02.10.2010 Саҡырылмаған «ҡунаҡтар»
Йәй ҙә үтте. Күптәр миҙгелде урманда, баҡсала, көньяҡ илдәрҙә үткәрҙе – рәхәтләнеп һыу инде, ҡомда ҡыҙынды, танһығы ҡанғансы емеш-еләк ашаны. Йылы һауа шарттары кешегә генә түгел, барлыҡ тере йән эйәләре өсөн ҙур кинәнес шул, айырыуса паразит селәүсендәргә... Һүҙебеҙ кешегә эйәләшеүсән селәүсендәр – гельминттар хаҡында.
Статистика
Бөтә донъя һаулыҡ ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла 4,5 миллиард самаһы кеше гельминттарҙан яфалана. Һуңғы йылдарҙа ғына ауырыуҙың ете тапҡырға артыуы күҙәтелә. Рәсәйҙә иһә йыл һайын 15 миллион кеше теркәлә. Дөйөм ауырыуҙар һаны – 20 миллион, шуларҙың 70 процентын балалар тәшкил итә. Был профилактика сараларының етерлек үткәрелмәүенә, ҡатмарлы социаль-иҡтисади мәсьәләләргә, экологияның насарайыуына ла бәйле. Һыу үткәргестәр, канализация системаһы, ташландыҡ сүплектәр, көтөүлектәр эргә-тирәләге һыуҙы зарарлай. Ә гельминттарҙың һыу эскәндә генә түгел, һауыт-һаба, йәшелсә-емеш йыуғанда ла эләгеүе ихтимал. Өҫтәүенә, һыу инеү урындарының күбеһе, гельминттар булғанлыҡтан, гигиена талаптарына яуап бирмәй. Үкенескә күрә, кеше быға бик иғтибар итмәй. Аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең йәшертен эшләүе, санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоуы ла паразиттарҙың күпләп таралыуына килтерә. Бынан тыш, йыл һайын донъяла йорт хайуандарының артыуы күҙәтелә. Рәсәй кинология федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса ғына илдә 30 миллион эттең күбеһе – хужаһыҙ. Йорт хайуандарының 80 процентынан гельминттар табылыуын иҫәпкә алғанда, хужаһыҙҙары хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс. Ябай ғына миҫал: зарарланыу өсөн хайуандар менән уйнау мотлаҡ түгел. Селәүсендәр туҙанға әйләнеп, аяҡ кейеменә эләгеп тә кешегә күсә ала. Һуңынан ҡарышлауыҡ ун көндән алып бер ай дауамында йомортҡа һала башлай. Берәүһе генә ике мең (!) йомортҡа сығара.
Организм үҙе һаҡлаһа ла...
Бөгөн медицинала селәүсендәргә бәйле өс йөҙҙән ашыу ауырыу билдәле. Уларҙы, нигеҙҙә ике төр – йомро (нематодалар) һәм оҙонса (цестодтар) тыуҙыра. Тәүге төргә аскаридоз (аскарида), энтеробиоз (бабаһыр), трихоцефалез (ҡамсығорт), трихинеллез (сусҡа һәм ҡырағай хайуандар итендәге ҡорт) инһә, оҙонса селәүсендәргә цестодоздар, таҫма селәүсендәр ҡарай. Паразиттар эсәк һәм эсәктән тыш йәшәй торған ҡорттарға бүленә. Тәүге осраҡта ҡорттар эсәктә урынлашһа, икенселәре быуындарҙа, үпкәлә, бауырҙа һәм башҡа органдарҙа була. ҡан аша улар организмдың теләһә ниндәй өлөшөнә эләгә һәм оҙаҡ йылдар тереклек итә ала.
Эсәктәге селәүсендәр ныҡ таралған ауырыу төрөнә ҡарай. Айырыуса балаларҙа йыш осрай. Әлбиттә, тәбиғәт барыһын да иҫәпкә алған. Мәҫәлән, паразит эләгеү менән организм «саҡырылмаған» интервенттар менән үҙ аллы көрәшергә тотона. Һөҙөмтәлә ҡорттар ауыҙға эләгеү менән ферменттар арҡаһында үлә. Әгәр ҙә инде был ғына ҡаршылыҡ була алмаһа, ашҡаҙандағы әселектең ярҙамға килеүе ихтимал. Уның да ярҙамы теймәһә, эсәктәге иммунитет көрәшеп ҡарай, йәғни сит антигендарға ҡаршы антителалар бүлеп сығара. Тик организм йонсоу булғанда йәки ниндәйҙер ауырыу кисергәндән йәки көслө дарыу эскәндән һуң, ҡаршы тороусанлыҡ кәмей. Был селәүсендәрҙең эсәктәргә үтеп инеп, артабан рәхәтләнеп үрсеүенә юл ҡуя.
