22.06.2012 Ҡаҙымды һыйҙырмайҙар!
Күршеләрем үҙҙәренең быҙауҙарын, кәзәләрен, өйрәктәрен теләгән ваҡытта урамға сығарып ебәрә. Ә бына минең ҡаҙҙарыма көн юҡ, имеш, ата ҡаҙым уҫал һәм уларҙың бала-сағаһын суҡый! Ундай хәлдең булғаны ла юҡ әле, етмәһә, ҡаҙҙар ныҡ ҡаңғылдап йонсота икән. Минең генә ҡаҙҙарым ныҡ ҡаңғылдай тиерһең…
Был хәл менән бер ҙә риза түгелмен. Уларҙың өйрәктәре лә һандуғас кеүек һайрамай бит! Ауыл урамдарындағы тәртипте кем булдыра һәм кем контролдә тоторға тейеш ул?
Әнисә ХОҘАЙҒОЛОВА.
Закон буйынса, ауыл урамдарында тәртип булдырыу − урындағы үҙидаралыҡ органының бурысы. Ауылдарыбыҙ күркәм һәм таҙа булһын өсөн урындағы үҙидаралыҡ органдары ҡураларын таҙа һәм имен тотоу бурысын хужаларына ҡуша. Был инде ҡоймаларығыҙ, баҡсаларығыҙ һәм кәртә-ҡурағыҙҙағы матурлыҡ өсөн яуаплылыҡ тулыһынса һеҙҙең өҫтә тигәнде аңлата. Бюджетта кешеләрҙең шәхси ҡураһын матурлау, төҙәтеү өсөн аҡса юҡ.
Шәхси хужалығығыҙҙы алып барыу өсөн ауылдағы һәр кемгә тиерлек ер участкаһы бирелгән. Унда һеҙ үҙегеҙгә йорт, мал-тыуарығыҙға һарай, баҡса төҙөй алаһығыҙ. ҡыҫҡаһы, барса хужалыҡ шул ер участкаһы сиктәрендә алып барылырға тейеш.
Ә инде малды, ҡош-ҡортто теләгән бер ерҙә – урамда, башҡа кешенең территорияһында йөрөтөү ҡәтғи тыйыла. Мал өсөн махсус тәғәйенләнгән урындар бар. Көтөүлектәр, бесәнлектәр һәм башҡа урындар әллә ҡасан билдәләп ҡуйылған. ҡағиҙә булараҡ, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто көн әйләнәһенә урамдың теләгән бер урынында йөрөтөү бөтә ауылдарҙа ла тыйыла. Шулай булғас, күршеләрегеҙ ҙә, үҙегеҙ ҙә дөрөҫ фекер йөрөтмәйһегеҙ булып сыға. ҡағиҙәләрҙе һәр муниципалитет үҙе ҡабул итә, шуға ла улар менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн ауыл хакимиәтенә барыуҙан да һәйбәтерәк юл юҡ.