RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уйламаҫтан аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ

25.05.2012 Уйламаҫтан аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ

Уйламаҫтан аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ
Бөгөн аҡсаны, ҡулъяулыҡҡа төрөп, матрас аҫтында, китаптар араһына йәшереп һаҡлау, ҡалын аҡса янсығын йөрөтөү ваҡытын артта ҡалдырып, яңы дәүергә аяҡ баҫҡанбыҙ. Заман технологиялары үҫешеп, хәҙер банкылар үҙҙәренең клиенттарына эш хаҡтарын йәки башҡа түләүҙәрҙе пластик картаға ғына күсерә. Һәр кем үҙе теләгән ваҡытта кәрәккән сумманы банкоматтан ала, ә артҡанын шул уҡ картала һаҡлай бирә. Был, бер яҡтан, уңайлы ла. Мәҫәлән, алыҫ Себер яҡтарында эшләп йөрөүселәр, бер нисә тәүлек поезда йөрөгән ваҡытта юлда таланыуҙан ҡурҡып, аҡсаһын картала ғына алып ҡайта. Үҙ райондарына килеп төшкәс, улар осраған беренсе банкоматтан, сумманың ике процентын комиссия итеп ҡалдырып булһа ла, ҡалған аҡсаһын алып ҡыуана. Әгәр былай эшләмәһәләр, юлда йә вокзалда бар сумманан да ҡолаҡ ҡағыуҙары ихтимал.
Шулай итеп, һуңғы йылдарҙа халыҡ банкоматтарға һәм терминалдар аша электрон түләүҙәргә шул тиклем ныҡ өйрәнде, уларҙан башҡа нисек йәшәгәнен күҙ алдына ла килтергеһе килмәй. Ләкин банк карталарын тотоусылар һаны артҡан һайын законһыҙ рәүештә байырға теләүселәр ҙә күбәйә.

Скиммерҙан һаҡ булығыҙ

Моғайын, был һүҙҙе һеҙ беренсе тапҡыр ишетәһегеҙҙер. Ә банкылар уға ҡаршы ун йылға яҡын көрәшә. Скиммер – ул банкоматҡа өҫтәп ҡуйыла торған, банк картаһының номерын, магнитлы һыҙығындағы мәғлүмәттәрҙе уҡыу ҡулайламаһы. Уны мутлашыусылар банкоматтағы карта ҡуйыла торған картридерҙың өҫтөнә беркетә. Формаһы буйынса ла ул бик ҙур булмай һәм иғтибар итмәгән осраҡта күҙгә лә күренеп бармай.
Скиммер ҡулланып аҡса урлау осраҡтары бик ябай схемаға ҡорола. Һеҙ банкомат менән ҡулланаһығыҙ һәм бер нәмә лә һиҙмәй, үҙ эштәрегеҙ менән китәһегеҙ. Шул арала скиммер кәрәкле мәғлүмәтте бурҙарға бирә, ә улар, үҙ сиратында, картаның дубликатын эшләй. Ләкин унда булған барлыҡ аҡсаға “айыу майы һөртөр” өсөн тағы ла пин-кодты белеү кәрәк.

Пин-кодты урлаусылар

Йылғыр әҙәмдәр пин-кодты нисек белә һуң? Бының бер нисә ысулы бар. Уларҙың иң ябайы – һеҙҙең артығыҙҙа сиратҡа баҫҡан кеше күҙәтеп тора. Банкоматтың клавиатураһына махсус спрей һибеп тә улар баҫылған һандарҙы асыҡлай. Шулай уҡ реклама буклеттары артына йәшерелгән микрокамераны ла ҡуйып китә банк карталарын “бушатыусылар”. Мутлашыусылар бының менән генә туҡтап ҡалмай, хатта банкоматтың клавиатураһының күсермәһен дә ҡуллана. Ул банкоматтың төймәләре өҫтөнә һалына һәм пин-кодтың баҫыл­ған һәр һанын хәтерендә ҡалдырып, микрочипҡа яҙа.

“Ливан элмәге”

Тағы ла бик хәйләле мутлыҡ. Уның маҡсаты – һеҙҙең банк картағыҙҙы ҡулға төшөрөү. Әгәр алда әйтеп үтелгән осраҡта бурҙар махсус ҡулайламалар менән эш итһә, бында уларға ни бары ябай фотопленка ла етә. Мутлашыусы фотопленканан махсус кеҫә яһай һәм уны банкоматтың карта ҡуя торған урынына – картридерына урынлаштыра. Уның остарын картридер­ҙың тышына сығарып, йәшереп беркетә. Һеҙ аҡса алырға тип банкоматҡа картағыҙҙы ҡуяһығыҙ, пин-кодты йыйып ниндәйҙер сумманы ла алаһығыҙ. Ләкин, банкомат һеҙгә картаны кире ҡайтармай. Ни эшләргә белмәй паникаға бирелгән сағығыҙҙа ниндәйҙер бер “яҡшы кеше” һеҙгә ярҙамға килә. Минең менән дә шундай хәл булғаны бар, тип белдерә. Картаны нисек сығарырға белгән төҫлө ниндәйҙер төймәләргә баҫҡан була, һеҙҙең ышанысығыҙҙы яулап алып, пин-кодты ла һорай. Ул күпме генә “тырыш­һа” ла, банкомат картаны кире ҡайтармай. Шул уҡ “яҡшы” кеше, тиҙ арала банкыға барып, был проблеманы хәл итергә кәңәш бирә. Йәки һеҙ банкыға шылтыратаһағыҙ, ә унда көн аҙағында булған инкассацияны көтөргә ҡушалар. Ни эшләргә белмәгән бәләгә тарыусы, кәйефе төшөп, банкомат янынан китә. Ә мутлашыусылар, һеҙ алыҫлашҡас, пленканан эшләнгән элмәкте карта менән бергә тартып сығара. Карта һәм пин-код ҡараҡтың ҡулында, тимәк, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағасағығыҙ көн кеүек асыҡ.

