18.05.2012 Булғанда – бүреләй, булмағанда…
Булған нәмәне һаҡлай белеү, мал таба белеү кеүек үк, кәрәкле сифат. Хәҙер баҡсаға барып йәшәү, походтарға сығыу, бесән осоро етә. Техника заманы булһа ла, ҡайсаҡ аҙыҡ-түлекте һыуытҡысһыҙ урында ла һаҡлау мәсьәләһе килеп сыға. Шуға ла бөгөн һеҙгә ит, балыҡ, һөт аҙыҡтарын эҫе ҡояш аҫтында оҙағыраҡ һаҡлау ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.
Ит
Итте эҫе ваҡытта ла биш-алты көн һәйбәт итеп һаҡларға мөмкин. Бының өсөн уны шәп ҡайнаған тоҙло һыуҙа бер нисә минут тотоп торорға кәрәк. Һыйыр һәм һарыҡ итен − өс минут, йәш итте бер минут ҡына тоталар. Бынан һуң уны һалҡынса, елләтелгән, әммә себендәр үтеп инә алмаған урынға һалып торорға кәрәк.
Башҡа ысул да бар: итте һөйәгенән айырып, һөткә һалырға ла, таҫтамал менән ҡапларға. Был итте лә һалҡынса урынға ҡуйып тороу талап ителә. Һөт тиҙ генә әсеп сығасаҡ һәм итте һауанан, бактерияларҙан һаҡлаясаҡ. Бындай ысул менән итте сей килеш бер аҙна һаҡларға була. Бешерер алдынан уны һәйбәтләп йыуырға онотмағыҙ.
Шулай уҡ ҡырҡылған лимон менән эшкәртелгән ит киҫәктәре лә иң эҫе ваҡытта ла алты-ете көн һаҡлана. Лимон һуты себендәрҙе лә ҡурҡыта.
Балыҡ
Балыҡтың эсен, айғолаҡтарын алырға. Йыумаҫҡа, ә сепрәк менән һөртөргә. Бынан һуң балыҡтың эсен дә, тышын да тоҙ һәм ҡара борос менән ышҡырға кәрәк. Шунан уны марляға урап, үтәнән-үтә ел уйнап торған ергә элеп ҡуйығыҙ. Бынан һуң балыҡты сей килеш өс көн самаһы һаҡларға мөмкин.
Бынан тыш, балыҡты эҫе көндәрҙә ошондай ысул менән һаҡларға мөмкин: өҫтөнә һалҡын һыу ҡойорға ла утҡа ҡуйырға. Һыу ҡайнап сығыу менән балыҡ ҡайнаған һауытты һалҡынса урынға күсерергә. Бындай ысул менән уны һәйбәт итеп ун көн самаһы һаҡларға мөмкин. Тағы ла оҙағыраҡ һаҡларға кәрәк икән, һыуҙы түгеп, яңынан ҡайнатып, бер стакан аш һеркәһе өҫтәп тоторға ла була. Балыҡ өҫтөнә бер аҙ үҫемлек майы ла ҡойорға мөмкин, был балыҡты һауа йоғонтоһонан ҡотҡарасаҡ.
Йомортҡа
Туң май һөртөлгән тауыҡ йомортҡаһын оҙаҡ һаҡларға була. ҡағыҙға төрөп, елләтелгән урынға элеп ҡуйған ваҡытта тағы ла оҙағыраҡ һаҡланасаҡ. Туң май урынына аҡһым ҡулланырға ла ярай.
Йомортҡаларҙы ағас онтағы йәки көл менән бутап һалып та бик шәп һаҡларға мөмкин. Тик улар бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш, йәшниктәргә рәтләп һалырға кәрәк. Бынан тыш, йомортҡаларҙы эҫе ваҡытта аш һеркәһе менән сылатылған сепрәккә урап та тоталар. Сепрәк ҡороған хәлдә уны ҡайтанан сылатырға була.
Әйткәндәй
Йомортҡаларҙың сифатын билдәләү ысулы бар. Бының өсөн банкаға йәки башҡа һауытҡа һыу, күп кенә тоҙ һалырға ла уларҙы шунда төшөрөргә. Әгәр йомортҡа яңы икән, ул һыу төбөнә төшөп китәсәк, ә инде иҫкеләре өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Һыуға ни батырға, ни ҡалҡырға белмәй йөҙгәндәре лә һәйбәт сифатлы була.
Май
Аҡ майҙы пергаментҡа урарға ла, 1 литр һыуға 3 ҡалаҡ тоҙ һалынған иретмәгә һалырға. Майҙы тәрилкә менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Бындай ысул менән, һыуын алмаштырып тороп, майҙы ун көн буйы һаҡларға була.
Һөт
Һөттө ҡайнатып һыуытырға. Бынан һуң уны быяла банкаға ҡоялар һәм һалҡын һыулы биҙрәлә тоталар. Һыу банканың яртыһына тиклем генә етеп торорға тейеш. Биҙрәне марля менән ҡаплап торорға кәрәк, уның остары һыуға тейеп торһон. Һыуҙы көн дә алмаштырып тороп, был ысул менән һөттө аҙна буйы һаҡларға ла була.