01.06.2012 Никотинһыҙ ЙӘШӘЙЕК!
Тәмәке – ағыу, әммә унан баш тартыусылар кәмемәй. ҡайһы берәүҙәр, тартыу стажы күпме булыуға ҡарамаҫтан, уны бик тиҙ ташлай, икенселәр, был хаҡта белеп тә, ташлай алмай – көсө етмәй, ә өсөнсөләр “шаярыуын” дауам итә.
Тәмәке, эскелектән ҡотолоу өсөн күптәр аҡса сарыф итә, дауаханаларға ята. Әммә бер аҙҙан кире шул зәхмәткә әйләнеп ҡайталар. Сәбәбе ниҙә? Был – кешенең алдына маҡсат ҡуя алмауында, һүҙен тота белмәүендә.
Тәмәке төпсөгөн ентекләп ҡараһаң, унда ыҫмаланы күрергә була. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, көнөнә берәр ҡап тартҡан кешенең организмына күпме зарарлы матдә йыйыла?! Йәғни кеше күрәләтә тамсылап-тамсылап организмына ағыу индерә.
Тәмәке тартыу йәки тартмау һәр кемдең шәхси эше кеүек. Ләкин уның башҡаларға ла хәүефле булыуы хаҡында оноторға ярамай. Тәмәкесе яҡындарын да ағыулай.
Хөкүмәткә йәмәғәт урындарында көйрәтеүҙе тыйған ҡаты закондар ҡабул итергә кәрәк. Етәкселәр иһә хеҙмәткәрҙәренә төтәтеүҙе тыйһын ине. Тик ана шул тыйыусылар үҙҙәре лә тартмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, тәмәке тартҡан, хәмер эскән табип йәки уҡытыусының башҡаларға “эсмә, тартма” тип әйтеүенән ниндәй фәтүә булһын? Әйткән һүҙҙе үҙ миҫалыңда дәлилләргә лә кәрәк бит.
Тәмәке тартыуҙы тыйыу буйынса донъя кимәлендә бихисап сара күрелә. Һаулыҡҡа зарары, күпме кешенең сырхауға әйләнеүе, күпме ғүмер өҙөлөүе хаҡында йыш уҡыйбыҙ, ишетәбеҙ.
Шөкөр, арабыҙҙа никотин ҡоллоғонан азат булыусылар бар. Улар миҫалында башҡаларҙы ла ташларға өгөтләйҙәр. Ана шундай кешеләр күберәк булһа, тартыусылар кәмер ине.
Йәш кенә ҡыҙҙар, үҫмер малайҙар, мәктәптә тәрбиә сәғәтендә уҡытыусыһының әйткән һүҙен онотоп, тәмәке көйрәтеп ҡарай. Бының сәбәбе – кино “йондоҙ”оноң тәмәке һәм спиртлы эсемлектәрҙе рекламалауы. Актер иҫ киткес геройлыҡ ҡылғас, ауыҙына тәмәке ҡаба йәки спиртлы эсемлекте ауыҙына оҙата… Шул рәүешле йәш быуын, ошо тормоштоң нигеҙе икән, тигән яңылыш фекергә килә. Уҡыусы балаларҙан: “Һеҙ ҙә теге йәки был эскесе кеүек урам буйлап йөрөрһөгөҙмө?” – тип һораһаң, улар бер тауыштан, юҡ, тип яуап бирә. Үкенескә күрә, бер нисә йылдан, оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, уларҙың бер өлөшө насар ғәҙәттәрҙе үҙ итә.
Никотиндың сәләмәтлектә, тышҡы ҡиәфәттә ниндәй эҙ ҡалдырыуы тураһында һәр кем белә. Бер мәл шундай күренешкә шаһит булдым: бер синыфта уҡыған ике йәштәш ҡатын баҫып тора. Береһе – стажлы тәмәкесе, икенсеһе уны ауыҙына бөтөнләй алмай. Тәүгеһе оло күренә, битен һырҙар ҡаплаған, тауышы йәмһеҙ, ҡыланыштары ла килбәтһеҙ. Ә икенсе ҡатынға 50 йәштән артыҡты биреп булмай, йөҙө нурлы, мөләйем. Тәбиғәт бүләк иткән һөйкөмлөктө һаҡлау йәки уны никотинға алмаштырыу – һәр кемдең үҙ ихтыярында.
Тәмәке нервы системаһын ҡаҡшата, ҡан баҫымын күтәрә, ундағы мышаяҡ, ҡара ҡурғаш, кобальт аҡылды зәғифләндерә, бөйөрҙәрҙе зарарлай, бронхит сиренә юлыҡтыра. Организмға кислород етмәй башлай, матдәләр алмашыныуы боҙола. ҡыҫҡаһы, тәмәке яйлап ҡына теге донъяға оҙата. Нәфсеңә хужа була алмай, никотин ҡоло булып үлергәме ни? Уйлағыҙ. Унан ҡотолоп, иркен күкрәк менән тын алып, сәләмәт тормошта йәшәү мең артыҡ түгелме ни?!
Оло шатлыҡҡа хәҙер бөтә донъяла сәләмәт йәшәү рәүеше хәрәкәте әүҙемләшә. Ана шул республиканың һәр ауыл-ҡалаһына, һәр йортҡа үтеп инһен ине, тигән теләктәмен. Үҙемә килгәндә, бер ҡасан да тәмәкене ауыҙыма ҡапманым, һаулығыма зарланмайым. Һеҙ ҙә шул юлды һайлаһағыҙ ине.
Нурулла МИҺРАНОВ,
Белорет районы.