RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөйөүҙән тора ғүмерҙәр...

26.06.2012 Һөйөүҙән тора ғүмерҙәр...

Һөйөүҙән тора ғүмерҙәр...
Баймаҡ районының Таһир ауылында йәшәүсе Зөлфирә һәм Ришат Тулыбаевтар – һәр яҡтан да матур кешеләр
Бүреләр менән тартайҙар үҙ-ара килешеп йәшәй аламы? Әлбиттә! Быны бүре араһы егете Ришат менән тартай араһы һылыуы Зөлфирә үҙҙәренең ғаилә тормошо миҫалында раҫланы ла инде. Утыҙ биш йыл элек өйләнешеп, ике араны бәйләгән, яҡын туған иткәндәрҙең бөгөн ейән-ейән­сәр­ҙәре өй тултырып йөрөй, ә үҙҙәренә ҡараһаң, һаман да егет менән ҡыҙ кеүектәр – матурҙар, шаяндар, көслөләр... Ана барабыҙ, бына барабыҙ, тип йөрөй торғас, ниһайәт, Баймаҡ районының Таһир ауылына ла юлыбыҙ төштө. Эш башлағанда ғына килерҙәр инде, тип көтөп-көтөп йорттарына ремонт яһай башлаған Тулыбаевтар килеүебеҙгә шулай ҙа ифрат ҡыуанды: «Шулай булыр инде, тип борсолғайныҡ, хәйер­һеҙ... Ләкин ремонтты һуҙырға ваҡыт ҡалманы – тиҙҙән юбилейыбыҙ, улыбыҙ ҙа армиянан ҡайта». Бөтә эштәрен ташлап, күрше генә йортта йәшәгән ҡыҙҙарының өйөндә ҙурҙан ҡубып табын әҙерләй башлаған юбилярҙар, ай-вайыбыҙға ҡарамай, беҙҙе өҫтәл артына ултыртып ҡуйҙы. Һүҙ артынан һүҙ эйәреп, гәзитебеҙҙе «Ленинсы» заманынан алдырған дуҫтарыбыҙ менән яҡындан таныштыҡ.
Таһир ауылының ғына түгел, тотош Баймаҡ районының, республиканың ғорурлығы, данлыҡлы һауынсыһы Зөлфирә – иртә мәрхүм булған Зөлфәр менән Фәтиха Хәйбуллиндарҙың баш балаһы. Унан һуң Закир, Зәлифә, Сәғирә исемле балалар донъяға килгән. Иң бәләкәстәре беренсе синыфҡа барыр йылды оло ҡайғы ишектәрен шаҡыған. Бер-бер артлы атай-әсәйҙәре вафат булғас, етемдәрҙе балалар йортона ебәрергә йыйыналар. Ләкин ун алты йәшлек Зөлфирә, ҡусты-һеңлеләремде бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, үҙем ҡарайым, тип балаларҙы тыуған нигеҙҙән айырмай, бөтә яуаплылыҡты, ҡыйынлыҡты үҙ иңенә ала. Эштең ояты юҡ, тип мәктәпкә йыйыштырыусы булып урынлаша, балалар етемлектең әселеген тоймаһын, тип уларҙы һәр ауырлыҡтан ҡурсаларға, хаталарҙан араларға тырыша. Һөйләүҙәренсә, әсәйҙәренән мираҫҡа ҡалған кәзә тәкәһенең дебете матур була. Шул дебетте тарап, Зөлфирә уны Сибайға һатырға алып бара – йөҙ грамы ун-ун биш һумға китә. Дебет аҡсаһына туғандарын кейендерә, уҡыта. Етем үҫһәк тә, һис бер ҡасан үҙебеҙҙе башҡаларҙан кәм тойманыҡ, ти Зәлифә һеңлеһе: «Апайыбыҙ беҙҙең өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булды. Һаманғаса кәрәк саҡта ҡалҡан да, таяныс та ул».
Темәс ауылы егете Ришат Рәхимйән улы ла күп балалы ғаиләлә үҫкән.
– Армиянан ҡайтҡас, водителгә уҡыным, шунан һуң ҡоролоҡ йылында Украинаға һалам прес­лар­ға барҙым, – ти Ришат ағай. – Унан ҡайтҡас, баш агрономды йөрөттөм дә, аҙаҡ бензин, һөт ташыуға күстем. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғүмер буйы «баранка» әйләндерҙем инде. Һөт ташыу машинаһында ғына ла ун туғыҙ йыл эшләп ташлағанмын! Зөлфирәне тәүге тапҡыр уңыш йыйыу мәлендә сенаж ташығанда күреп ҡалдым. Күрҙем дә ғашиҡ булдым. Үҙе ҡарап туйғыһыҙ һылыу, үҙе эшкә шәп – орсоҡ кеүек! Уның егете булған икән, әммә был ғына «кәртә» мине туҡтата алманы, «һә» тигәнсе сибәрҙе үҙемә ҡараттым (беҙ ҙә ятып ҡалғандарҙан түгел бит!). Оҙаҡ уратып-суратып торманым, тоттом да, әйҙә өйләнешәйек, тип тәҡдим яһаным. Ә ул, туҡта, ашыҡмайыҡ, ҡустым армиянан ҡайтһын, тигән булды. Ләкин мин алдыма алғанды ҡуймайым ул, тәки өйләнешергә күндерҙем үҙен.
