RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыу – йәшәү сығанағы

20.04.2012 Һыу – йәшәү сығанағы

йәки Тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланыусылар ғына булмайыҡ, балаларыбыҙға ла экологик тәрбиә бирәйек
Бөгөн туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлай башлаған оло кеше инде мин. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. 45 йыл ғүмеремде балаларҙа тормошта иң кәрәкле сифаттарҙы тәрбиәләүгә бағышланым. Уҡыу башланғас та, беренсе дәресте мәктәп алдында баҡсала уҙғара инем. Уҡыусыларға: «Балалар, бына беҙ баҫып торған урын ер тип атала, тәрән итеп тын алабыҙ – был һауа, ана, эргәлә генә йылға ағып ята. Был – һыу, ә бына баҡсалағы сәскәләр, ағастар һәм йәшелсәләр − барыһы ла Ер-әсәнең емештәре. Беҙ ерһеҙ, һауаһыҙ, һыуһыҙ йәшәй алмайбыҙ. Ер йөҙөндәге хайуандар, йәнлектәр, балыҡтар, үҫемлектәр ҙә ерһеҙ, һыуһыҙ, һауаһыҙ йәшәй алмай. Шуға ла тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл, ихтирамлы булып, таҙа тотоп, бысратмай йәшәйек! Барығыҙға ла киҫәтеп әйтәм: бөтә эште лә намыҫығыҙға таянып, аҡыллы булып, кешеләргә һәм тәбиғәткә ҡарата һөйөү тойғолары сифаттарына сорналып башҡарығыҙ», − тип аңлатам.
Киң матбуғат сараларында тәбиғәтте һаҡлау темаһын күтәргән мәҡәләләр күренә башлағас, 1982 йылда Сибай ҡалаһында уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияла телгә алынған файҙалы кәңәштәрҙе туплаған материалдарҙы алып ҡараным. Балаларҙың аңына ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеш алымдарын, ҡағиҙәләрен һеңдереп, төртөп күрһәтергә бурыслыбыҙ, тип әйтелгәйне унда. Көньяҡ Урал зонаһы райондарын борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе итеп балаларға төплө белем, әхлаҡи һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе ҡуйҙылар. Шул уҡ ваҡытта халыҡты таҙа, саф һыу менән тәьмин итеүҙе лә күҙҙән ысҡындырмай һөйләнеләр. Док­ладтар буйынса фекер алышыу­ҙа Төхфәт Аслаев ҡатнашып, төрлө мәғлүмәттәр килтереп, залдың иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ул тәбиғи байлыҡтар: алтын, баҡыр, көмөш, цинк, ҡурғаш, марганец рудаларының күпләп табылыуы һәм эшкәртелеүенең эсәр һыуҙың кәмеүенә, бысраныуына килтереүен хәбәр итте.
Күлдәр, йылғалар бысраны. Йылғалар күпләп ҡорой. Байтаҡ йылғаның һыуы эсергә яраҡһыҙ. ҡала кешеләренең һыуға ҡарата һаҡһыҙлығы ла эсәр һыуҙы кәметә. Әйтәйек, крандан тамсылап һыу тамһа, бер айҙа 400 литр эсәр һыу әрәм ителә. Ә бит Ер йөҙөндә бөтә һыуҙың 2 проценты ғына эсергә яраҡлы икәнен оноторға ярамай. Ер шарында һыу етешмәүе арҡаһында 650 төр хайуан һәм ҡош юҡҡа сыҡты. Бөтә бәләнең башында беҙ үҙебеҙ, кешеләр, торабыҙ. Саманан сығып эш итәбеҙ. Беҙ яҡты донъяла йәшәйбеҙ икән, киләсәк быуынды ла, уларҙың йәшәйешен дә күҙ уңынан сығарырға тейеш түгелбеҙ. Һыуҙың үҙ-үҙен таҙартыуы ла билдәле. Ләкин, ул үҙен таҙарта тип, бысратырға ярамай.
Күгәрсен районының урман хужалығында булып үткән хәл-ваҡиға тураһында һөйләгем килә. Был 1960 – 1970 йылдарҙа булғайны. Илебеҙҙә икмәк муллығын арттырыу маҡсатында һәр районда ерҙәрҙе ауыл биләмәһенә тиклем һөрөп, иген сәстеләр. Хатта һирәк урмандар­ҙы ҡырҡып, ағас тамырын аҡтарып, һөрөп, иген сәстек. Мал көтөргә көтөүлектәр ҙә ҡалманы.
Районыбыҙға йәйгелеккә 12 райондан эре мал килтерҙеләр. Ул малдарҙы, нигеҙҙә, Күгәрсен хужалығының «Эйек», «Энәк» урмансылыҡ биләмәһенә урынлаштырҙылар. Был бер нисә йыл дауам итте. Һөҙөмтәлә «Эйек» урмансылыҡ биләмәһендә 300 шишмә ҡороно. Күпме бәләкәй йылғаның ҡороуы эсәр һыуыбыҙҙы ауыҙыбыҙҙан өҙҙө. Был хәл башҡа һыймаҫлыҡ ине. Һыуҙы кешеләр генә түгел, тәбиғәт тә һаҡларға тырыша. Йылға-күл буйҙарын ағастар уратып алыуы барығыҙға ла мәғлүм. Шуға ла урман хужалыҡтары етәкселәре һәм һаҡлаусылары йылға тирәһендәге ағастарҙы ҡырҡыр­ға рөхсәт бирмәй. Ә бына мал тапап батҡаҡҡа әйләндерелгән 300 шишмәне кемдәр таҙартып, йылғасыҡтың үҙәнен йырып ебәрер икән? Шишмәләрҙе, бәләкәй йылға үҙәндәрен кем таҙартып, матурлап торор? Бысратыуға халыҡ күнегеп бөткән инде. ҡыш буйы сүп-сарҙы күл, йылға буйына түгәләр, быға бер кем дә иғтибар итмәй. Үҙем йәшәгән Төпсән ауылы биләмәһендә генә туғыҙ шишмә ҡороно.
Совет осоронда мәктәп балаларын экскурсияға алып сығып, шишмәләрҙең үҙәнен таҙарта торғайныҡ. Колхоз заманында яҙғы сәсеү бөтөү менән эшкә яраҡлы бөтә кеше, көрәк, балта, тырма тотоп, йылға үҙәнен таҙартты. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң да 60-сы йылдарға тиклем Оло Эйектән дә, Кесе Эйектән дә Ырымбур ҡалаһына ағас ағыҙҙылар. Шуға ла ике Эйектең дә үҙәне ҡыш буйы таҙартылды.
Хәҙер ағасты ҙур машиналар­ҙа ташыйҙар. Урман эсендәге бәләкәй йылғалар үҙәндәрен юғалтып, ҡороп бөтөп бара. Сәбәбе − ауыр йөк машиналарының йылғаның үҙәнен батҡаҡҡа әйләндереүе.
Бөгөн килеп мәктәптә балаларҙы хеҙмәтте, тәбиғәтте һөйөргә өйрәтеү тәрбиәһе юҡ кимәлдә. Мәктәп уҡыусыларын республикабыҙҙың һыуын, ерен, һауаһын бысратмай йәшәргә өйрәтеү баһалап бөткөһөҙ тәрбиәүи эш бит.

Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Төпсән ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»