RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Экология торошоноң сәләмәтлеккә йоғонтоһо бармы?

20.04.2012 Экология торошоноң сәләмәтлеккә йоғонтоһо бармы?

Йылдан-йыл илдә экология насарая бара, тибеҙ. Эсәр һыу, һауа, тәбиғәт бысрана. Быға күп осраҡта кеше үҙе сәбәпсе. Ошо һаҡһыҙлығыбыҙ үҙебеҙгә нисек йоғонто яһай һуң? Экологияның насарайыуы кеше сәләмәтлегендә сағылыш табамы?

Әнисә ӘМИНЕВА, биология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты:
– Кеше һаулығының 50 проценты уның йәшәү рәүешенә бәйле, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. ҡалған өлөшө иһә башҡа факторҙарҙан тора. Ана шуның 30 проценты тирәһен экология биләй. Бысраҡ һауа һулаһаң, һыу эсһәң, әлбиттә, ул сәләмәтлеккә йоғонто яһай. Феноллы йәиһә башҡа зарарлы һыу организмға килеп эләгә икән, мотлаҡ уның эҙемтәһе буласаҡ. Магнитогорск ҡалаһының һауаһын һулап йәшәп ҡара, нисек һинең тын юлдарың зыян күрмәһен?
Ни өсөн беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың сәләмәтлеге ныҡ булған? Сөнки улар һәр ваҡыт хәрәкәттә булған, эшһеҙ тормаған. Беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ башҡараҡ: күберәк ултырып ҡына эшләйбеҙ, көндәр буйы урамға ла сыҡмайбыҙ. Ошолай йәшәү рәүешебеҙ арҡаһында төрлө ауырыуҙар килеп сыға ла инде.

Зилә ЯХИНА, Баймаҡ районы Бикеш ауылының балалар табибы:
– Әлбиттә, сағылыш таба. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә аллергик ауырыуҙар күбәйҙе. Бының сәбәбе – тәбиғәттең бысраныуында, беҙ ашаған ризыҡтар­ҙың сифатында. Эскән һыуыбыҙ бысраҡ икән, ундағы барлыҡ зарарлы матдәләр беҙҙең организмға эләгә һәм сәләмәтлеккә зыян килтерә. Ашаған ризыҡтарбыҙҙа ла, айырыуса ситтән килтерелгәндәрендә нитраттар һәм организм өсөн зыянлы элементтар күп. Шуға күрә лә үҙебеҙҙең ерҙә үҫтерелгән, әҙерләнгән тәбиғи аҙыҡ-түлек менән туҡланыу яҡшыраҡ. Ауыл халҡына был йәһәттән еңелерәк: һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ – барыһы ла үҙенеке. Йәшелсә-емеште лә үҫтерергә мөмкин. Балалар өсөн айырыуса йылҡы ите файҙалы, иң таҙа һәм еңел үҙләштерелә торған ит ул. Тәбиғәттең бысраныуына юл ҡуймаҫҡа ҡулыбыҙҙан килмәй икән, әммә шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә кәрәкле аҙыҡ-түлек һайлағанда булһа ла, сәләмәтлегебеҙ тураһында хәстәрлек күрә алабыҙ.

Марат ИШТУҒАНОВ, водитель:
– Һуңғы йылдарҙа әллә ниндәй ҡурҡыныс ауырыуҙар күбәйә башланы, зәғиф балалар тыуа. Юҡтан ғына түгел бит инде ул. Тәбиғәттең бысраныуы, экологияның насарайыуы үҙенекен итә. Һәр ғаиләлә еңел машина, ҡайһы берҙәрендә берәү генә лә түгел, икәү, өсәү. Был, бер яҡтан, тормошобоҙҙоң яҡшырыуын күрһәтһә, икенсе яҡтан, уларҙан сыҡҡан төтөн, ағыу­лы газ һауаны бысрата һәм беҙ тын алғанда тын юлдарыбыҙға, үпкәләребеҙгә ултыра. ҡала урамдарында тын алырлыҡ та түгел бит. Ә ҡышҡыһын юл ситендәге ҡарҙың ниндәй төҫкә ингәнен күҙ алдына килтерегеҙ әле. Бына шунан ғына ла һығымта яһарға мөмкиндер.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»