RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » АЛКИД НИМӘ ҺУҢ?

22.06.2012 АЛКИД НИМӘ ҺУҢ?

Йәй – төҙөлөш, ремонт миҙгеле. Шөкөр, магазиндарҙа төҙөлөш материалдарының ниндәйе генә юҡ. Тик шулай ҙа улар араһынан үҙеңә кәрәклеһен генә һайлап алыу еңел түгел. Шәхcи хужалыҡтарыбыҙ балҡып торһон тиһәң, унда ваҡытында ремонт эшләү талап ителә. Бының өсөн, башҡа төҙөлөш материалдары менән бер рәттән, буяуҙы дөрөҫ һайлау ҙа ҙур роль уйнай.
Йортто, башҡа биналарҙы матурлау өсөн яңы технологиялар буйынса етештерелгән материалдар күп булыуға ҡарамаҫтан, стеналарҙы буяу үҙенең популярлығын юғалтмай. Заманса буяуҙарҙы ике төркөмгә бүлеп йөрөтөргә мөмкин: органик иреткеслеләр һәм һыу менән иретелгәндәр.
ҡасандыр бик популяр булған майлы буяуҙар бөгөн көндән-көн һирәгерәк ҡулланыла. Шулай ҙа был буяуҙың да яҡшы сифаттары бар – ул йышылмаған ағасҡа ла һәйбәт һылана һәм һыу менән йыш йыуыуға сыҙамлы. Тик майлы буяуҙы шыйыҡлатыу өсөн скипидар, бензин йәки уайт-спирит ҡулланыла. Был органик матдәләр буяу кибә барған һайын парға әйләнеп, әллә нисәмә көн буйы ауыр еҫ сығара. Был ваҡытта һауала зарарлы матдәләрҙең булыуын һәм һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүен билдәләргә кәрәк. Етмәһә, майлы буяу бер нисә йылдан үҙенең төҫөн юғалтып, һарғая башлай. Ә инде был буяуға тейгән ҡулдарҙы, кейемдәрҙе таҙартҡансы хәл бөтә. ҡыҫҡаһы, майлы буяуҙың ыңғай яҡтарынан кире сифаттары күберәк. Шул уҡ ваҡытта уның арзанлығын да иғтибарға алып үтмәй булмай, әлбиттә.
Башҡа төр буяуҙарҙы өйрәнеп сығайыҡ әле.
Алкид буяуҙар

Алкид буяуҙар һыуҙы бөтөнләй һеңдермәү һәләтенә эйә. Улар сыҙамлылар рәтендә − сыйылыуҙарға, төрлө механик йоғонтоларға бирешеп бармай. Алкид буяу менән буялған урындарҙы таҙартыу өсөн теләгән бер иреткесте лә ҡулланырға була. Был продукция ағас тәҙрә рамдарын, аш-һыу бүлмәһендәге мебелде, иҙәнде һәм шулай уҡ түшәмде буяу өсөн ҡулай. Билдәләп китеүебеҙсә, ул буял­ған урындарҙы ҡалын итеп ҡаплап ҡуя һәм төрлө ҡытыршылыҡтарҙы йәшерә.
Алкид буяуҙарын шыйыҡлатыу өсөн әлеге лә баяғы уайт-спирит ҡулланыла. Әммә был буяу майлыһына ҡарағанда күпкә тиҙерәк кибә һәм уның еҫе оҙаҡ ваҡыт һауала тормай. Атап әйткәндә, алкид буяу 16 сәғәт эсендә тулыһынса кибеп бөтә.

Һыу менән иретелеүсе буяуҙар

Һыу менән иретелгән буяуҙарҙың составында органик иреткестәр юҡ. Шунлыҡтан уларҙы йорттоң, башҡа биналарҙың эсен буяу өсөн киң ҡулланалар. Етмәһә, улар бөтөнләй тиерлек еҫһеҙ һәм валик менән дә, һиптергес менән дә һәйбәт яғыла. Әгәр теге йәки был урында бер нисә тапҡыр буярға кәрәкһә, икенсе ҡатты яғыр өсөн ике сәғәт самаһы ғына көтөү ҙә етә.
Был буяу стеналарға, түбәгә һауа үткәрәсәк. Икенсе төрлө әйткәндә, уны “тын алыусы буяу” тип атап булыр ине. Әйткәндәй, был буяу менән эшләгәндән һуң кейемеңде, ҡулдарыңды таҙартыу өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Инструменттарҙы ла таҙартыуы еңел генә.

Әйткәндәй
Майлы һәм алкид буяуҙарҙы уттан алыҫыраҡ тотоғоҙ. Улар һаҡланған урында тәмәке тартыу, усаҡ яғыу ҡырҡа тыйыла.
Һыу менән иретелеүсе буяу туңа һәм ҡайтанан иреткән ваҡытта үҙенең яҡшы сифаттарын тулыһынса юғалта. Был буяуҙарҙы һатып алғанда шуға ныҡлы иғтибар итегеҙ – сауҙа урыны йылытылған, ҡояш нурҙарынан ҡаплан­ған булһын. Шулай уҡ яҙын көҙ эшләнгән буяуҙы алмау һәйбәтерәк – уның нисек һаҡлан­ғанын бер нисек тә асыҡлап булмай.
Бер урынды буяй башлағас, ниәтләнгән майҙан буялып бөткәнгә тиклем туҡтамағыҙ. Сөнки, буяу кипкәндән һуң төҫөн саҡ ҡына үҙгәртергә һәләтле. Уның төҫө валикты ниндәй баҫым менән баҫыуығыҙға ла бәйле. Шуға ла эш башлар алдынан үҙегеҙҙең көсөгөҙҙө объектив баһалағыҙ һәм ваҡыт етеңкерәмәҫтәй тойолһа – эшкә тотонмағыҙ.
Йорт йәки башҡа бина эсен буяу эшен мөйөштән, өҫкө яҡтан башлағыҙ.
Кәрәкмәгән урынға буяу теймәһен өсөн маляр скотчын ҡулланыуҙан да һәйбәтерәге юҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»