RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Оппозиция ҡоторҙомо, әллә кемдер юрый провокация ойошторҙомо?

11.05.2012 Оппозиция ҡоторҙомо, әллә кемдер юрый провокация ойошторҙомо?

Оппозиция ҡоторҙомо, әллә кемдер юрый провокация ойошторҙомо?
йәки Мәскәүҙә һуңғы айҙарҙағы иң болалы митинг үтте
«Миллиондар маршы» хаҡында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Хәйер, һуңғы ваҡытта Мәскәүҙәге митингылар йышлығына өйрәнеп тә бөткәйнек инде. Властар оппозицияға ирек бирҙе, тиергә мөмкин. Һәр кем теләгән майҙанына сығып, фекерен белдерә, ризаһыҙлығын әйтә алды.
«Миллиондар маршы» акцияһы ла тап шуның бер күренеше тип ҡабул ителергә тейеш ине. Әммә рөхсәт алынған сара күҙалланмаған сценарий буйынса үтеп, бында ҡатнашҡан 500-ләп кеше ҡулға алынған. Полиция Болотная майҙанындағыларҙы ҡыуырға мәжбүр булған.
Мәскәү мэрияһында теркәлгәнсә, митингыға биш мең түгел, ә 100 меңгә яҡын кеше сыҡҡан, тип яҙған үҙенең блогында Сергей Удальцов. Уның «ата» оппозиционер икәнен белмәһә, ил йәшәйешенә битараф бошмаҫ бер әҙәм генә белмәҫ. Ә полиция, марш­ҡа – 20 меңләп, ҡайһы бер сығанаҡта, – һигеҙ мең кеше йыйылған, тип хәбәр итә. Кемдең математиканан «өслө»лөр инде? Шулай ҙа рәсми сығанаҡтар менән оппозиция мәғлүмәттәре бер нәмәлә тап килә − был митинг башҡаларына ҡарағанда иң ҡатыһы булған, имеш. Асыулы ҡала халҡы, беҙҙең «һыйыр тулаһа, аттан уҙҙыра» тигән мәҡәлгә ярашлы ҡы­лан­ған, ахыры. «Тиҙ ярҙам» саҡырыр­ға ла тура килгән, полиция араһында ла, митингыла ҡатнашыусыларҙан да йәрәхәтләнеүселәр бар. Етмәһә, кемдәрҙер халыҡ араһында күҙ йәше сығара торған газ һиптереп йөрөгән. Тәүҙә был эш полицияныҡылыр, тип уйлаһалар, аҙаҡтан уларҙың бында ҡыҫылышы булмауы асыҡланған.
Шулай ҙа ОМОН да юғалып ҡалмаған – резина дубинкалар шапылдап ҡына торған. Сергей Удальцов, Борис Немцов һәм Алексей Навальный тәртип боҙоуға өндәгәндәре өсөн ҡулға ла алынған булған. Провокаторҙар тураһында ла хәбәр йөрөтәләр. Улар полицияға, журналистарға таш, шешәләр бәргән.
ҡайһы берәүҙәр күҙаллауынса, был акция рөхсәт ителгән һуңғы митинг булған. Ахыры, оппозицияға ҡабат бындай бәхет теймәҫ тә.

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»