17.08.2010 «Йәшлек» йәшәртә, йәшәүгә дәрт өҫтәй
Рухи аҙыҡтың һәр кемгә кәрәк икәнен аңлатып тороу кәрәкмәҫ, моғайын. Радио, телевидение һәм хәҙерге көндә интернет һәр өйгә тиерлек үтеп инһә лә, тормошобоҙҙо гәзит-журналһыҙ күҙ алдына ла килтереү һис мөмкин түгел. Оло йәштәгеләр ҙә һуңғы яңылыҡтарҙы матбуғат баҫмалары аша белә.
Мин, етмешкә етеп килгән кеше булараҡ, 53 йыл ғүмеремде матбуғат баҫмалары менән аралашыуға арнаным. Тәүге хәбәрҙәрем 1957 йылда район гәзитендә баҫылһа, ә һуңға табаныраҡ инде «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә донъя күрҙе.
Республика эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең ике съезында делегат булып ҡатнашып, тәүгеһендә сығыш яһау бәхете тейҙе. Гәзит менән аралашыу һөҙөмтәһендә күп кенә дәүләт эшмәкәре, яҙыусы менән осрашырға, аралашырға насип булды, мөхәррирҙәр менән яҡындан таныштым. Әлеге көндә лә район, республиканың «Башҡортостан» гәзитендә әленән-әле мәҡәләләрем донъя күрә. Ә инде «Йәшлек» гәзитендә һирәк сығыш яһаһам да, был баҫманың ҡыйыу фекерле, оператив көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып яҡтыртыуы күңелде үҙенә арбай. Юҡҡамы ни был гәзит беҙҙең төбәктә тиражы буйынса район гәзитенән генә ҡалыша. Хатта һикһән йәштә һәм унан уҙған күршеләрем дә йәштәр баҫмаһына яҙылмай ҡалғаны юҡ. Киләсәктә йәштәр гәзитенең үҙенең традицияһына тоғро ҡалып, йәштәрҙең генә түгел, ололарҙың да яратҡан баҫмаһы булып ҡалырына иманым камил.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
журналист, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты.
Баймаҡ районы,
ҡолсора ауылы.