RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матур йәшәүгә ынтылыш эскенән арыныуҙан башлана

22.05.2012 Матур йәшәүгә ынтылыш эскенән арыныуҙан башлана

Матур йәшәүгә ынтылыш эскенән арыныуҙан башлана
Республиканың айыҡ тормош алып барған күп ауылдары быны үҙ миҫалында раҫлай
Рәсәйҙең мөһим социаль проблемалары араһында эскелек рейтинг буйынса беренсе урында килә. ҡыйралған яҙмыштар, тарҡалған ғаиләләр, етемдәр, суицид осраҡтары − барыһы ла был афәт һөҙөмтәләре. Ауылдарҙағы колхоз-совхоздарҙың тарҡалып, халыҡтың эшһеҙ ҡалыуы, өмөтһөҙлөк, бер яҡтан, кешеләрҙе эскелеккә этәр­һә, икенсе яҡтан, магазиндарҙа ирекле рәүештә һатылған араҡы, һыраның тулып ултырыуы, көмөшкә ҡыуыусыларҙың әүҙемлеге лә уларҙы был насар ғәҙәткә ылыҡтыра. Иң ҡурҡынысы − эскелектең милләтебеҙ тамырын ҡоротоуы. Типһә – тимер өҙөрҙәй егеттәрҙең эскелеккә бирелеп, аҫылынып үлеүе, йәш кенә әсәләрҙең, инде өләсәй булып бөткән әсә­ләр­ҙең балаларын ҡарамай, урам буйлап һоранып эсеп йөрөүе йән әрнетерлек түгелме ни?
Йәмғиәттәге, айырыуса ауыл ерендәге был проблеманың актуаллеген билдәләп, “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә былтыр “Айыҡ ауыл − 2011” конкурсы иғлан иткәйне. Унда 41 район һәм 99 ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе. ҡатна­шыусылар араһында башҡорт, татар, сыуаш, удмурт ауылдары бар. Был ауыл­дар­ҙағы кибет кәштәләренән араҡынан һыраға тиклем спиртлы эсемлектәр алынған, енәйәтселек осраҡтары кәмегән, халыҡҡа эскеһеҙ байрамдар ойошторола. Иң мөһиме − айыҡлыҡты пропагандалау өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙар, аҡһаҡалдар, йәштәр советы кеүек ячейкалар һөҙөмтәле эшләй.
Матур йәшәүгә ынтылыш эскенән арыныуҙан башлана
Һәр башланғысты хуплап, тотоп ала белгән Әбйәлил районы үҙ биләмәһе сиктәрендә лә „Айыҡ ауыл” конкурсы үткәреүгә өлгәшкән. Улар үҙҙәрендә гөрләтеп донъя көткән, айыҡ тормош алып барған 15 ғаиләне асыҡлаған. Өфөнөң Конгресс-холында “Айыҡ ауыл − 2011” конкурсының йомғаҡлау тантанаһына ла был бәйгелә еңеүсе ауылдарҙан вәкилдәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары етәкселәре, аҡһаҡалдар ҡорҙары рәйестәре саҡырылғайны. Әйтергә кәрәк, бәйгенең ойошҡанлыҡ менән үтеүе йән һыҙлауына әйләнгән был мәсьәләгә халыҡтың теләп ҡушылыуын дәлилләй. Наркологтар, табиптар ҙа был саранан ситтә ҡалмаған. Гала-концертта айыҡ ауылдары менән айырылып торған райондар, хеҙмәт коллективтары, айыҡлыҡҡа өндәүсе, сәләмәт тормош алып барған уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, айыҡ ауылдар, иң яҡшы айыҡ туй сценарийы авторҙары, журналис­тар тәбрикләнде. Салауат районы хакимиәте 60 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнһә, “Айыҡ ауыл” конкурсы еңеүселәре – Салауат районының Көҫәпәй, Йылайыр районының Ишбулды, Әбйәлил районының ҡырҙас ауылдары 200 мең һумлыҡ сертификат эйәләре булды.
Матур йәшәүгә ынтылыш эскенән арыныуҙан башлана
Йәмәғәтселек араһында айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалағандарҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Республика кимәлендә йәмәғәтселек башланғысында ойошторолған сараға республика Хөкүмәтенең дә иғтибары булыуы был изге эште артабан да дауам итеүҙе һорай. Әйткәндәй, беҙҙән күреп, Новосибирск, Пермь өлкәләре, Татарстан да был сараны үҙҙәрендә үткәрмәксе. Тәүге­ләрҙән булып айыҡлыҡ зоналарын асыҡлауҙы Яҡутстан менән Бүрәтстан башлап ебәргән булған.
Матур йәшәүгә ынтылыш айыҡ тормоштан башлана. Был хәҡиҡәттең хаҡлығын алкоголизмдың ниндәй ҙур социаль бәлә икәнен үҙ миҫалында татыған кеше раҫлар. Береһенән-береһе күркәм йорт­тар­ҙа тормош гөрләй, сәләмәт балалар тыуа, халыҡтың иртәгәһе көнгә өмөтө бар икән, тимәк, бында “йәшел йылан”ға урын юҡ.
Рәсимә ХӘЛИЛОВА, Әбйәлил районының ҡырҙас ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе:
− Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары эскән ғаиләләргә өй буйынса йөрөй. Сәмәй ҡыуыу менән шөғөлләнгәндәргә лә ҡаршы участка уполномоченныйы менән бергә эш алып барабыҙ. Аңлатыу эштәре алып барыу, айыҡлыҡҡа саҡырыу үҙ һөҙөмтәһен бирә − беҙҙә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, Аллаға шөкөр, юҡ. Патронатҡа бала алып тәрбиәләгән ғаиләләр байтаҡ. Магазиндары­быҙҙа араҡы бөтөнләй һатылмай, әммә һыра һатыу бар инде. ҡырҙаста бик эскән кеше юҡ. Ауыл хакимиәте башлығы Мәүҙиға Баймөхәмәтова хатта эскенән арынырға теләгән ҡатындарҙы Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһына дауаларға үҙе алып барып ҡайтты. Ғөмүмән, ауылда ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, эскеһеҙ үтә.
Ислам Исламбаев, имам-хатип, БР Мосолмандары диниә назаратының Урал аръяғы мосолмандары рәйесе, Баймаҡ районы, Төйәләҫ ауылы:
− Заманында мин үҙем дә “йәшел йылан” менән бик дуҫ инем. Бына хәҙер 20 йыл инде хәмерҙе ауыҙыма алғаным да юҡ. Тәүбәгә килеүемә дин юлына баҫыуым сәбәпсе. Эскесе тормош матурлығын күреүҙән мәхрүм, туғандарына, яҡындарына тик күңел тетрәнеүҙәре генә килтереүсе кеше. Ғаиләбеҙҙә өс ул тәрбиәләйбеҙ. Малайҙарым минең хатаны ҡабатлай күрмәһен тип, эскелектең яҡшылыҡҡа килтермәүен, упҡынға һөйрәй башлағанын аңлап, был насар ғәҙәтемдән арынырға ҡарар иттем. Тормош эскеһеҙ ҙә матур. Эскелектән ҡотола алмағандарға кәңәшем шул − тәүбәгә килеп, ихтыяр көсөгөҙҙө туплап, иманға килеп ҡотолоғоҙ „йәшел йылан”дан.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»