Нисек йоға?
Селәүсендәр, башлыса, ауыҙ аша йоға. Ғәҙәттә, тиҙәк, бысраҡ тупраҡ, йыуылмаған ҡул, тәрбиәләнмәгән тырнаҡ, йыуылмаған йәшелсә-емеш төп таратыусылар иҫәпләнә. Балалар йорт хайуандары менән уйнап, эт-бесәйҙән бит-ҡулдарын ялатып та зарарлана. Селәүсендәрҙең йомортҡаларын себендәр, бөжәктәр ҙә тарата. Шулай уҡ гельминттарҙың бысраҡ, сифатһыҙ һыу аша ла йоғоуы ихтимал. Шуға күрә таныш булмаған сығанаҡ һыуын ҡайнамаған килеш эсергә ярамай. Ит аҙыҡтарына, балыҡҡа ла һаҡсыл ҡараш кәрәк. Балаларҙың төрлө паразиттарҙан һаҡлаусы барьер, ныҡлап үҫешмәгәнлектән, көсһөҙ була. Сабый ауыҙына теләһә нимәне ҡабып йә тешләп ҡарағанлыҡтан, хәүеф арта ғына, сөнки улар үҙҙәре генә зарарланып ҡалмай, башҡаларға ла йоҡтора.
Белгестәр фаразлауынса, һәр кешелә «хужаһы» иҫәбенә йәшәгән һәм төрлө хроник ауырыуҙарға сәбәпсе булып торған микробтар, вирустар, гельминттар бар. Улар организмда тиҫтәләгән йылдар буйы йәшәргә һәләтле. Иммунитет түбәнәйгәндә улар айырыуса ныҡ әүҙемләшә. Организмда паразиттарҙың бармы, юҡмы икәнлеген хәлһеҙлеккә, ябығыуға, йә, киреһенсә, һимереүгә ҡарап та билдәләргә мөмкин. Бынан тыш, кешенең башы ауырта, эсе сәнсә, күңеле болғана, оло ярауы боҙола. Ул ғына ла түгел, псориаз, нейродермит, герпес, экзема кеүек тире ауырыуҙарына һабышырға мөмкин. Битте һытҡылар баҫыу сәбәбен дә асыҡларға кәрәк. Кемделер себорея, папиллома йонсотоуы ихтимал. Икенселәрҙең үксәһе ярыла, тырнаҡтары һына, тиҙ генә һыуыҡ тейеп бара. Хатта хырылдауҙың, теш шығырлатыуҙың да төп сәбәпсеһе әлеге паразиттар булыуы мөмкин.
Нимә эшләргә?
Табиптар билдәләүенсә, иң элек ауырыуҙың күтәне ҡысыта, бигерәк тә был төндә көсәйә. Сөнки нәҡ ошо мәлдә селәүсендәр тире тышына сығып, йомортҡа һала. Был күңелһеҙ хәл айырыуса балаларҙы йонсота. Сабыйҙың йоҡоһо боҙола, ауыртыуҙан төндә ҡысҡырып илап уяна, тештәрен шығырлата. Быларҙан тыш, баланың аппетиты юғала, күңеле болғана, шайығы аға, иртән бер нәмә лә ашамай башлай. Кәйефе тиҙ үҙгәреүсәнгә әйләнә, мыжый, тиҙ арый, хәле бөтә, гемоглобины түбәнәйә. Аскаридоз ваҡытында көслө йүтәл дә ҡушыла, тәне сабырта. Паразиттар ныҡ аҙһа, эсәктәр һығылмалығын юғалта, һары ауырыуы башлана, панкреатит асыла. Бер эләкһә, был ауырыуҙан еңел генә ҡотолормон тимә. Сөнки дауаланыу гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итә. Әйтәйек, бала, тырнанып, тырнаҡтары аҫтына гельминттарҙың йомортҡаларын эләктерә. Улар түшәккә, йорттағы башҡа кәрәк-яраҡҡа тарала. Шуға күрә өйҙә кемдер ауырыһа, тотош ғаилә менән дауаланыу зарур. Ә сабыйҙың тырнағын төптән үк ҡырҡыу шарт. Шик булыу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Селәүсендәрҙең барлығы анализ ярҙамында асыҡлана. Әммә тикшереү гел генә дөрөҫтө күрһәтмәүе лә ихтимал. Шуға күрә анализды бер нисә тапҡыр ҡабатлап бирергә мөмкин. Күҙәтеүҙәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, гельминттар ай тулғанда әүҙемләшә. Шунлыҡтан иғтибарлап ҡарағанда уларҙың оло ярау аша ла күренеүе мөмкин.
