғансы, Хәҙисә әбей, йүгерә-йүгерә башмағын, кәзә-һарыҡтарын аҙбарҙан сығара торҙо.
− Һауып ҡына бир ҙә, килен, ҡыуалайым, һин йөрөмә, һыҙланып та тораһың шикелле. Инеп ятып ал, − тине лә Хәҙисә, йәш килендәр кеүек етеҙ атлап, мал-тыуарын, һәш тә һәш, тип ашыҡтырып, алып сығып та китте.
Һыҙланып тораһың шикелле, тинеме бейеме? Бер ни йәшереп булмаҫ үҙенән. Шулай барыһын да белеп, һиҙеп тора шул ул.
Хәҙисә әбей ауыл уртаһына еткәндә, бер көтөү ҡатын-ҡыҙ, урам яңғыратып, хәбәр ярып, инде ҡайтыу яғына ыңғайлағайны.
Төрткөс телле Сәғиҙә, балға, майға манып ырғытһаң, эт тә ашамаҫ әшәке телен бәрергә ашыҡты:
− Аһ, аһ, ҡыҫыр киленең бәпесләнеме әллә, Хәҙисә апай? Төнө буйы балаһы илап йонсотто ла, иртән уяна алмай ҡалдымы? Шулай ғына булмаһа, ҡартайып бөткән бейемен мал ҡыуырға сығарып ебәрмәҫ ине, тим.
Хәҙисә уҫал Сәғиҙәнең ауыҙын яптырырлыҡ бер-ике һүҙ әйтергә тип асҡан ауыҙын кире япты.
Шулай ҙа үҙендә ниндәйҙер көс табып, булышаһы булма минең киленем менән, тип ҡуйған булды ла, йүгерә-атлай ары китте.
Малҡайҙарын тау аҫтында йөрөгән көтөүгә алып барып ҡушҡас, еңел һулап, ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Тау башына үрмәләп тигәндәй барып менде лә, Хәҙисә әбей, аяҡтарын һуҙып, йәтешләп ултырып алды. ҡартайғанһың инде, Хәҙисә, рәтең сәпсим бөтөп бара, яйлап теге яҡҡа китеп бараһың, тип ҡысҡырып уҡ әйтеп ҡуйҙы ла, үҙе йәһәт кенә тирә-яғын байҡап алды. Берәйһе ишетмәнеме уның һүҙҙәрен?
Иртә. Офоҡ ситенән оялсан ҡыҙ кеүек ялындырып ҡына килеп сыҡҡан ҡояш та инде байтаҡ күтәрелгән. Ә күк йөҙөндә бер генә болот әҫәре лә юҡ. Тирә-яҡ тып-тыныс. Ара-тирә мал ҡысҡырған, эттәр өргәне генә ишетелеп ҡуя. Үҙәктәрҙе өҙөп, ҡайҙалыр һандуғас һайрай.
Бындай матур, тыныс иртәләр тик ауылда ғына була шул.
Үҙенең 69 йыл ғүмере эсендә бындай сихри иртәләрҙе бик күп күрҙе инде Хәҙисә. Ауылды бигерәк ярата бит ул.
Күптәр яҡшы тормош, байлыҡ эҙләп сит-ят тарафтарға сығып киткәндә, кендек ҡаны тамған изге төйәген донъяның бер ҡиммәттәренә лә алмаштырғыһы килмәне уның. Ата-бабаларыңдың һөйәге ятҡан, үҙең тәү баҫҡан ғәзиз ереңдә көн итеү үҙе ҙур бәхет тип иҫәпләне.
Таулы ауылында тыуҙы, ошонда буй еткер­ҙе, ваҡыты еткәс, ауылдашы Әхмәтшаға йәр булды.
Ауылдың иң аҡыллы, иң уңған егете ап-аҡ аттарға ултыртып алып ҡайтты уны атаһы йортона. Их, шул мәлдәрҙе бер генә минутҡа булһа ла кире ҡайтарып булһасы! Ваҡыт тәгәрмәсен зырылдатып кирегә әйләндереп ебәрер ине лә Хәҙисә, юҡ, булмай шул!