– Мин ул саҡта комсорг инем, йәштәр менән мәж килгән сағым, – тип һүҙгә хужабикә ҡушылды. – Ришат һөт ташыу машинаһына йәш-елкенсәкте «йәбештерә» лә, Темәскә йә концертҡа, йә йыйы­лыш­ҡа алып китә. Күңелле генә йөрөп киләбеҙ шулай. Ришат йәш сағында торғаны менән шайтан ине: йә балалар менән шар ҙа шор килеп туп тибә, йә балдыҙҙарын баҫтыра... Әле яңы ғына баҫылды. Өйләнешкәс, ҡәйнәм Нәфисә Ханнан ҡыҙы, ҡустың армиянан ҡайтҡансы ғына улымды «прокат­ҡа» биреп торам, тигәйне, Ришат Таһир ауылын оҡшатты ла, кире Темәскә ҡайтманы ла ҡуйҙы, шул килеш ошонда оя ҡорҙоҡ.
ҡатыным эшкә шәп, тип Ришат ағай хужабикәне юҡҡа маҡтамай икән – Зөлфирә апай һауынсы булып эшләгән дәүерендә ун дүрт тапҡыр алдынғылар таҫмаһын алған! Мин дә самалап ҡараным, тик ҡатынды ҡыуып етеп булманы, тип ауыҙ йырған хужа үҙенең берҙән-бер таҫмаһына ымлай:
– Һи-и, апайың һинең менән минең кеүек ябай кеше түгел, түше тулы миҙал да таҫма бит уның! Герой-әсәгә лә саҡ ҡына етмәйерәк ҡалды инде, былай булһа, тағы бер миҙалға артыҡ булыр ине наградалары. Һаманғаса һыйыр һауып ялҡмаған, эй эшләгеһе килә, әммә совхоз тарҡалып ҡуйҙы. Пенсияға саҡ сығарып алдыҡ үҙен, фермаға китә лә бара, китә лә бара. Ул ысын мәғәнәһендә ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре лә!
– «Һәүәнәк» совхозына рәхмәт – эшемде күрә белделәр, лайыҡлы баһаланылар, – аш бүлмәһе яғынан хужабикәнең тауышы ишетелә, бер аҙҙан тәрилкәләр тотоп үҙе лә күренә. – Венгрияла булдым, Ришат менән Эльбрус тауҙарында йөрөнөк, Мәскәүҙе лә күрҙем. Иремә рәхмәт. Сөнки мин егермешәр көн сит илдә булғанда ла, санаторийҙа ял иткәндә лә ул донъяны көттө, һис бер ҡасан зарланманы. Уға балаларҙы, мал-тыуарҙы ышанып тапшырам да рәхәтләнеп ял итәм, донъя күрәм. Алдынғы булыр өсөн шундай ышаныслы кешең булыуы ла шарт бит ул.
– Уның ҡарауы, Зөлфирә утыҙ һигеҙ йыл эсендә, шул санаторий, сит илде иҫәпләмәгәндә, бер тапҡыр ҙа отпускыла булманы, – Ришат ағай ысын күңелдән ҡатыны менән һоҡлана, ғорурлана. – Хатта декрет ялында ла аҙ ғына ултыра ла, малҡайҙарым ни хәлдә икән, тип тағы эшкә йүгерә. Әлдә балалар тәртипле, үҙ аллы булып үҫте, юғиһә минән эләгер ҙә ине.
Хәләл ефетенә ауыр һүҙ әйтеү түгел, ғүмерҙә ҡырын ҡарамаған Ришат ағайҙың был хәбәренән барыбыҙ ҙа күңелле көлөшәбеҙ. Зөлфирә апай менән Ришат ағай үҙҙәре кеүек эшкә шәп, булдыҡлы, намыҫлы балалар үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә мәктәптә эшләй, ире Нурфәиз менән Фәиз, Нурзиә, Кәрим исемле гөлдәй балалар үҫтерә. Егәрлеләрҙең йорт-ерҙәре күҙ алғыһыҙ матур, төҙөк. Зәлиә исемле һылыуға өйләнгән Ринат улдары Темәстә төпләнгән. Йәш ғаиләнең ҡотон арттырып, Рияз батыр үҫә. Рәфистәре иһә Магнитогорскиҙа йәшәй. Кәләше Ләйсән уны Рәфил исемле ул, Камила исемле ҡыҙ табып һөйөндөргән. Сибайҙа юғары белем алған төпсөк улдары Линар бына-бына армиянан ҡайтырға тейеш. Зөлфирә апайҙан ҡусты, һеңлеләре тураһында ла һорашабыҙ. ҡустыһы утыҙ бер йәшендә ҡан баҫымынан вафат булған икән. Сәғирә һеңлеһе Билал ауылында географиянан уҡыта, ә Зәлифәләре, балалар баҡсаһында, фермала эшләп, әлеге ваҡытта хужабикә ролен үтәй.
– Килендән дә, кейәүҙәрҙән дә һәләк уңдым, – тип ҡыуана Зөлфирә апай. – Тик бына ҡустымдың иртә китеүе бигерәк үкенесле... Кешелекле, изге йәнле булды, берәйһенең яңғыҙ картуф ҡаҙғанын күрһә лә, мотлаҡ барып ярҙам итеп китә торғайны. Ришатым да ҡустым кеүек эшкә шәп, ярҙамсыл. Шундай оло йөрәкле, бына тигән ул үҫтергәндәре өсөн ҡайны-ҡәйнәмә ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым. Ришат донъяла берәү генә ул!
Һөйөп-һөйөлөп ҡауышып, ғүмер буйы бер-береһе өсөн өҙөлөп торған Зөлфирә апай менән Ришат ағайға ҡарап ҡына ултырыуы ла рәхәт. Һәр яҡлап гүзәл кешеләр менән аралашыу ләззәтен татығандар белә инде ул, тәфсирләп аңлатып тораһы түгел...










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»