RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Атай, әсәй ҡосағында иң бәхетле сағыбыҙ”

15.05.2012 “Атай, әсәй ҡосағында иң бәхетле сағыбыҙ”

“Атай, әсәй ҡосағында иң бәхетле сағыбыҙ”
Йөҙҙәрендә бәхет нуры балҡыған был матур ғаилә Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәй. Гөлгөнә һәм Ғәлинур Вәлиевтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Ике йәш йөрәк, меңдәр араһынан бер-береһен табып, 1995 йылда ҡауышҡан. Гөлгөнә Тимерғәле ҡыҙы Силәбе өлкәһенең ҡыҙыл районында тыуып үҫкән. Ғәлинур Рәйес улы, кәләш алғас, тыуған ауылында нигеҙ ҡора. Ғаилә башлығы ауыл малын көтһә, хужабикә бәләкәстәрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл.
Балалар менән танышабыҙ – Әлфинә, Нурғәле, Рамаҙан, Рәүил һәм Гөлдәр. Исемдәре бик матур икән! Иң олоһо 9-cы синыфта уҡыһа, кесеһенә – өс йәш.
– Өлкән апай булараҡ, иңеңдә ҙур яуаплылыҡ яталыр инде, – тип Әлфинәгә өндәшкәс, ҡыҙ:
– Тиҫтерҙәремә ҡарағанда, минең өлөшкә мәшәҡәттәр күберәк төшә. Ләкин тамсы ла ҡыйын түгел, ҡустыларымды, һеңлемде бик яратам. Әсәйемә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам. Беҙ күмәк, ә ул берәү генә бит, – тине.
ҡустылар апайҙарын тыңлаймы, шаярышмаймы, тигәс, малайҙарҙың күҙҙәрендә шуҡлыҡ осҡондары сәсрәне, шулай ҙа өндәшмәй генә “эйе” тип баш ҡаҡтылар.
Һәр баланың үҙ холҡо. ҡайһы берәүҙәр бер бөртөк сабыйына нисек ярарға белмәй аптырана. Биш сабыйҙы кеше итеүе, ай-һай, еңел түгелдер… Вәлиевтарҙан тәрбиә сере менән уртаҡлашыу­ҙарын һораныҡ.
– Балаларыбыҙҙың һәр береһен аңларға, хәленә инергә тырышабыҙ. Яҡшылыҡ һәм насарлыҡ тураһында һөйләп, аҡты ҡаранан айырырға, олоно ололарға, кесене кеселәргә кәрәклеген өйрәтәбеҙ. Һәләт­тәрен үҫтерергә тырышабыҙ, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр. Әлфинә бейергә ярата, малайҙар йыр-моңға маһир, – тине ата менән әсә.
– Ә мин ҙурайғас йырсы булам, – тип һүҙгә ҡушылды туғыҙ йәшлек Рамаҙан.
Вәлиевтар ауыл һәм райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел “Йәш ғаилә” конкурсында лайыҡлы сығыш яһап, “һәләтле балалар” номинацияһында билдәләнгәндәр. Нурғәле “Һаумы, һаумы, әкиәт” зона конкурсында 1-cе урын алған. Мәктәптә үткән сара­лар­ҙа балаларҙың сығышы – күркәм биҙәк.
Ҙур ғаиләне аҫрау өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Бигерәк тә бөгөнгө ҡиммәтселек заманында еңел түгел. Вәлиевтар һәр баланың үҙ өлөшө менән донъяға килеүен, дәүләттең ярҙамһыҙ ҡалдырмауын билдәләне. Әйткәндәй, Гөлгөнә Тимерғәле ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнәсәге хаҡында хәбәр алған. Ошо көндәрҙә баш ҡалаға юлланасаҡ.
Вәлиевтарға берҙәмлектә, именлектә татыу ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ. Балалар, ата-әсә ҡыуанысы булып, һау-сәләмәт буй еткерһен, киләсәктә улар өсөн тик шатланыр­ға яҙһын.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»