24.04.2012 Уңғандар биҙәй донъяны
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ», − тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. һөйләйәсәк һүҙем дә Федоровка районының Юлдаш ауылында йәшәүсе тырыш һәм оҫта ҡуллы Алик Сәғит улы Закиров тураһында.
Заманы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарым, үҙ йүнен күреп, тормош көтөргә тырыша. Сөнки 2002 йылда уҡ колхоз тарҡалып, халыҡ эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалды. Ә шулай ҙа улар, әмәлен табып, яҡшы йәшәргә тырыша. Ауылыбыҙҙа һөнәрле кешеләр күп. Быйма баҫыусылары, мейес сығарыу оҫталары, төҙөүселәре менән данлы ул. Себерҙә вахтала ла йөрөйҙәр. Йәштәр барыбер ауылды, йәнтөйәген ташлап ситкә китергә ашыҡмай, өй һәм ауыл нигеҙен ҡороторға йыйынмай, киреһенсә, матур-матур өйҙәр һала, йорт-ҡураларын төҙөкләндерә, күпләп мал аҫрай, ауылдан өй алып, ҡалаларҙан ҡайтҡандар ҙа бар.
Алик Сәғит улы ла, өйләнеп, Мәләүез ҡалаһында биш йыл йәшәгәндән һуң, йәнтөйәге Юлдашына ҡайтып төпләнә. Оҫтахана асып, өйөнә ишектәр, тәҙрә яңаҡтары, рамдар эшләй, түбә, иҙән таҡталарын әҙерләй. Өйөнөң проектын да үҙе уйлап таба. Шул тиклем дә өлгөр, талантлы – өйөнә күсеп тә өлгөрмәне, һарай һалды, баҡса ултыртты, әллә ни арала мунсаһын күтәреп, йортон кәртәләп алды.
ҡапҡаһын семәрләп, тимерҙән мышы һындарын да яһап ҡуйҙы өлгөр егет.
Ә өйөнөң эсен үҙе яһаған сынъяһау мебель биҙәй.
Аликтың егәрлелеге әсәһе Әлмира ҡорбанғәле ҡыҙынан, тәрбиәләп үҫтергән үгәй атаһы Минемырҙа Ғаяз улы Зәйнәғәбдиновтарҙан киләме икән? Улар ҙа, Мәләүездән ҡайтып, бына тигән өй һалып, гөрләтеп донъя көтә.
Бөтмөр, тырыш егет былтыр магазин да асып ебәрҙе, төрлө хужалыҡ, төҙөлөш әйберҙәре ташып, ауылдаштарын ҡыуандыра. Уны беҙҙең ауылда ғына түгел, күрше ауылдарҙа ла «Юлдаш Кулибины» тип йөрөтәләр.
Ул Т – 40 тракторының двигателен ГАЗ – 53 машинаһына ҡуйып, рамдарын киҫеп, трактор яһаған. ҡулдан эшләнгән косилка ҡуя. Ә алдына бесән эткес яһап ҡуя. Өлгөр егет «Нива», «Соболь» автомобилдәре лә алып ебәрә. ҡатыны Ләлә менән матур, егәрле балалар ҙа үҫтерәләр. ҡыҙҙары Лиана – 7-се, Әлфиә 6-сы синыфта уҡый, ә тиктормаҫ, шаян малайҙары Рәлиф балалар баҡсаһына йөрөй.
Эйе, һәр кешегә тәбиғәттән талант бирелә. Һәр кем уны тормошонда ҡуллана, оҫталығын арттыра. Бына Алик Сәғит улы Закиров та тиктормаҫ, бер ваҡытта ла ғүмерен бушҡа үткәрмәҫ, һәр ваҡыт бал ҡортондай әүҙем, эш менән мәшғүл.
Зилиә ТАШБУЛАТОВА, китапханасы.
Федоровка районы,
Юлдаш ауылы.