RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡала башҡорттары

11.05.2012 Ҡала башҡорттары

йәки Ауылдан киткән милләттәштәребеҙҙең холҡо, мәңгелек ҡиммәттәргә ҡарашы үҙгәрә
− Килдегеҙ ҙәме ни, оҙаҡтап киттем шул, − Өфө ихаталарының береһендә учалыларға хас һөйләште ишетеп, шып туҡтаным. Эскәмйәлә күгәрсен, турғайҙар менән һөйләшеп, йәмле яулыҡ ябын­ған бер әбей ултыра ине. Танышҡас, уның, ысынлап та, яҡташ, Миндәк ауылынан икәнен белдек. Бер нисә йыл элек кейәүе мәрхүм булғас, ҡыҙына йәшәргә күсеп килгән.
− ҡалала рәхәттер инде, бөтә уңайлыҡтар фатир эсендә, − тим.
Ул моңһоу ғына ҡулын һелтәне:
– Эйе, тик ауылға күңел тартылып тик тора, беҙ бит ер кешеләре, ергә яҡын йәшәп өйрәнгәнбеҙ, ә бында таныш-тоноштар ҙа юҡ тиерлек, көнө буйы ауыҙ асып һөйләшерлек кеше лә тапмаҫһың. Барам тиһәң, бер ергә барып булмай, аҙашыуың ихтимал. Йәш саҡтан ҡалала йәшәп өйрәнмәгәс ни...
Оло кеше бер-ике һүҙ менән башҡорттарҙың ҡалалашыуының бер сағыу һыҙатын − яраҡлашыу мәсьәләһен әйтеп бирҙе. Киң тарал­ған күренеш булараҡ, ҡалалашыу процесы башҡорт йәмғиәте алдына әллә күпме мәсьәлә ҡуя һәм «ҡала башҡорттары: традициялар һәм хәҙерге йәмғиәт» тип аталған VII төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һүҙ барҙы. Фәнни сара Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалында үтте.
Тарихсылар, этнологтар һәм демографтар, шулай уҡ политологтар, филологтар, йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре башҡорттарҙың ҡалалашыуына бәйле мәсьәләләрҙе тәүге тапҡыр тикшермәй. Һәм һәр саҡ ҡала шарттарында башҡорт телен һаҡлау, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, башҡорттарҙың демографик үҫеше кеүек проблемалар иң тәүге урынға сыға. Таяҡ та ике осло башлы булған кеүек, ҡалалашыуҙың да ыңғай һәм кире яҡтары бар. Ыңғайҙары рәтендә, иң тәү сиратта, ҡала башҡортоноң белем һәм мәҙәни кимәле күтәрелеүен атарға мөмкин. Әммә ауылдан китеү менән уның психологияһы, холҡо үҙгәрә, мәңгелек ҡиммәттәр уның өсөн әһәмиәтен юғалта, һәм тора-бара ҡала башҡорто телен онота, ассимиляцияға бирелә. Хатта ҡайһы берәүҙәр күрәләтә үҙ ирке менән башҡа милләткә «һыйына». Мәҫәлән, илле йәшлек бер эшҡыуар ағай ғүмер буйы үҙен татар тип һанап, яңыраҡ шәжәрәһен төҙөгәндә, Әйле башҡорто икәнен асыҡлаған. Атаһынан, нишләп беҙҙе, татар, тип башты бутаның, тип һорағас, Өфөлә татар булып йәшәүе уңайлыраҡ ине, тигән яуапты ишеткән.
− ҡалаларҙа минең кеүек үҙ телен, тарихын белмәгән, мәҙәниәтен һанға һуҡмаған, тимәк, тамырҙарынан айырылған әллә күпме башҡорт йәшәйҙер әле, − тип әсенгән эшҡыуар һуңғы арала Яныбай Хамматов, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Кирәй Мәргән, Әхиәр Хәкимов, Булат Рафиҡовтың романдарын ихлас уҡый. Башҡортса түгел, русса, әлбиттә, сөнки ғаиләләрендә элек-электән татарса ла түгел, ә тик русса ғына аралашҡандар. Ата-әсәһенең әлеге лә баяғы башҡаларҙан кәм-хур булмаһын, рус телен яҡшы белһен, тигән хаталы ҡарашы балаларын әллә күпме рухи аҙыҡтан мәхрүм иткән. Үкенескә күрә, нимәгә ул баланың башын ҡатырып башҡорт телен уҡытырға, рус телен белһәләр, шул еткән, тигән тар зиһенле ата-әсәләр ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла етерлек. Алдынғы йәштәрҙең ҡайһылыр бер өлөшө телде өйрәнергә, тарихты, мәҙәниәтте белергә ынтылһа ла (тап уларҙың балалары башҡорт телле балалар баҡсаһына, төрлө ижади студияларға йөрөй, башҡорт гимназияларында һәм лицейҙарында белем ала), күпселектә аралашыуҙа рус теле өҫтөнлөк итә. Ғалимдарыбыҙ, беҙҙең өсөн төп милли билдәләнеш булып тел тора, ти. Йәғни телде онотоу милли мәҙәниәткә лә иғтибарҙы кәметә (мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙ башҡорт телендә ижад ителгән). Ләкин ҡала башҡорттары вәкилдәре араһында, башҡорт булыр өсөн телде белеү мотлаҡ түгел, тәүге урында үҙаң торорға тейеш, тигән фекер йәшәй. Әммә тел бит аралашыу ҡоралы ғына түгел, немец телсеһе В. Гум­больдтың фекеренсә, «тел − халыҡтың рухы». Тимәк, халыҡтың халыҡ булып ҡалыуын теләгән һәр кем үҙ телен үҫеп килеүсе быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырырға тейеш. Ошо юҫыҡта эш тәү сиратта ғаиләлә башлана. Өйҙә ата-әсә балалары менән үҙ телендә һөйләшһә, балалар баҡсаһында, мәктәптә телгә һөйөү тәрбиәләү дауам ителһә, бөтә даирәләр­ҙә лә башҡорт теле киң ҡулланылһа − һәр кем үҙ халҡы алдындағы бурысын үтәй, тигән һүҙ. Ә әлегә теленә, халҡына хыянат итеүселәр бихисап, шуға ла өс йыл элек телебеҙ ЮНЕСКО тарафынан «Юғалыу ҡурҡынысы янаған донъя телдәре атласы»на индерелде. Фәнни сарала төп һүҙ ошо хаҡта барҙы. Шулай уҡ секция ултырыштарында башҡорт теленең үҫеше, демография, тарих, этнографияға ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә ҡаралды. Һәр сығыш яһаусы башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса эште дауам итеү тураһында һөйләне.
Эште йомғаҡлап, форумда ҡатнашыусылар тәүге «ҡала башҡорттары» конференцияһынан алып (ул 2000 йылдың 13 мартында Өфөлә үткән), күҙгә эленерлек үҙгәрештәр булыуын да билдәләне: башҡорт телен өйрәнеү буйынса ҡулланмалар, белешмәләр, һүҙлектәр ташҡа баҫылған, терминология һәм топонимика буйынса комиссиялар ойошторолған, педагогик кадрҙар әҙерләнгән һ.б.
Тимәк, ҡала башҡорттарының социаль йөҙөн формалаштырыуға өлөш индергән «ҡала башҡорттары» конференциялары үҙ бурысын үтәй һәм әүәлгесә актуаль булып ҡала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»