Бейем йортона килеп төшөү менән, яулығын артҡа шаҡарып бәйләп, алъяпҡысын тағып алды ла, ең һыҙғанып донъя көтөргә кереште бит ул. Эй, көттө ул донъяны, тетмәһен теттереп көттө. Килененең уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә иҫе китеп ултырыр ине бейеменең.
Әхмәтшаһы ла оҫта ҡуллы, эш өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кеше булды.
Ике уңған бергә тура килгәс, эштәре лә гел ырап ҡына торҙо. Өйләнешкән йылдарында уҡ ауыл көтөүен алып көттөләр. Өс йыл рәттән көттөләр шул көтөүҙе, шуның аҡсаһына йорт һалып, башҡа сыҡтылар. Ә Хәҙисә инде, иш янына ҡуш булһын тип, ҡулынан шәлен төшөрмәне. Ул бәйләгән йылы, йомшаҡ шәлдәрҙе йәйеп һалһаң, нисәмә саҡрымға һуҙылыр ине икән?
Донъя еткергәс тә тик ултырманы ҡатын. Ҙур матур йортон сынъяһау итеп тотто, совхоз эшендә лә ал-ял белмәй егелде.
Бәхетле ғүмер кисерҙе Хәҙисә ҡарты менән. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу йәшәне улар. Баһадирҙай ике ул үҫтерҙеләр. Әлеге көндә әбей төпсөгө Айсыуаҡ менән Гөлйөҙөм килененең ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ көндәре кисерә. Әхмәтшаһы ғына күрмәне был көндәрҙе. Киленен дә күрергә насип булманы уға.
Хәҙисә ултырған еренән йәһәт кенә ҡалҡынды ла, ашыға-ашыға ауыл зыяраты яғына атланы.
– Килмәйһең дә, тип үпкәләп ятаһыңдыр әле, Әхмәтша, ҡана, бер сыҡҡанда, һиңә лә һуғылып китәйем, – тип һөйләнә-һөйләнә, зыярат ҡапҡаһын асты. − Эсемә һыймаҫ шатлығым да бар, ҡартҡайым, шуны ла һөйләйем әле үҙеңә, әтеү бер ни белмәй ятҡан булаһың ошонда, − тине лә, ҡытыршы устары менән бабайҙың ҡәбер ташына йәбештерелеп ҡуйыл­ған, инде ҡояшҡа бер аҙ уңа төшкән рәсемен һыйпап ҡуйған булды.
Әхмәтшаның вафатына ла инде ете йыл булып киткән шул. Йүгереп йөрөгән еренән ҡапыл ғына аяҡтан йығылды бит, бахырың.
Бабайын иҫкә алмаған көнө юҡ Хәҙисәнең. Шаян, йор һүҙле ҡартының һөйләгәндәре һаман да ҡолағына ишетелеп ҡуйғандай була. Һуңғы сәғәттәрен йәшәгәндә лә әбейенә, шаяртып: «Һин, ҡарсыҡ, тегендә барырға ашыҡма, унда, бәлки, һинән дә сибәрерәктәр барҙыр. Мин шулар­ҙы күҙләп йөрөрмөн, ә һин бында балаларға кәрәкһең. Айсыуаҡтың туйын үткәрерһең, бәпестәрен ҡарашыр­һың», − тип ятты.
Төпсөк улына, бар йолаларҙы теүәл үтәп, матур итеп туй үткәрҙе Хәҙисә. Ауылдың иң егәрле ҡыҙын килен итеп төшөргәндә, донъяла унан да бәхетле кеше юҡ ине.
Гөлйөҙөм килене менән уртаҡ телде тиҙ тапты, һеүетемсә генә йәшәп алып киттеләр. Тик бына түңәрәк бәхеттең бер яғы китек булып тик торҙо. Биш йыл буйы улы менән килененең балалары булманы. Шул ғына Хәҙисәнең йөрәген өйкәне. Биш йыл ғүмер илле йыл кеүек тойола башланы. Тик ул, килененең күңелен ҡыйыуҙан ҡурҡып, был турала бөтөнләй һүҙ ҡуҙғатманы. Айсыуағы ла, үтә сабыр кеше, көтәйек әле, тип ҡуйыу­ҙан ары үтмәне.