Нисек дауаланырға?
Препараттарҙың токсик юғарылығын һәм кире эҙемтәләргә килтереүен иҫәпкә алып, селәүсендәргә ҡаршы дарыуҙарҙы табип үҙе билдәләргә тейеш. Үҙ аллы дауаланыу йәки уларҙы үҙ белдегең менән эсеү тыйыла. Шулай ҙа дауаланыу өсөн элек-электән халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғандар. Мәҫәлән, һуған, һарымһаҡ, ҡабаҡ һәм уның орлоғо, әстерхан сәтләүеге, гранат, һары мәтрүшкә, әрем, гөлбәҙран, кейәү үләне файҙалы. Әммә уларҙы инфекционист йәки паразитолог һеҙҙе ниндәй селәүсен маҙаһыҙлауын асыҡлағас ҡына эсергә кәрәк. Ә инде паразиттарҙан дауаланыу менән бер рәттән, әлеге үләндәр ярҙамында теге йәки был сиргә ҡаршы дауаланыуҙың һөҙөмтәһен дә иҫәпкә алғанда, икеләтә файҙаһы буласаҡ.
Ғөмүмән, заман медицинаһы селәүсендәр инвазияһын барлыҡ стадияла ла дауаларлыҡ мөмкинлеккә эйә. Шулай ҙа дауаланыу ни тиклем иртә башлана – шул тиклем отошло. Һанай китһәң, дауалау арсеналы киң: медикаменттар, фитотерапия, гомеопатик саралар һәм озон терапияһы – барыһы ла файҙалы. Уларҙың береһе гельминттарҙы ҡыуып сығарырға булышлыҡ итһә, икенселәре паразиттарҙы үлтереп, уларҙың күҙәнәк мембраналарын зарарлап, углевод алмашыныуын боҙа, йомортҡа һалыу һәләтен юҡ итә. Йыш ҡына табиптар дарыу эскәндән һуң эсте йомшартыусы дарыуҙар билдәләй. Йәнәһе, ҡорттар эсәктән сығып бөтөргә тейеш. Ә һауығыу критерийын ҡабаттан анализ биреп кенә билдәләп була.
Билдәләре
Кеше көн һайын паразиттар менән осраша. Һыуҙа ла, һауала ла, тупраҡта ла, йорт хайуандарында ла төрлө вирустар, бактериялар, бәшмәктәр мыжғып тора.
Тәүге фазала температура күтәрелһә, артабан быға хәл бөтөү, эшкә һәләт юғалыу, ярһыу, асыу килеү, баш ауыртыу, быуындар һыҙлауы, тән ҡысыуы, сабыртыуы ҡушыла.
Хроник стадия иһә тиҫтәләгән йылдарға һуҙыла. Уның билдәләре түбәндәгеләрҙән ғибәрәт.
Тотош эс ауыртыуы эсәктәге селәүсендәрҙең хәрәкәт итеүе менән бәйле. Йыш ҡына ауырыуҙы гастрит, бөйән ауырыуы менән бутайҙар. Был мәлдә ҡорттар эсәк стеналарына һырып, уны зарарлай. Улар «оялаған» урында ялҡынһыныу процесы башлана. Бактериялар ҡушылһа, эсәк сей яраһы хасил була. Йәнә лә селәүсендәр ашҡаҙанды һәм эсәктәрҙе ҡаҡшата торған антипепсин һәм антитрипсин кеүек махсус матдә бүлеп сығара. Һөҙөмтәлә аш эшкәртеү процесы боҙола.
Эс ҡатыуына паразиттарҙың эсәктәрҙең эшмәкәрлеген боҙоуы сәбәпсе. Был ашҡаҙан-эсәк тракты моторикаһын ҡаҡшата.
