RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғәҙеллек яуларға ярҙам иткәнең өсөн ҙур рәхмәт, «Йәшлек»!

18.05.2012 Ғәҙеллек яуларға ярҙам иткәнең өсөн ҙур рәхмәт, «Йәшлек»!

Гәзиттең 23 март һанында сыҡҡан "Аҙна һорауы" рубрикаһында "Ерҙе нисек файҙаланаһығыҙ?" тигән баш аҫтында Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүселәрҙең, Таһир Күсимов исемендәге КХА-ның (тәүҙә Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз) элекке ағзаларының бер тапҡыр бушлай бирелә торған ер пайҙарына хоҡуҡтары булып та, уны файҙалана алмауҙары тураһында юлдар булғайны. Бында Башҡортостан Респуб­ликаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ерҙәрҙе резервлау һәм күсемһеҙ милеккә дәүләт кадастр баһа биреү бүлеге етәксеһе А. Арсентьев һорауҙарға аныҡ һәм теүәл яуаптар биреп, мәсьәләгә дөрөҫлөк индерҙе. Пай өсөн, дөрөҫөн әйткәндә, көрәш беҙҙә күптән башланһа ла, район һәм хужалыҡ етәкселегенең крәҫтиәндәрҙең проблемаһын аңларға һәм уларға ярҙам итергә теләмәүе, киреһенсә, төрлө кәртәләр ҡуйыуы (ер юҡ, алдан төҙөлгән исемлек һәм протокол юғалған һ.б.) сәбәпле, ғәҙеллек даулау бик оҙаҡҡа һуҙылды. 2011 йылдың декабрендә, пайҙарҙы рәсмиләштереү ваҡыты үтеп барғас (сөнки быға тиклем ике суд ултырышы кисектерелде), беҙ ул саҡта Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе В. Путин менән бәйләнешкә индек һәм был мөҙҙәтте оҙайтыуын һораныҡ.
Ысынлап та, бәлки, беҙҙең үтенес буйынсалыр, пай ерҙәрен рәсмиләштереү ваҡыты оҙайтылыуы тураһында Хөкүмәт ҡарары сыҡты.
Был беҙгә көрәште дауам итергә мөмкинлек бирҙе. Әммә ғинуар һәм февраль айҙарында булған суд ултырыштары ла билдәһеҙлек менән барып бөттө. Ахырыһы, беҙ Башҡор­тостан Республикаһы Прези­ден­ты Р. Хәмитовтың блогына яҙырға булдыҡ. Уның был мәсьә­ләгә ыңғай мөнәсәбәте эште урынынан ҡуҙғатып ебәрергә көслө этәргес, ә беҙгә ҙур таяныс булды. Оҙаҡламай БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан, атап әйткәндә, министр Р. Исҡужиндан, шулай уҡ уның урынбаҫары И. Әминевтан бер-бер артлы ыңғай яуаптар алдыҡ. Был мәлгә беҙ хужалыҡтың пай бүлеп бирерлек ерҙәре булыуын да, дөйөм йыйылышта раҫланған документтар барлығын да асыҡлағайныҡ инде. Һәм, ниһайәт, 6 майҙа һигеҙенсе суд ултырышында судья Вадим Фәнил улы Әхмәтнәбиев мәсьә­ләне беҙҙең файҙаға хәл итте. Уның был аҙымын беҙ ҙур батырлыҡҡа тиңләйбеҙ. Әлбит­тә, ул, республика Президенты һәм БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ярҙамын тойоп, закондың теүәл үтәлешен күҙҙә тотоп эш итте.
Бөтә Әбйәлил районы тиерлек (хатта күрше-тирә райондар ҙа) беҙҙең дәғүәләшеүҙең нимә менән барып бөтәсәген оло ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Сөнки беҙгә, 31 кешегә, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы даулау, ай-һай, бик ҡыйынға төштө. Төрлө аяҡ салыуҙар, янау, кәмһетелеүҙәр аша үтергә тура килде. Күпме ҡиммәтле ваҡыт, матди сығым сарыф ителде. Әле судта Т. Күсимов исемендәге хужалыҡтың элекке ағзаларының пай ерҙәрен бүлеп биреүҙе һораған 50-гә яҡын ғаризаһы үҙ ҡарарын көтөп ята. Уларға ла беҙҙең кеүек аһ-зарлы юлдар үтергә кәрәк булырмы?! Бөгөн беҙ хужалыҡ һәм район етәкселегенең, ер комитеты, кадастр һәм регистрация палаталарының бығаса булған икеләнеүҙәрен еңеп, суд ҡарарын үтәргә ашығырҙар һәм ергә булған хоҡуғыбыҙҙы рәсмиләштерергә ярҙам итерҙәр тип ышанабыҙ.
Беҙгә ғәҙеллек яуларға ярҙам итеүсе һәр кемгә, "Йәшлек" гәзитенә, ҡурҡыу белмәҫ журналистарға, юридик ярҙам күрһәтеүселәргә һәм теләктәшлек белдереүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә инде Әбйәлил районында пай ерҙәрен юлларға теләгән халыҡҡа оло түҙемлек теләйбеҙ.

Ғ. БАДАЛОВ
(барлығы 31 ҡултамға).
Әбйәлил районы,
Ташбулат ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»