01.06.2012 Холоҡһоҙ баланы алкоголь менән тәмәке “бүләк итә”
Бер ваҡыт радиола “Балала агрессия ҡайҙан килә?” тигән темаға һөйләшеү булғайны. Алып барыусы менән тыңлаусылар бының сәбәптәрен барлап, унан нисек ҡотолоу юлдарын эҙләне. Әммә аныҡ ҡына яуап ишетелмәне, буғай.
Әлбиттә, сәбәптәр рәтенә ата-әсәнең тәрбиәгә ваҡыты юҡлығы ла, пионер һәм комсомол ойошмаларының булмауы ла, динһеҙлек тә, мәктәптең иғтибарһыҙлығы ла индерелде. Минеңсә, иң төп сәбәп әйтелмәй ҡалды. Ул – кешеләрҙең алкоголь һәм тәмәке менән артыҡ мауығыуы. Тап ошонан балаларҙа агрессия барлыҡҡа килә. Буласаҡ ата-әсә тәмәке, наркотик, иҫерткес эсемлек менән әле тыумаған балаһын ағыулай.
Бала сағым иҫкә төшә – ул замандарҙа халыҡ айыҡ һәм тәмәке лә тартып бармай ине. Балалар ҙа бик тәртипле булды. Дәрестәрҙә класта себен осҡан тауыш та ишетелмәй торғайны. Ул агрессия тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ә тәмәке тартҡан йә иҫерек уҡыусы тигән хәбәрҙе ишетеү, ғөмүмән, барыһын да шаҡ ҡатырыр ине ул саҡта.
Мин, әгәр буласаҡ әсә тәмәке тарта, йә эсә икән, ул – палач, ҡарынындағы балаһын газ камераһындағы кеүек ағыулай, тип һәр ерҙә һөйләп йөрөйөм.
Егеттәргә лә шуны еткергем килә – тәмәкене берҙе генә лә һурыу, бер генә йотом һыра ла бик күп зыян килтерә. Ә теүәлерәк әйткәндә, буласаҡ баланың ғәриплегенә, йомортҡалыҡтың көсһөҙлөгөнә, потенцияның тиҙ һүнеүенә. Бөгөн 30 йәшлек ирҙәрҙең дә кәре булмауы күптәргә билдәле бит.
Йәнә бер ваҡиға иҫтә. Бер туҡталышта таныш булмаған сатан ир мине ҡысҡырып әрләй башланы.
– Һеҙҙең арҡала минең аяҡтарым ғәрипләнде! – тип аҡырҙы ул.
– Мин һеҙҙе тәүгә күрәм… – тим, аптырап.
– Һеҙ миңә вокзалда осранығыҙ. Тәмәке төтөнөнә аҡса әрәм иткәнсе яҡшы аяҡ кейеме алып кей, тинегеҙ миңә, ә хәҙер, ана, ботинка ла кәрәкмәй!
Эйе, был ир туп-тура битемә һаҫыҡ төтөнөн өргәс, шулай тип әйткәнем иҫкә төштө. Ул әле лә тәмәкеһен борҡотоп ултыра ине.
– Һуң, тәмәкенең зыянын һаман аңламанығыҙмы? – тим. Ахыры, ысынлап та, аңламаған. Йәл шундайҙар.
Бер тәмәкесе үҫмер менән һөйләшкәйнем. “Һин балаңдың тыңлауһыҙ, онотоусан, иғтибарһыҙ булыуын теләйһеңме?” – тигән һорау бирҙем уға. ”Юҡ!” – тип ҡәтғи генә яуапланы ул. Шулай булғас, тәмәкене мотлаҡ ташларға кәрәклеген әйтәм. “Беҙ класта барыбыҙ ҙа шундай. Хатта дәрестәрҙең күбеһендә тауышыбыҙҙан уҡытыусының нимә һөйләгәне лә ишетелмәй”, – тип өҫтәп ҡуйҙы егет остоғо.
Кеше үҙенә ниндәй зыян килтергәнен аңларға тейештер. Төтөндөң бер ниндәйе лә файҙалы булғаны юҡ. Шулай уҡ иҫерткестәрҙең дә.
Заря БИКТАШЕВА.
Өфө ҡалаһы.