RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һуғыш афәте аямай

22.06.2012 Һуғыш афәте аямай

Тарихта иң дәһшәтле, ҡот осҡос, иҫәп-хисапһыҙ ҡорбандар, емереклектәр алып килеүсе Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға быйыл 71 йыл тулды. Был һуғышта беҙҙең илебеҙҙең азат дәүләт булып йәшәү менән йәшәмәүе хәл ителде лә инде. Мәрхәмәтһеҙ ҡан ҡойоштоң ҡайнар еле ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр инде беҙҙең илдә. Күпме ғаилә ул ваҡытта фронттан «ҡара ҡағыҙ» алды, күпме сабый атай һөйөүенән мәхрүм булып үҫте. Күпме йыл үтһә лә, ул йылдарға тура килгән бала сағыбыҙ, ауыр хәтирәләр булып ғүмеребеҙҙең аҙағынаса оҙатып барыр, ахырыһы. 22 июнь беҙҙең өсөн ҡайғы көнө һәм һуғыштан ҡайта алмай һәләк булған атай-ағайҙар­ҙы иҫкә алыу көнө булып ҡаласаҡ.
Артабанғы һүҙем ҡатыным Мәрзиә тыуып үҫкән Учалы районының Илтабан ауылынан булған Заһировтар ғаиләһе тураһында барасаҡ. Ғаилә башлығы 41 йәшлек Ислам колхозда эшләй, ул колхозда беренселәрҙән «тимер ат»ҡа ултырған кеше күп ваҡытын колхозда үткәрә. Тормош иптәше Латифа балалар тәрбиәләй, колхоз эшенә лә өлгөрә. Оло улдары 1921 йылғы Әмирхан, бер йылға яҡын Балтик буйында армияла хеҙмәт итә, 1924 йылғы Әсхәт улдары ла егет ҡорона инә. 13 йәшлек Рәфҡәт улдары эшкә ярай: ишек алдын тәртиптә тота, малдарҙы ла ҡарай. 11 йәшлек Нурия әсәһенең ярҙамсыһы инде, иҙәнен дә йыуа, һыуын да ул ташый. Ә 6 йәшлек Өлфәт улдары атаһы өйҙә ваҡытта бер аҙым да ҡалмай артынан эйәреп йөрөй, йәнәһе, ул да атаһының ярҙамсыһы, ә ҡыҙҙары Флүрәгә 2 йәш тулып 3-сө йәш киткән була.
Шулай, тормош еңеләйә бара, тип ҡыуанып донъя көтөп ятҡанда, фашист Германияһы беҙҙең илгә баҫып ингән тигән хәбәр Илтабан ауылына килеп етә. Атай менән әсәй ныҡ ҡайғыра, сөнки улдары Әмирхан көнбайышта хеҙмәт итә бит. Башта улдарынан һирәкләп булһа ла хаты килеп тора. 1942 йылдың июлендә ғаиләлә етенсе бала булып ҡыҙ бала донъяға килә, уға Мәрзиә тип исем ҡушалар. Август айында 18 йәшлек Әсхәт улдарын фронтҡа оҙаталар. Ә ғаилә башлығы Исламға, тәжрибәле, үҙ эшен яратып башҡарған механизатор булараҡ, бронь бирелгән була, сөнки илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн тылда ла үҙ эшенең оҫталары талап ителә.
Волга ярҙарында Сталин­град өсөн барған һуғышта, немецтар ҙур юғалтыуҙарға осрап сигенһә лә, әле уның көсө етерлек. Һуғышҡа алынмаған колхоздың эреле-ваҡлы түрәләренә лә сират етә, тик улар һуғыш мәхшәренә инергә ашҡынып тормай шул. Шулай итеп, 43 йәшлек ғаилә башлығы ете бала атаһы Ислам да (уға бронь булһа ла, кемдеңдер урынына) 1943 йылдың март айында фронтҡа алына. Сентябрь айында 15 йәше менән барған Рәфҡәтте ФЗО-ға алалар. Береһенән береһе бәләкәй дүрт бала әсә ҡарамағында ҡала. Улай ғына булһа ине лә бит, 1943 йылдың буранлы декабрь айының һуңғы көндәрендә ул: «һеҙҙең ирегеҙ Заһиров Ислам Заһир улы, гвардия рядовойы, орудие наводчигы 1943 йылдың 11 декабрендә һәләк булды. Калинин өлкәһенең Невельский райо­ны, Поломны ауылында ерләнде», – тигән йөрәк өшөткөс ҡара ҡағыҙ ала. Һығылып ятып илағандан һуң әсә кеше үҙен тиҙ ҡулға ала, туҡта, әле бит уға ҡарап торған биш сабыйы бар. Әсә кешегә ниндәй ауыр йөк төшкәнен ул йылдарҙа йәшәгәндәр генә аңлай. Тырышырға, нисек тә булһа балаларын астан үлтермәҫкә, оло тормош юлына баҫтырырға кәрәк. Әсә кеше үҙ-үҙен аямай көнө-төнө эшләй.
ҡайғы бер үҙе генә йөрөмәй икән шул, тиҙҙән Әмирхандың һәләк булыуы тураһында хәбәр ала. Әсә кеше, бәлки, хәбәр дөрөҫ түгелдер, яраланған ғыналыр, тип үҙен-үҙе йыуата.
Һуғышҡа нөктә ҡуя торған 1945 йыл тыуа, әсәгә Әсхәт улынан һирәкләп хаттары килеп тора. «Әсәй, һуғыш дошмандың еңелеүе менән тамамланыуға табан бара, мин оҙаҡламай ҡайтасаҡмын», − тип яҙа ул. Үкенескә күрә, яугирға тыуған иленә ҡайтырға яҙмай.
«Командир отделения мл. сержант Загиров Асхат Исламович погиб 17.01.1945 г. Похоронен − Польша, Кировская область, усадьба господского двора со стороны замка», – тип яҙылған өсөнсө похоронка ала әсә кеше. Нисәмә йыл һөйөклөләре бына-бына ҡайтып инер тип көтһә лә, тәҡдирҙән уҙып булмай шул. 1943 йылда ФЗО-ға алынған Рәфҡәт улы Совет Армияһында хеҙмәт итеп, 1952 йылда ғына ҡайтып төшә.
Ғүмерендә бик күп ҡайғы-хәсрәт кисергән саф күңелле әсәнең үлеүенә лә дүрт тиҫтә йыл тулып килә, ятҡан ҡәбере мамыҡтай йомшаҡ, йәне ожмахта булһын инде.
Хәҙерге көндә Заһировтар ғаиләһенең ике ағзаһы ғына иҫән. Флүрә – Учалы ҡала­һында, Мәрзиә ошо уҡ райондың Ураҙ ауылында донъя көтә.

Нияз ИСХАҡОВ.
Учалы районы,
Ураҙ ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»