RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Конкурста еңһәм, өс кешене гәзиткә яҙҙырасаҡмын»

15.06.2012 «Конкурста еңһәм, өс кешене гәзиткә яҙҙырасаҡмын»

Миңһылыу ҒӘББӘСОВА, Ишембай районының Ураҙбай ауылынан:
– Йәй етһә, картуф баҡсаһын тал үләне, сырмалсыҡ, билсән баҫа. Шуларҙы нисек бөтөрөп була икән?
Тәжрибәле баҡсасылар әй­теүенсә, ерҙе көҙҙән тәрән итеп һөрҙөрөргә кәрәк. Был сүп үләндәренең 80 процентын юҡ итергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ергә 90 градус эҫелектәге һыу ҡойоп эшкәртеп сығыу ҙа һөҙөмтәле. Баҡсасыларҙың кәңәше буйынса, йәшелсәне иртәрәк сәскәндә сүп үләндәре әҙерәк була, ә инде һуңға ҡалһаң, ерҙе сүп үләндәре баҫып ала һәм уларҙан ҡотолоуы ауырға тура килә. Шулай уҡ ер өҫтөнә торф, тиреҫ, ағас онтағы һибеп сығырға мөмкин. Бынан тыш, сүп үләндәренә ҡаршы гербицидтар ярҙамында көрәшергә мөмкин. Әммә был осраҡта шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, гербицидтар тупраҡтың файҙалы матдәләрен дә юҡҡа сығарыуға һәләтле. Шуға күрә баҡса бер нисә йыл эшкәртелмәй, сүп үләне тулыһынса баҫып алғанда ғына уларҙы ҡулланырға тәҡдим ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына льготалар, торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе хаҡында һорауҙарҙы ла гәзит уҡыусылар йыш бирә. Әбйәлил районының Күгиҙел ауылынан Фәрит ҡарағужин Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса закон ҡабул ителеү-ителмәүе менән ҡыҙыҡһынды. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙе бер нисек тә һөйөндөрә алмайбыҙ. Һуғыш балаларын социаль яҡлау хаҡында әле РФ Дәүләт Думаһы тарафынан закон ҡабул ителмәгән.
Салауат районынан Иҙрис «Йәшлек» гәзитендә иғлан ителгән хикәйәләр конкурсы менән ҡыҙыҡһынды, үҙенең дә унда ҡатнашырға уйы барлығын, ә инде еңә ҡалһа, өс кешене гәзиткә яҙҙырырға иҫәбе булыуын белдерҙе. Афарин, гәзитебеҙҙең ошондай илһамлы, дәртле тоғро дуҫтары булыуына бик шатбыҙ. Ни өсөн, борон әүлиәләр, бәйғәмбәрҙәр булған, тип яҙабыҙ, бөгөн юҡмы ни ул, иғтибарлабыраҡ ҡараһаң, бөгөн дә арабыҙҙа әүлиәләр, бәйғәмбәр­ҙәр йәшәйҙер ул, тип үҙенең тағы бер фекере менән уртаҡлашты ул.
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан Гөлшат Мөхәмәтйәрова, айға яҡын гәзит-журнал алмайбыҙ, почтальоныбыҙ юҡ, тип ауыл халҡының борсолоуын еткерҙе. Почтальон өс ауылды – Яңы Балапан, Йәнекәй, Мораҡай ауылдарын хеҙмәтләндерергә тейеш икән. Эш хаҡы түбән булыу сәбәпле, бер кем дә был эшкә барырға теләмәй.
Гөлшат апай ауыл халҡын борсоған тағы бер мәсьәләне күтәр­ҙе:
– Ауылда бик матур клуб бар, әммә ул йылға яҡын эшләмәй тора, мөдире юҡ. Хәҙер йәштәргә ял итер урын да юҡ, төнө буйы урамда йөрөп сығалар. Ауыл ҙур, клубта төрлө саралар ойошторола торғайны, беҙ, ололар ҙа, был сараларға теләп йөрөй инек. Хәҙер килеп бына шундай ауыл халҡын берләштергән байрамдар ҙа юҡҡа сығып бара.
Почтальондарға ҡағылышлы һорауға Әбйәлил районы хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Урал Хәлисов Яңы Балапан ауылында ғына түгел, тотош районда ошондай проблема булыуын билдәләне. Почта бүлексәләре Белорет почтамтына күскәс, почтальондар­ҙың эш хаҡы ярты ставкаға ғына ҡалдырылыу сәбәпле, бер кем дә был эшкә барырға теләмәй. Районда ҙур-ҙур ауылдар бар, почтальондың эше еңелдән түгел, ә эш хаҡы бәләкәй, ти ул.
Баймаҡ районының Йылым ауылынан Ғәлиә Кейекбир­ҙина ла бөтә ауыл халҡының теләген еткерҙе:
– Беҙҙең ауылда Әхмәтйән Ишҡыуатов тигән кеше ауырыу­ҙарҙы ҡабул итә. Уның кешеләр­ҙе дауалауына бер ҙә ҡаршылығыбыҙ юҡ. Үҙем дә сирләгәс, ауырыған кешенең хәлен аңлайым. Әммә беҙҙе икенсе нәмә борсой. Халыҡ табибының йорто өҫтә, йылға үрендә урынлашҡан, килгән кешеләр йылғабыҙҙы бысрата. Ауырыу һыу менән ағып китһен тип, йылғаға кейем-һалымдарын ташлайҙар. ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡараманыҡ, әммә бер ниндәй үҙгәреш тә юҡ.
Был һорауға асыҡлыҡ индерергә теләп, Ишбирҙе ауыл хакимиәте башлығы Мансур Вәлишинға шылтыратҡас, был мәсьәлә хаҡында хәбәрҙар булыуы, әле генә тап шуның буйынса Йылым ауылына барып ҡайтыуын белдерҙе. Әхмәтйән ағайҙың ауырыуҙарҙы йортонда түгел, ә элек көтөү көткән ерендә ҡыуышта ҡабул итеүе, бында иһә тирә-яҡтың тәртиптә тотолоуы, дауаланырға килеүселәр өсөн бәҙрәф тә ҡуйылыуы хаҡында һөйләне ул.
– Ауыл халҡының үтенесен еткерҙек, әммә бында тап уға килгән кешеләр йылғаны бысрата тип әйтеү генә дөрөҫ түгел, – тип белдерҙе ул.

Шылтыратыуҙарҙы Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»