08.06.2012 Көслө ямғыр сәсеүлектәрҙе юҡҡа сығарҙы
Туймазы һәм Бүздәк райондары сәсеүлектәрен көслө ямғыр йыуҙы һәм борсаҡ һуҡты. Унда йәмғеһе өс меңгә яҡын гектарҙа сәсеүлектәр һәләк булған.
Туймазы районында көслө яуындан ҡалғанды диаметры ике сантиметрҙан ҙурыраҡ боҙ һәләк иткән. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Мәтәүтамаҡ» агрофирмаһы баҫыуҙары айырыуса ҙур зыян күргән. Комиссия 620 гектар майҙандағы сәсеүлектәрҙең һәләк булыуын теркәгән. Былар – шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, борсаҡ, ужым арышы. Яҡынса зыян 4 млн һумға баһаланған. Ауыл хужалығы предприятиеһы сәсеүлектәре страховкаланмаған булған, шуға күрә зыянды ҡаплау мөмкинлеге юҡ.
Бүздәк районында борсаҡ яуып, ике хужалыҡтың – «ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән «Бүздәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарындағы культураларҙы юҡҡа сығарған. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы әйтеүенсә, сәселгән культураларҙың ике меңдән ашыу гектары һәләк булған. Әлеге ваҡытта районда тергеҙеү эштәре алып барыла, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, судан үләне яңынан сәселә. Яҡынса иҫәпләүҙәргә ярашлы, тәбиғәт стихияһынан күрелгән иҡтисади зыян Бүздәк районында яҡынса 25 млн һум тәшкил итә.
Республиканың башҡа райондарында ла тәбиғәт «күстәнәстәре»нән зыян күргән ауыл хужалығы предприятиелары бар. Ишембай, Ғафури һәм Мәләүез райондарында болон күбәләге йонсота. Май айында көндәрҙең ҡапыл һәм иртә йылыныуы арҡаһында был ҡоротҡостар 15 – 20 көнгә алдан оса башлаған. Улар Күгәрсен һәм Көйөргәҙе, Ейәнсура райондарында ла күпләп күренә, тигән мәғлүмәт бар. Ә Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарындағы хужалыҡтар саранча күҙәтелә башлауы хаҡында хәбәр итә. Әлбиттә, был бөжәктәр ҙур зыян килтермәһен, артыҡ шашмаһын өсөн бөтә саралар ҙа күрелә.
З. ХӘСӘНОВА.