RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көтмәгәндә ташты йылғалар…

20.04.2012 Көтмәгәндә ташты йылғалар…

Көтмәгәндә ташты йылғалар…
Йорттарҙың һыу даръялары аҫтында ҡалыуында вайымһыҙлыҡ ғәйепле
Быйыл яҙғы ташҡындан иң күп зыян күреүселәр Йәрмәкәй районы халҡы булды. Йорттары һыу аҫтында ҡалғанлыҡтан, улар­ҙы эвакуацияларға, башҡа ерҙә йәшәтеп торорға ла тура килде. Шөкөр, ташҡында һәләк булыусылар юҡ, шулай ҙа йорт-ҡаралтыларға зыян килгән. Хәҙер Йәрмәкәй халҡын күсенеп йөрөргә мәжбүр иткән Рә йылғаһының һыуы кәмей башлаған. Халыҡ йорттарына ҡайта, әле улар ташҡындың эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл.
Миәкә, ҡариҙел райондары ла ташҡын хәүефе аҫтында ҡалды. Миәкәлә, урындағы йылға ташып, йорттарҙы һыу баҫты. ҡариҙел йылғаһында 20 километрға һуҙыл­ған боҙ тығыны арҡаһында йорттар, урындағы дауахана һыу аҫтында ҡалып, зыян күрмәһен өсөн бик күп сара күрелде.
Быйыл ташҡындан зыян күреүселәрҙең күп булыуы юҡтан ғына түгел, әлбиттә. Урындағы үҙидара органдарының яҙға етди әҙерләнмәүен билдәләргә кәрәк. Йылғаларҙа яҙғы ташҡында ғына була торған боҙ тығындарын булдырмау өсөн ябай ғына сараларҙың да күрелмәүе әллә күпме проблема тыуҙыра. Был факттар киләһе йыл күҙ уңында тотолор һәм бөтә ерҙә лә ташҡынға ҡаршы саралар алдан күрелер, тип өмөтләнге килә.
Күп һыу туплаған урындар ҙа хәүеф тыуҙырмай ҡалмай. 17 апрелдә Павловка һыу һаҡлағысында һыу кимәле 138,45 метр­ға етте. Әле Павловкала һыу туплауҙы кәметтеләр, юҡһа ташҡын бөткәнгә тиклем ул артыҡ йыйыласаҡ.
Яҙғы ташҡындың иң ҡеүәтле ваҡыты үтеп китһә лә, ул килтергән бәлә-ҡаза бөтмәй әле. Мәҫәлән, Дүртөйлө районында балыҡсы ирҙәр ултырған боҙ ҡуҙғалып киткән. Ярай әле балыҡсылар ҡотҡарыусылар менән бәйләнешкә инеп өлгөргән. Йылғала ағып китеп барған ирҙәрҙе моторлы кәмәгә ултыртып, ярға алып сыҡҡандар. Бәғзе бер әҙәмдәр яратҡан, ниндәйҙер килем килтергән шөғөлдәрен шундай ҡурҡыныс ваҡытта ла ташлап тора алмай икән, был уларҙың вайымһыҙлығын ғына күрһәтә.
Ғафури районында ла көтөлмәгән хәл – Некрасовка ауылы эргәһендә Мәндем йылғаһына бер автомобиль төшөп киткән. Машинаның эсендә өс кеше булған, уларҙың берәүһе генә ҡотолоп ҡалған. Йылғаға яҡын уҡ килгән машина текә ярҙың емерелеүе арҡаһында һыуға осҡан.
Башҡортостанда яҙғы ташҡындың иң ҡеүәтле көндәре 13 – 14 апрелгә тура килде. Хәҙер хәүеф артта ҡалды инде. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар йылға ярҙарынан алыҫыраҡ йөрөргә саҡыра.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»