RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй авиасәнәғәтенең киләсәге ниңә ҡолаған?

15.05.2012 Рәсәй авиасәнәғәтенең киләсәге ниңә ҡолаған?

Сираттағы самолет һәләкәткә осраны. Был юлы ул Рәсәйҙең өмөтлө һауа судноһы Суперджет − 100 − SSJ – 100 самолеты. Самолет демонстрацион осош ваҡытында Джакарта ҡалаһы аэропортынан алыҫ түгел урында радар экрандарынан 9 майҙа сәғәт көндөҙгө ун икенсе ярты тирәһендә юғала.

Экипаж тәжрибәлеләрҙән һа­нал­ған. Командиры Александр Яблонцев иң тәүге Суперджет менән һауаға күтәрелгән. Самолетта, беҙҙең илдең һигеҙ кешеһенән тыш, Индонезияның 35 гражданы, американ һәм француз осҡан. Үкенескә күрә, уларҙың барыһы ла һәләк булған.
Тәүге тикшереүҙәр самолеттың экипаждың хатаһы арҡаһында ҡолағанын фаразлай ине, ә һуңғы фекерҙәр көн торошона бәйле. Салак тауында йыш ҡына күк күкрәп, йәшен йәшнәп тора икән.
Индонезияның Транспорт хәүефһеҙлеге буйынса милли агентлығы вәкиле Томас Джамалетдин белдереүенсә, Суперджет – 100 самолеты 11 мең метр бейеклектә тап шул йәшенле ямғыр болоттарын урап үтергә тырышҡанда һәләкәткә осраған. Тау тирәһендә болоттар ул көндө өс – ун бер саҡрым бейеклектә һуҙылып киткән була. Пилот түбәнәйеүгә рөхсәт һорағанда, бәлки, тау бейеклеген иҫәпкә алмағандыр, сөнки самолет ике саҡрымдан саҡ ҡына бейек ҡаяға бәрелгән.
ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, Супер­джеттан һул ҡанатының бер өлөшөнән башҡа бер генә ҙур киҫәк тә ҡалмаған.
Әле Индонезия белгестәре “ҡара йәшник”те тикшерергә йыйына. Һуңғы һөҙөмтәләр генә ысын сәбәпте белергә ярҙам итәсәк. Нисек кенә булмаһын, йәнә бер самолет ҡоланы, кешеләр һәләк булды.
Әйткәндәй, Суперджет – 100-ҙөң ҡоролошона күҙ һалғанда, уны һис кенә лә беҙҙең илдеке тип иҫәпләмәҫ инек. “Гражданские самолеты Сухого” компанияһы эшләп сығарған судноның идара итеү системаһы Германияныҡы, энергия менән тәьмин итеү, гидравлика, кислород системалары, тәгәрмәс, тормоз – АҡШ-тыҡы, шассиҙары − Францияныҡы, датчиктары, вибрация ҡорамалдары – Швейцарияныҡы. Һүҙ юҡ, ул илдәр юғары технологияны ҡуллана белә.
Шулай ҙа бер һорау тыуа: экипаж осош алдынан урындағы тау-урманды яҡшыраҡ өйрәнергә тейеш булманымы икән ни? Һәр йәшен йәшнәгән һайын самолет ҡолай башлаһа…

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»