Хәҙисә ҡарсыҡ, бабайының ҡәбере янында оҙаҡ ҡына тапанып торҙо. Бер аяғынан икенсеһенә күсте, башына ябынған кешмир яулығын, итәк-еңдәрен рәтләштерҙе, йыйырсыҡтар баҫҡан битен һыпырғыланы, ара-тирә көрһөнөштөрөп ҡуйҙы.
− Шатлығым бар, тигәйнем бит, ҡарт, − тигән булды ул, һүҙен башлап. − Тере булһаң, шулай сабыр ғына, өндәшмәй генә көтөп ятмаҫ инең инде, әллә ҡасан һөйләткән булыр инең, ивет, − тип кеткелдәп көлөп ҡуйған булды үҙе. − Эсемә һыймаҫ шатлығымды кем менән уртаҡлашырға белмәй тик йөрөйөм, Әхмәтша, яңғыҙ ғына шул һөйөнөстө күтәреп йөрөй торғас, арып киттем, ә уныһы эскенәмде тишеп сығып килә бит, әй. Теге яуыз Сәғиҙә бөгөн тағы битемде йыртып китте. Киленең бәпесләнеме әллә, тигән була, яуыз. ҡыҫыр, ти.
Бер ҙә ҡыҫыр түгелсе. Ишетәһеңме, Әхмәтша, беҙҙең килен ҡыҫыр түгел. Их, берәр һүҙ өндәшһәңме! Ишетмәйһеңме ни мине? Ишетмәйһеңдер шул, ишет­һәң, әллә ҡасан ырғып торор инең. Килен-балаҡай балаға уҙған бит, бөгөн төнө буйы тегеләй-былай йөрөнө, керпек тә ҡаҡмай сыҡты ла, таңға ҡарай ғына йоҡлап китте. Мин өндәшергә ҡыймай тик яттым, ҡыйынһынып ҡуйыр, йәш кеше, тинем. Таңға табан ғына йоҡлап киткәнбеҙ, хатта сәғәтте лә ишетмәгәнбеҙ, шатлыҡ йоҡоһо ана шулай булалыр, ҡарт. Ана шул шатлыҡ мине йәш саҡтағылай бөгөн көтөү ҡыуҙыртты. Йүгерә-атлай үттем ауыл урамын. Бына һинең яныңа ла шул шатлыҡ алып килде. Бында, һинең янға тим, тиҙ генә килеп булмаҫ, ҡарт, ейәнсәремде үҫтерешәһем бар. Матур, аллы-гөллө күлдәк кейгән, ебәк кеүек йомшаҡ сәстәренә ҡып-ҡыҙыл ғына таҫмалар таҡҡан ейәнсәремде етәкләп, ауыл урамдарын бер әйләнәһем килә. Теге йылан Сәғиҙәнең, тағы ла уның ишеләрҙең ауыҙҙарын яптырып. Хәҙисәнең ҡапыл ғына күңеле тулып китте, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотоп ебәрҙе, биттәре буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен яулығының осо менән һөртөп алды ла, Әхмәтшаһы менән хушлашып, зыярат ҡапҡаһына юлланды. Шул саҡ ҡапыл ғына ҡаты итеп йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Күҙ алдары ҡараңғыланды ла, бар тирә-яҡ зыр әйләнергә тотондо.
Бығаса үҙенең барлығын белгертеп тә ҡарамаған йөрәге шаяра, күрәһең.
− Туҡтап тор әле, шайтан, улайтып ҡурҡытма − иртәрәк әле миңә унда китергә, ейәнсәремде күрмәйсә барып булмаҫ, − әбей һөйләнә-һөйләнә, яйлап ҡына атлап, ауылға илтеүсе юлға төшөп алды ла, ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Ауыл урамынан уҙған саҡта, уның бар донъяны яңғыратып: «ҡыҫыр түгел минең киленем! Ишетәһегеҙме, ҡыҫыр түгел!» − тип ҡысҡырғыһы килде.
− Белһендәр ине, әтеү оҙаҡ биш йыл буйы, үткән-һүткән һайын, йөрәгемә ҡан һауҙырып, йыландыҡылай әсе телдәрен бәреп маташтылар. Сәғиҙәһе Сәғиҙәлеген итте, ҡыҫыр һыйырҙы ла оҙаҡ аҫрамайҙар, айырт шул киленеңде, тип мыҫҡыл итте. Хәҙисә, уйҙарына бирелеп, яйлап атлап өйөнә ҡайтып ингәндә, килене иртәнге сәйҙе әҙерләп йөрөй ине.