Картанан аҡсаны пин-кодты белмәгән осраҡта ла урлап була

ҡиммәтле техник ҡулайламаларһыҙ ҙа мутлашыусылар сит кешеләрҙең картаһын “бушата” ала. Скиммерҙарға алмашҡа мини-ридерҙар килә. Уларҙың ҡармағына ресторанда һәм башҡа күңел асыу урындарында карта менән түләргә яратыусылар эләгә. Официант картаны ала һәм уны магнитлы һыҙыҡтың мәғлүмәттәрен уҡыусы мини-ридер аша үткәрә һәм клиентҡа пин-кодты яҙырға бирә. Түләүсенең иғтибарһыҙлығы, пин-кодты бары­һының күҙ алдында яҙыуы арҡаһында кәрәкле һандарҙы ҡарауы мутлашыусыға ҡыйын түгел. Урлашыуҙарҙың 60 проценты тап ошо ысулға тура килә.
Бынан тыш, картағыҙҙан аҡса урлау өсөн ҡараҡтарға пин-кодты белеү ҙә мотлаҡ түгел. Интернет аша түләүҙәр өсөн картағыҙға яҙылған мәғлүмәтте белеү ҙә етә. Ресторандағы официант картаны фотоға төшөрөп алып ҡына ла һеҙҙең иҫәптән түләүҙәр башҡарыуы ихтимал. Бының өсөн уға картаға яҙылған номерҙы, ҡулланыу ваҡытын, клиенттың исем-фамилияһын һәм CVV\CVC2 кодты белеү генә кәрәк.

Ялған банкоматтар

Был – мутлашыуҙың иң ҡиммәтле төрө. Бурҙар хатта ялған банкоматтарҙы ла ҡулланған осраҡтар бар. Улар тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти банкомат һымаҡ күренә. Ләкин ысынында скиммер менән йыһазландырылған ябай ҡаптар ғына. Һеҙ картаны ҡуйып, пин-кодты яҙып, аҡса алырға теләһәгеҙ, банкоматтың экранында техник проблемалар килеп тыуыуы, йә аҡса булмауы хаҡында яҙыу сыға. Ул картаны кире ҡайтара, ләкин мәғлүмәттәр мутлашыусылар ҡулына эләгә.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Мутлашыусыларҙың ниндәй хәйләләр ҡороп, һеҙҙе “тишек кәмәгә ултыртыуы” ихтимал икәнлеген белгәс тә, ҡурҡып, банк карталарын ҡулланыуҙан баш тартырға кәрәкмәй, әлбиттә. Бары тик бер нисә ябай ҡағиҙәне һәм кәңәште онотмаҫҡа кәрәк:
1. Картаны биргән банкыға СМС-мәғлүмәт биреү хеҙмәтен дә тоташтырырға кәрәк. Һәр операцияны башҡарған һайын һеҙҙең кеҫә телефонығыҙға смс-хәбәр киләсәк. Был унда күпме аҡса барлығын күҙ уңында тоторға ярҙам итә. Банкыға аҡсағыҙҙы урлауҙары тураһында ни тиклем алдараҡ хәбәр итһәгеҙ, уны ҡайтарыу мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ булыр.
2. Картанан аҡса алыуға лимит ҡуйығыҙ. Ул бер көн­дә бар аҡсаны алыуҙан һаҡлай. Бының өсөн ғариза менән банкыға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
3. Банк бүлексәләрендә урынлашҡан банкоматтар ме­нән ҡулланырға тырышығыҙ. Банкының логотибы булмаған йәки ҡала ситендә урынлашҡан банкоматтарҙан һаҡ булығыҙ.
4. Банкомат менән ҡулланыр алдынан уны иғтибарлап ҡарап сығығыҙ. Унда төҫө менән айырылған, ҡалҡып сығып торған, шик тыуҙырған бер деталь дә булмаҫҡа тейеш.
5. Экран янында буклеттар ҡуйылған әйберҙәр булмауы мөһим.
6. Пин-кодты яҙғанда клавиатураны мөмкин тиклем нығыраҡ ҡаплағыҙ. Мутлашыусылар мини-камераларҙы йышыраҡ ҡуллана. Һәм бер кемгә лә, бер ниндәй осраҡта ла пин-кодты әйтмәгеҙ.
7. Сираттағыларға ла иғтибар итегеҙ, улар араһында үтә ныҡ ҡыҙыҡһыныусылар юҡмы? Әгәр булһа, икенсе банкоматҡа барығыҙ.
8. Магазинда йә ресторанда түләгәндә картағыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Уны һеҙҙең алда үткәрһендәр. Юғиһә күсермәһен алып ҡалып, һуңынан ялған ҡултамғағыҙҙы эшләүе ауыр булмаясаҡ.
9. Ялған банкоматтарҙан алданмау өсөн уны урынынан ҡуҙғатып ҡарау артыҡ булмаҫ. ҡағиҙә булараҡ, улар насар беркетелә. Бынан тыш, өйрәнелгән, мәҫәлән, өйөгөҙ янындағы бер үк банкомат менән генә ҡулланырға тырышығыҙ. Кеше аҙ йөрөгән, шикле урындарҙа урынлашҡан аппараттар менән ҡулланмағыҙ.

Самат ҡОТЛОЕВ әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»