22.06.2012 Игенсе тигән даны бар
Журналистарға төрлө яҙмышлы, донъяға үҙ ҡарашы булған бихисап кеше менән аралашырға тура килә. Уларҙың һәр береһе йөрәктә үҙенә күрә эҙ ҡалдыра – кемдер күңелде болоҡһота, ҡайһыһы һоҡланыу уята. Ошо көндәрҙә һоҡланғыс шәхес менән танышырға насип булды.
Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Ишдәүләт Ғибәҙәтов өс тиҫтә йылға яҡын “Һәүәнәк” совхозында тир түгә, оҙаҡ йылдар баш агроном булып эшләй. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме лә бирелгән. Ваҡытында гөрләп торған совхоз һүнә башлағас, Ишдәүләт Ғибәҙәтов үҙ крәҫтиән-фермер хужалығын асып ебәрә. Ул 300 гектар ер алып, бойҙай, арпа, һоло сәсә. Төп ер район резервы фондынан булһа, ҡалған өлөшө – пай ерҙәре. Был эш менән һигеҙенсе йыл шөғөлләнә.
Хужалыҡ бәләкәй генә колхозды хәтерләтә. Унда булырға тейеш һәр звено “Ғибәҙәтов” КФХ-һында ла бар. Техника паркы, тимерлек, иген һаҡлағыс, тирмән, ремонтлау цехы булдырылған. Хатта ҡайһы бер запас частарҙы үҙҙәре үк эшләй икән. Хужалыҡта КУН тейәгесле МТЗ – 82, ике Т – 150, ике ДТ – 75 М, СК – 6, “Енисей” комбайны, орлоҡ таҙартҡыс, химик утау һ.б. ауыл хужалығы машиналары бар.
Баҫыу эштәрен энәһенә-ебенә тиклем белгән агрономдың тәжрибәһе ғәйәт ҙур. Шуға ул бар технологияны, һәр аҙымды үҙе контролдә тота. Уның ойоштора белеү һәләтен билдәләп үтмәй булмай – ун биш кешенән торған коллективты бергә туплай алған. “Хеҙмәткәрҙәр тырыш, бурыстарына етди һәм намыҫлы ҡарай, насар ғәҙәттәре лә юҡ, – тине ул. – Бер туған ҡустым Ғәли Ғибәҙәтов – терәгем, ул ныҡ ныҡ ярҙам итә. Шулай уҡ Шәфҡәт Йәнтүрин, Мөҙәрис Исҡужин, Зәбир Баймөхәмәтовтарға ҙур өмөт бағлайым. Йәштәр ҙә эшкә килә, улар араһынан Рәмил Харисовты билдәләр инем”. КФХ-ның ашнаҡсы-бухгалтерҙары ла, Ишдәүләт Мирза улы үҙе әйтмешләй, хатта именлек хеҙмәте лә бар. Хужалыҡ, мөмкинлеккә ҡарап, халыҡҡа төрлө ярҙам да күрһәтә, утын, бесән ташыу менән шөғөлләнә – был өҫтәмә килем килтерә.
“Эшегеҙҙә иң ҡыйыны нимә?” – тип ҡыҙыҡһынғас, Ишдәүләт Мирза улы: “Эшләһәң, бар кәртәләр юҡҡа сыға. Ваҡытында бөтәһен дә йүнләһәң, ауырлыҡтар тыумай. Сәсеү ун көн булһа, химик утау мәлендә биш көн баҫыуҙа эшләйбеҙ. Урып-йыйыуға яҡынса 20 көн китә.
Мал-тыуарҙың ирекле йөрөүе теңкәгә тейә. Иген тапалып, бар эш юҡҡа сыҡҡан мәлдәр ҙә булды. ҡайһы саҡ таңға тиклем баҫыу ҡарауыллап йөрөргә лә тура килә. Халыҡтың беҙҙең эшкә вайымһыҙ ҡарауы күңелде ҡыра”, – тине.
Ишдәүләт Мирза улы менән баҫыуҙарҙы байҡаныҡ. Йәшел ҡыяҡсалар ҡояшта иркәләнеп, наҙлы елдә бәүелә. Хужа оло ҡәнәғәтлек менән уларҙы ҡарағас, юлыбыҙҙы артабан дауам итәбеҙ.
“Ә был яҡтағы баҫыуҙар быйыл ял итә, – тине, буш ятҡан ергә күрһәтеп. – Химик ашламалар ҡулланғанда, йыл да сәсергә мөмкин булыр ине. Әммә ул ҡиммәт, сығым килемде ҡапламаясаҡ. Шуға күрә ерҙе ял иттереп, унда йыл аша иген сәсәм”.
Йыйып алынған уңыштың бер өлөшө орлоҡҡа ҡалдырыла, икенсе өлөшө эш хаҡын түләүгә китһә, ҡалғаны һатыла. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы иген менән түләнә. Был, бер, яҡтан КФХ эшен көйләй, хужалыҡта эшләүселәрҙә дәрт тә уята – сөнки үҫтергән игенде үҙең аҡсаға әйләндерәһең.