− Әйҙә, бейем, сәй ҡайнаны, эсеп алайыҡ, − тине ул, ихлас йылмайып. Үҙе ҡыйынһынып ҡына: «оят булды инде, көтөү киткәнен дә белмәй йоҡлап ятҡас», − тип ҡуйған булды.
Хәҙисә әбей уның күңелен тыныслан­дырыр­ға ашыҡты:
− ҡыйынһынма, килен. Донъя булғас, төрлөсә булып китә. Көтөүгә йоҡлап ҡалыу − пүстәк кенә ул, була торған хәл. Малдарҙы алып барып ҡуштым, көтөү алыҫ китмәгәйне, тау аҫтына төшөрҙөм дә, һуңынан тау өҫтөнән генә ауыл өҫтөн күҙәттем. Бигерәк матур ине бөгөнгө иртә. Теге иртә кеүек.
«Теге иртә». Бейеменең ошо һүҙҙәре Гөлйөҙөмдө йәшен тиҙлегендә шул иртәгә алып китте. Бынан теүәл бер йыл элек, өмөт һәм хыялға тулы шул сихри иртәлә бейеме, йоҡоһонан тороп, тиҙ-тиҙ генә атын екте лә, Гөлйөҙөмгә өндәште: «Килен, әйҙә әле, һине Настя әбейгә алып барам. Айсыуаҡ көтә бирһен, ә беҙ һинең менән көтөп ятмайыҡ, сыуаш әбейенә барып, бәпес һорап ҡайтайыҡ», − тип кеткелдәп көлдө лә, киленен ултыртып, атын ҡыуалай-ҡыуалай, елдереп сығып та китте.
Ул иртә лә нәҡ бөгөнгөгә оҡшаған ине шул. Шундай уҡ тымыҡ, иҫ киткес матур ине. Хатта таң һайын талға ҡунып, йырын һуҙған һандуғас та, ошо сихри тынлыҡты боҙоуҙан ҡурҡып, тынып ҡалған ине.
Ун биш саҡрым араны бик тиҙ үтте улар. Бейеме атын тын да алдырмай ҡыуғайны шунда. Үҙе бер туҡтауһыҙ: «Әйҙә, малҡай, тиҙерәк булайыҡ, бәпес бөтөп ҡуймаһын», − тип һөйләнде.
Сыуаш әбейе бик алсаҡ булып сыҡты. Өҫтөнә ап-аҡ ерлеккә ваҡ ҡына зәңгәр сәскәләр төшкән күлдәк кейгән, башына аҡ яулыҡ ябынған был бәләкәс кенә буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле Настя әбейҙе фәрештәгә оҡшатып ҡуйғайны Гөлйөҙөм. Тап ошо ҡаҡса әбекәй генә уның хәлен еңеләйтер, күңеле түрендә нисәмә йыл буйы йыйылып киткән ғазаптарын бәләкәс кенә устары менән һыпырып ташлар төҫлө тойолдо. Әбей Гөлйөҙөмдө һылап-һыйпап, үҙенсә ниҙер әйтеп өшкөрҙө лә, артыҡ бер ни ҙә һөйләп торманы. ҡапҡанан сыҡҡас, барыһы ла яҡшы буласаҡ, ҡыҙым, тик үҙеңде һаҡла, тип оҙатып ҡалды.
− ҡана, килен, анау үәринйәңде генә алдыма ҡуйсәле. Йөрәк тирәм бер төрлө әсетеп, сәнсеп тора. Бер сынаяҡ сәйеңде эсәйем дә, ятып торайым.
Бейеменең ошо һүҙҙәре Гөлйөҙөмдө «теге» иртәнән әлеге хәленә кире ҡайтарҙы.
− Ятып тор, бейем, арып киткән­һеңдер, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡайнатмалы һауытты килтереп ултыртты ла, ҡапыл, шикләнеп, әбейҙең күҙҙәренә ҡараны. Бөгөн улар нисектер тоноҡланып киткәндәй. Йөҙө лә бер төрлө һурылып киткән. «Йөрәк тинеме ул? Бығаса зарланғаны юҡ ине бит әле».
