RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Проблемалар һәм бер ҡыуаныс

20.04.2012 Проблемалар һәм бер ҡыуаныс

4Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Мөҙәрис МОТАЛОВ:
− Автомобилем менән аварияға осраным, килеп «төкөнөләр». Белгестәр, юғалтыу 30 мең һумлыҡ, тип иҫәпләп китте. Тик шул сумма урынына «Уралсиб»тың страховкалау компанияһы, машинаң иҫке, тип, бик әҙ генә аҡса түләне. Авария алдынан ғына машинамды ремонтлап, яңыртҡайным. Был дөрөҫ буламы?
− Әгәр ҙә страховкалау компанияһы эксперт билдәләгән хаҡты түләмәй икән, һеҙгә судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был осраҡта судҡа киткән сығымдар­ҙы ла тап ул ҡаплай. Һеҙҙең иң төп документ – страховкалау компанияһының тикшереү акты. Уның күсермәһе мотлаҡ ҡулығыҙҙа булырға тейеш. Нисек иҫәпләгәндәрен ҡарай алаһығыҙ. Күрһәтмәһәләр, талап итегеҙ. Яңынан компанияға шылтыратығыҙ, дәғүәгеҙҙе аныҡ белдерегеҙ.

4Ошо уҡ ауылдан Р. ШАФИҡОВА шылтыратты:
− Балалар баҡсаһында, мәктәптә ата-әсәләрҙән аҡса йыялар. Ремонтҡа, тиҙәр йыш ҡына. Ул ниндәй бөтмәҫ ремонт була ул? Хәҙер обой йәбештермәйҙәр, иҙәндә − линолеум. Балалар баҡсаһына, мәҫәлән, йыл башында уҡ порошок, бәҙрәф ҡағыҙы, һабындарға тиклем алып барып бирәбеҙ. Дөрөҫмө был? Аҡса бирмәһәк, янауҙар ишетәбеҙ.
− Мәғариф учреждениеларында ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу хаҡында үткән аҙнала ла шылтыратыу булғайны («Йәшлек», 29-сы һан, 13 апрель − авт.)
Ғөмүмән, был «ирекле-мәжбүри» тигән атаманы ла алған. Мәктәп, класс фондына аҡса йыйыу хаҡында уҡыу йылы башында йыйылыштарҙа һөйләшәләр, күләмен билдәләйҙәр. Хатта класҡа күпме аҡса йыйылыуын директор ҙа белмәҫкә мөмкин. Ошо ваҡытта ҡаршы булыуығыҙҙы белдерегеҙ. Һеҙҙе мәжбүр итергә берәү ҙә хоҡуҡлы түгел. Әлегә мәктәптәр дәүләттеке. Әгәр балағыҙға ҡараш үҙгәрә икән, директорға, артабан судҡа, прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ – янаусыларға яза ҡаты ғына буласаҡ.

4Мәләүез районының Юлдаш ауылынан ҡадир СӘҒИТОВ:
− Былтыр ноябрҙә йортҡа газ үткәрткәйнем. Миңә, инвалид булараҡ, сығымдар өлөшләтә кире ҡайтарылырға тейеш икән. Мәләүез районы һәм ҡалаһы хакимиәтенең социаль яҡлау идаралығында шулай тигәйнеләр. Унда барғанда бер генә документым етмәгәйне, һуңланың инде, тип тәғәйен сумманы түләмәнеләр...
− Компенсациялар түләү тәртибендә бер ҙә ваҡыт сикләүе тураһында яҙылғанды осратманыҡ. Һеҙгә яңынан документтарығыҙҙы теүәлләп, тағы социаль яҡлау идаралығына барырға кәрәк.

4Белорет районының Мөхәмәт ауылынан Р. ағай борсолоу­ҙарын еткерҙе:
− Ошо осорҙа ауыр йөк машиналары өсөн юл ябылыуға ҡарамаҫтан, ауыл янындағы күперҙән машиналар үтеп тора. Бетон булырға тейешле күперҙәр ағастан ғына. Ғөмүмән, Абҙаҡ – Мөхәмәт юлы насар. Ауылыбыҙҙа электр бағаналары ла бик иҫкерҙе…
− Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Байрас Фазылов әйтеүенсә, күперҙән рөхсәтһеҙ үтеүсе машиналарҙы фотоға төшөрөп теркәйҙәр, «Селена» йәмғиәтенеке йөрөмәй. Күпер, шулай уҡ ике ауыл араһындағы юл да, район хакимиәте балансында. Ә бына ауылдағы электр бағаналары тирәләй эштәр алып барыла. Әле уларҙың ер-кадастр паспорты төҙөлә, шунһыҙ яңыр-тырға рөхсәт бирелмәй.

4Бөрйән районының М. ауылынан бер төркөм ата-әсә (ауыл атамаһы, фамилиялар әйтелде):
− Балалар баҡсаһына мөдир итеп «төшөрөргә» яратҡаны өсөн бығаса эштән ҡыуылған кешене ҡуйҙылар. Балалар тәрбиәләнгән урында шундайҙар эшләүе мөмкинме? Беҙ борсолабыҙ…
− Хөрмәтле ата-әсәләр, был һорауҙы туранан-тура мөдирҙе эшкә алыусыға биреү дөрөҫтөр. Риза булмаһағыҙ, күмәкләп хат яҙа алаһығыҙ. Бәлки, ул ҡатын насар ғәҙәтен күптән ташлағандыр? Юҡһа эшкә тәғәйенләүсе, намыҫы етеп, балалар учреждениеһына эсеп эштән ҡыуылған кешене күрәләтә ҡуймаҫ ине.

Көн башланып, дежур телефон шылтырай башлаһа, их, бөгөн, исмаһам, берәйһе шатлыҡ-һөйөнөслө хәбәр әйтһәсе, тип теләйһең. Ниһайәт, эстафета тапшыра торған көндө булды шундай хәбәр. ҡыҙғаныс, хәбәр хужаһы үҙенең кемлеген, ҡайҙан икәнлеген генә ниңәлер әйтергә теләмәне. Көр генә тауышлы инәйебеҙ ауыл янындағы туғайҙа, бығаса үҫмәгән ерҙә яҙҙың тәүге сәскәләрен күреп һоҡланыуы хаҡында уртаҡлашты.
Шундай үҙенсәлекле күренештәр һеҙҙең яҡта ла барҙыр, ғөмүмән, шәп яңылыҡтарығыҙ хаҡында ла хәбәр итә алаһығыҙ.
Тик, зинһар өсөн, исем-фамилияғыҙҙы әйтеп һөйләшегеҙ.

Дежур телефонды Айсын АҡБУЛАТОВА тыңланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»