“Саф табыш күп cығамы?” – тип һорашҡас, Ишдәүләт Мирза улы: “Ауыл хужалығы өлкәһендә юғалтыуҙар, көтөлмәгән хәлдәр йыш була. Шуға күрә артыҡ байып китеп булмай. Бер нисә кешене ғаиләһен туйҙырырлыҡ эш менән тәьмин иткәнмен. Күңелемә ятҡан шөғөл менән булышам – шул миңә рәхәтлек бирә. Шәхси байлыҡ артынан ҡыумайым, Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәткә шөкөр ҡылам. Атайым мәрхүм бик аҡыллы, уҡымышлы ине, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ул. “Улым, иген эшен ташлама. Революцияға тиклем иген үҫтергәндәр хәлле булды, һин дә ас ҡалмаҫһың”, – ти торғайны. Ул 102 йәшенә тиклем йәшәп, бер нисә йыл элек донъя ҡуйҙы”, – тине.
Ғибәҙәтовтарҙың бер нисә быуын нәҫелендә сауҙагәрҙәр булған. Күрәһең, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ ҡандарында бар. “Беҙ ҙә шул кулактар инде. Баҫыуҙа көнө-төнө йөрөйбөҙ, эш бөтмәйенсә ҡайтыу юҡ. Башты йоҙроҡҡа һалып ҡына серем итәбеҙ”, – тип ҡуйҙы Ишдәүләт Мирза улы. Был һүҙҙәрҙән һуң: “Ана шундай кулактар бөгөн күберәк булһа ине”, – тигән уй йүгереп үтте.
Хәҙерге дәғүәселек шарттарында фермерҙарға ла еңел түгел. Әсе тир түгеп үҫтергән продукциянан һәр кемдең лайыҡлы табыш алғыһы килә. Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, хужа: “Тауар яҡшы үтһен өсөн хаҡты баҙарҙағынан түбәнерәк ҡуям. ҡомһоҙланырға ярамай”, – тине.
“Эшегеҙгә аяҡ салыусылар юҡмы?” – тигәс, “Төрлө органдарҙан тикшереүселәр килә. Был өлкә былай ҙа аяғында саҡ тора, ирекле үҫешергә мөмкинлек бирһендәр ине, – тип ҡуйҙы ул. – Дәүләткә үпкә юҡ, субсидия бүленә, яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә ярҙам итәләр – уныһына рәхмәтлемен”.
Ишдәүләт Мирза улы тормош иптәше Миңлебанат ханым менән өс балаға ғүмер бүләк иткән, дүрт ейәндәре бар. Улдары Урал – Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтының Өфө ҡалаһындағы филиалы ректоры. ҡыҙҙары Фатима тормош иптәше менән Сибай ҡалаһында йәшәй, төпсөктәре Хазина ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге hынлы сәнғәт гимназияhында уҡый. Шәхси хужалыҡтары ишле күренә, эре малдан тыш, тиҫтәләгән йылҡылары бар. Йорт мәшәҡәттәре күберәк хужабикә иңенә төшә.
Баҫыуҙары менән таныштырғас, Ишдәүләт Мирза улы менән Ирәндек итәгенә юлландыҡ. Их, хозур ҙа һуң Баймаҡ тәбиғәте!.. Самырҙыағас түбәһенән уның баҫыуҙары ус аяһындай ғына күренә. Ә алыҫта Талҡаҫ күле көмөш тәңкәләй ялтырай.
Ишдәүләт Ғибәҙәтов һунарсы ла булып сыҡты. “Мылтыҡ аҫып, тау-урмандар гиҙергә яратам, әммә кейектәрҙең йәнен ҡыймайым. Тормош шул тиклем матур, һәр кемдең йәшәүгә хоҡуғы бар”, – тине ул. Ошо төбәктә төйәкләнгән хайуандар һәм ҡоштар, тарихи урындар хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Мөжәүир хәҙрәттең остазы Ғабдулла Сәидиҙең Әүлиә шишмәһе янында ла туҡталдыҡ. Ишдәүләт Мирза улы, изге урындарға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләп, тыуған ил һәм ер киләсәге өсөн борсолоуын белдерҙе.
Аяғында ныҡлы баҫып торған ир-уҙаман, йүнен табып, иртәгәһен хәстәрләп йәшәй, уны ауырлыҡтар, көтөлмәгән хәлдәр ҡурҡытмай.
Өҫтәлдә – ҡабарып бешкән икмәк... Әсәйем, атайым тирмәндән алып ҡайтҡан онға өләсәйемдең бисмиллалап йыйған ҡомалағынан әҙерләнгән сүпрәне һалып, йырлай-йырлай ҡамыр баҫҡан. Ололарҙың “икмәктән оло булма”, “икмәк – иң ҙур байлыҡ” тигәндәрен иҫкә төшөрөп, ваҡ ҡына валсыҡтарҙы ла төшөрөргә ҡурҡып, тәмләйем. Күҙ алдына ҡояшҡа үрелгән йәшел ҡыяҡсалар, Ишдәүләт Ғибәҙәтов кеүек ил уландарының яландарҙағы йоҡоһоҙ төндәре, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәте килеп баҫа. Рәхмәт һеҙгә, ер улдары!