Эс китеү селәүсендәр тәбиғи флора балансын боҙоуҙан да барлыҡҡа килә. Газ йыйыла, эс күбә.
Бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлегенең боҙолоуы. ҡайһы бер гельминттар нәҙек эсәктәр аша бауыр тамырҙары системаһына эләгә. Артабан бауыр күҙәнәктәренә, ашҡаҙан аҫты биҙенә «һөжүм итә». Уларҙың күпләп үрсеүе эрендәр барлыҡҡа килтерә, холецистит, панкреатит ауырыуҙарына дусар итә. Әкренләп шәкәр диабеты башланыу хәүефе арта.
Анемия. Селәүсендәр менән организм араһында В12 витамины һәм фолий кислотаһы өсөн талаш башлана. Был анемияға килтерә.
Авитаминоз. Гельминттар барлыҡ туҡлыҡлы матдәләрҙе йотҡанлыҡтан, ауырыу ябыға, гормондары боҙола. Был органдарҙың функцияһын эшлектән сығара.
Иммунитет түбәнәйә. Паразиттың организмда даими йәшәүе иммун системаһын ҡаҡшата. Кеше арый, организм төрлө вирустарға, инфекцияларға ҡаршы көрәшә алмай башлай. Ауырыу ябай ғына ауырыуҙы ла ауыр үткәрә.
Хроник арығанлыҡ. Селәүсендәр нервы системаһына токсик тәьҫир итә башлай, нейромедиаторҙар (нервы күҙәнәктәрендә сигналдар тапшырыусы матдә) эшкәртеүҙе боҙа. Бынан кеше ярһый, тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә. Йоҡоһо боҙола. Организмды селәүсендәр туҡтауһыҙ ағыулағанға күрә эшкә һәләт юғала, күңел көсөргәнеше башлана.
Туҡымаларҙағы һәм ағзаларҙағы патологик процестар һөҙөмтәһендә эсендә шыйыҡ йәки бутҡаға оҡшаш матдәһе булған хәүефһеҙ шештәр барлыҡҡа килә. Гельминттар төрлө органдарға һәм туҡымаларға йәбешеп үҫә һәм үҙҙәре тирәләй һаҡлау тиресәләре булдыра. Барлыҡҡа килгән күперектәр эсендәге ҡарышлауыҡтары менән эске органдарға ҡамасаулай, зарарлай. Был инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтереүе мөмкин.
Баланың психик һәм аҡыл үҫешенең артҡа ҡалыуы. Гельминттар баланың үҙәк нервы системаһын эшлектән сығара. Һөҙөмтәлә ул мәктәп программаһын насар үҙләштерә, психик үҫеше тотҡарлана. Зарарланған балалар респиратор ауырыуҙар менән йыш ауырый. Насар уҡый. Туҡлыҡлы матдәләр етмәүе үҫеүсе организмды тиҙ арыта.
Яман шеш. ҡайһы бер паразиттар яман шешкә килтереүе менән ҡурҡыныс. Был ҡыуыҡ, үт юлдарына ҡағыла. Организмда йылдар буйы селәүсендәр йәшәүе яман шеш ауырыуына ҡаршы тороусы иммунитетты түбәнәйтә.
Күреүегеҙсә, селәүсендәр мәкерле. Уларҙан ҡотолмау ҡурҡыныс сирҙәргә дусар итеүе ихтимал.
Халыҡ медицинаһы
Бер стакан һөткә ҙур бүлкәт һарымһаҡты һалып, йомшартҡансы ҡайнатығыҙ. Һөттө һөҙөп, һыуынғас, клизма эшләгеҙ. Оло кешегә клизма өсөн бер стакан һөт кәрәк булһа, балаға ярты йәки унан да әҙерәк етә. Клизманы аҙна буйы эшләргә кәрәк.
1 стакан еҙтөймә (пижма) сәскәһенә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, ун-ун биш минут ҡайнатып һөҙөргә. Көнөнә бер тапҡыр клизма эшләргә, биш минут тоторға. Был клизма өлкәндәргә генә рөхсәт ителә.
1 балғалаҡ әремгә ике стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Һыуынғас, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бер – ике аш ҡалағы эсергә.
ҡабаҡтың таҙартылған орлоҡтарын (мотлаҡ йәшел тышлығы менән) ике аҙна ашарға кәрәк. Күләме сикләнмәгән. Һуңынан һарымһаҡ һалып ҡайнатылған һөт эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә.