27.04.2012 Халыҡ орлоҡ һайлай
Башҡортостанда йәшелсәләрҙе теплицаларҙа үҫтереү йүнәлеше һәйбәт кенә ойошторолған, тип һанаһаҡ та, ҡыш буйы ла, яҙын да помидор-ҡыярҙың, йәшел тәмләткестәрҙең хаҡы юғары була. Һатыусылар әйтеүенсә, быға теплицала үҫтерелгән продукцияның үҙҡиммәте юғары булыуы йоғонто яһай. Әммә дәғүәселектең дә әллә ни ҙур булмауы үҙ өлөшөн индермәй ҡалмайҙыр.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 26 апрелгә ҡарата Өфөләге Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән. Әлеге ваҡытта халыҡтың күпселеге сөгөлдөр, кишер, ҡыяр кеүек асыҡ түтәлдәргә ултыртылыусы культураларҙың орлоҡтарын һайлау менән мәшғүл. Шөкөр, республика баҙарҙарында был тауарға ҡытлыҡ юҡ.
Хаҡтар – һумда
Һуған орлоғо 180 – 200
Сәсер өсөн һарымһаҡ 340 – 360
Бер ҡап ябай ҡыяр,
помидор, кишер, ҡыҙыл
сөгөлдөр орлоғо 5 – 10
Ошо уҡ орлоҡтарҙың гибрид
йәки үҙ-үҙен һеркәләнде-
реүсе сорттары 18 – 25
ҡыҙыл сөгөлдөр 13 – 25
Картуф 15 – 25
Кишер 20 – 30
Һуған 20 – 30
Кәбеҫтә (быйылғы уңыш) 55 – 60
Помидор 110 – 130
ҡыяр 70 – 90
Йылҡы ите 280 – 350
Һыйыр ите 220 – 290
Эре малдың бауыры 170 − 180
Бер түшкә ауыл тауығы 300 – 380
Өйрәк 270 − 280
Күркә ите 280 − 290
10 дана ауыл йомортҡаһы 100 − 120
10 дана йомортҡа 30 – 50
0,5 литрлыҡ шешәләге
ҡымыҙ 60 – 70
Аҡ май 185 − 190
1,5 литрлыҡ шешәләге
кәзә һөтө 120 − 150
ҡорот 120 – 150
Ауыл эремсеге 120 – 130
140 грамм ҡыҙыл эремсек 65 – 70
0,7 литрлыҡ банкала ауыл
ҡаймағы 170 − 180