RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гөлдәр яратҡан ғаиләнең тормошо ла гөл кеүек

15.05.2012 Гөлдәр яратҡан ғаиләнең тормошо ла гөл кеүек

Гөлдәр яратҡан  ғаиләнең тормошо ла  гөл кеүек
Яуымбай ауылы аша йыш үтергә тура килә. Үткән һайын юлға яҡын ғына ултырған сынъяһауҙай йорт­ҡа һоҡланам. Был йорт, башҡаларҙан айырылып, сихри бер нур бөркөп торғандай…
Килдеғол ҡыҙы Зөбәржәт БДУ-ның Сибай институтында математика, информатика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергәс, Силәбе өлкәһенең ҡыҙыл ҡасабаһында кредиттар буйынса белгес булып эшкә урынлаша. Атаһы, уҡытыусы булып районға ҡайт, гел генә ҡырҙа йөрөп булмай, тигәс, атай һүҙен өҫтөн ҡуйып, Бөрйәнгә ҡайтып төшә. Яуымбай ауылында балаларға белем бирә башлай һәм нәҡ ошо ауылда уның буласаҡ тормош иптәше менән юлдары киҫешә. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлаған Хәлил ҡыҙҙы шундуҡ шәйләп ҡала һәм 2007 йылда йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй.
Бөгөн ғаиләлә ике бала үҫә: Таңсулпандарына өс йәш булһа, Зөлфиәгә – бер генә йәш. Аҙна уртаһында ҡарасуриндарҙың йортона нисә инһәң дә, ғаилә башлығын осратып булмай – иртә таңдан кискә ҡәҙәр эштә. Райондың юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығында трактор йөрөтә ул. Әммә хужаның ҡулы һәр ерҙә күҙгә ташлана: ыҡсым да, шул уҡ ваҡытта күркәм дә итеп эшләнгән йорт, гараж, мунса… Йортҡа йылы һыу, канализация үткән, автомат кер йыуыу машинаһы ҡуйылған. Ғаиләнең үҙ “Беларусь” тракторы, машинаһы бар.
Матур донъя көтә ҡарасуриндар: ике һыйыр, ваҡ мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорттары ла байтаҡ. Яҙ етеү менән, егермеләп бәпкә алып, ҡаҙ үҫтерәләр. Баҡсаларынан алған йәшелсә-емештән йыл әйләнәһенә өҙөлмәйҙәр. Кәбеҫтәне генә лә, мәҫәлән, 70-ләп баш ултырталар.
Тәрбиә мәсьәләһенә етди ҡарашта йәш ғаилә.
– Балаларҙы хәҙерҙән үҙаллылыҡҡа өйрәтәбеҙ. Өлкәне үҙе кейенә, үҙе сисенә, кәрәк икән, сәй ҙә яһап эсә, һеңлеһен ҡараша. Үҙебеҙҙе нисек тәрбиәләгәндәр, балаларҙы ла шулай итеп ҡарарға тырышабыҙ. Тыуған көндәрҙе, Яңы йыл байрамдарын ғаилә менән үткәрәбеҙ. Туғандар менән дә ҡатнашып йәшәйбеҙ, – тиҙәр.
Йәштәрҙең эскелек ҡотҡоһона бирелеүе, донъя көтөр саҡтарында өйләнешмәй йөрөүе борсой был ғаиләне. “Бына тигән егеттәр урам буйында йөрөй. Районда ҙур ойошмалар йәки яҡын тирәлә ҡала булһа, бәлки, улайтып та йөрөмәҫтәр ине. Тота килеп барыһы ла эшҡыуар булып китә алмай ҙа инде”, – ти улар.
Матурлыҡҡа битараф түгел ҡарасуриндарҙың йортон береһенән-береһе нәфис гөлдәр (45 һауыт!) биҙәһә, йәйҙәрен баҡсалары аллы-гөллө сәскәләргә күмелә.
– ҡайҙа ғына барһам да, ят гөлдәрҙе алып ҡайтырға тырышам. Гөлдө ныҡ ҡарар­ға кәрәк, бөтә нәмәгә тәрбиә кәрәк бит ул, – ти ауылда шәжәрә байрамында гөл үҫтереү буйынса лауреат булған, бөгөн Яуымбайҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн тартыусы Зөбәржәт Вәкил ҡыҙы.
ҡыҫҡаһы, йорттары сәскә-гөлдәргә күмелеп, сәскәләй йортта көн итеүсе һәм сәскәләй ҡыҙҙар тәрбиәләүсе, үҙҙәре лә балҡып йәшәүсе йәш ғаиләгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ысынлап та, тирә-йүнгә сихри нур һибә улар.

Миләүшә МЫРҘАҒОЛОВА.

Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»