Килен кеше, өҫтәл аша үрелеп, бейеменең маңлайына ҡулын ҡуйҙы.
Хәҙисә әбей, шуны ғына көткәндәй, Гөлйөҙөмдөң ҡулын үҙенең ҡытыршы устарына алып, һораулы ҡарашын уға төбәне: «Килен, дөрөҫ уйҙар уйлап йөрөйөммө мин? Дөрөҫ шатлыҡҡа ҡыуанаммы, ҡартлас? Әллә ҡасандан бирле һорамаҡсы булам, тик бәхет ҡошобоҙҙо ҡурҡытыуҙан, күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, өндәшмәй тик йөрөйөм. Берүк, дөрөҫ, бейем, тиң. Юғиһә, зыяратҡа инеп, Әхмәтшаға ла һөйләп өлгөрҙөм бит. Шул әллә ҡасандан хыялымда ғына етәкләп йөрөткән, ҡыҙыл таҫмалар таҡҡан ейәнсәрем тураһында».
Шул мәлдә, оҙаҡ биш йыл буйы Гөлйөҙөмдөң йөрәген өйкәп торған һағыш-ғазаптары күҙ йәштәре булып тышҡа урғылды.
Бейеменең алдына ятып, түгелеп-түгелеп иланы ул. «Һин мине бәпесле иттең бит, бейем. Әгәр ҙә һин булмаһаң, ғүмеремдең аҙағынаса «ҡыҫыр» исеме күтәреп йөрөр инем», − тип һамаҡлай-һамаҡлай күҙ йәштәрен түкте ул.
Йөрәгемдең ауыртыуы ба­ҫыл­ғансы ғына ятып торам, тип түшәккә ятҡан Хәҙисә шул ятыу­ҙан торманы. Үҙенең ыңғырашыу ҡатыш һаташыулы һуңғы төнөн үткәр­ҙе лә, бар ауыл халҡы үҙенең сираттағы иртәһен ҡаршылаған минуттарҙа мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Килененең сәйен эсеп, хәл йыйып алғас, күршеһе Заһираға инеп, үҙенең эсенә һыймаҫ шатлығы менән уртаҡлашҡыһы, йылан телле Сәғиҙәнең һәм тағы ла уның ише күптәрҙең ауыҙҙарын яптырғыһы, ә бәпес тыуғас, уны етәкләп, бына, күрегеҙсе минең ейәнсәремде, тип, оҙаҡ биш йыл буйы төшөбөрәк йөрөгән яурындарын күтәрә биреберәк, ғорур атлап ауыл урамдарын буйлағыһы килгәйне бит Хәҙисәнең. Был хыялдары хыял килеш, тормош­ҡа ашмай ҡалды.
− Янып бөтөп барған шәмдәй йәшәп ятҡанымда, миңә ялҡын өҫтәп, тоҡандырып ебәр­ҙең дә, үҙең ниңә шулай ҡапыл һүндең, бейем? Ошо оҙаҡ йылдар көткән балам донъяға ауаз һалһын өсөн мотлаҡ һинең китеүең кәрәк инеме ни? Гөлйөҙөмдөң был һорауҙар­ға яуап таба алмай йонсоп һыҡтауын күрше Заһира әбейҙең һүҙҙәре бүлде:
− Күп ваҡыт шатлыҡ та, әсе ҡайғы кеүек, әҙәм балаһын аяҡтан йығыр көскә эйә шул, балам. Ана шул ҡыуанысын күтәрә алманы ул, бахырың.
Хәҙисә әбей менән хушлашырға бөтә ауыл йыйылды. Улар араһында Сәғиҙә генә юҡ ине.
… Ауыл осондағы зыяратта, ҡып-ҡыҙыл яран гөлдәре үҫеп ултырған ҡәберлек янында, дүрт-биш йәштәр самаһындағы ҡыҙ етәкләгән ҡатын баҫып тора.
Сәсенә ҡыҙыл ғына матур таҫмалар таҡҡан ҡыҙсыҡ үҙенең кескәй генә устары менән ҡәрсәһенең ҡәбер ташына йәбештерелгән рәсемде һыйпай ине.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Мәләүез ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»