RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Граждан” никахының ыңғай яҡтары бармы?

17.04.2012 “Граждан” никахының ыңғай яҡтары бармы?

йәки Өйләнешеү – отошло
“Граждан” никахының ыңғай яҡтары бармы?
Күгәрсен кеүек гөрөлдәшеп, бер-береһенә һыйынышҡан ғашиҡтарҙы күргәс, ваҡыт уҙғас та мөхәббәттәренән шулай иҫереп йөрөрҙәрме икән, тигән уй килә. Ләкин күптәр хистәрен саф килеш һаҡлай алмай шул. Әллә ҡандағы теге химик элементтарҙың тәьҫире бөтәме, әллә Ромео менән Джульетта роле ялҡытамы? Аңламаҫһың. Күп парҙар ғаилә ҡорғас ауырлыҡтар алдында һына. Быны статистика мәғлүмәттәре лә раҫлай. Мәҫәлән, 2010 йылда республикабыҙҙа 34819 ғаилә ҡоролһа, бер йылдан 17974 пар айырылыша.
Өфө ҡалаһының “ИНДИГО” психологик-медик-социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә “Ғаилә − мөхәббәт мөхите” тип аталған декада бара. Йәштәр менән эшләүсе белгестәр, табиптар, педагогтар оло тормошҡа яңы аяҡ баҫыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн көн һайын фәһемле саралар уҙғара. “Ғаилә − мөхәббәт мөхите”, “Һау ғаилә − имен бала саҡ гаранты”, “Бер-берең менән гармонияла”, “Алтын ҡояш нуры”, “Әкиәттәр палитраһында”, “Ғаилә тормошоноң тәүге ҡыуаныстары һәм ауырлыҡтары” темаларына һөйләшеүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ презентациялар, семинарҙар, ата-әсәләр клубы ултырышы, “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр, мастер-клас­тар бара.
“Ғаиләне хоҡуҡи-социаль яҡлау” темаһына үткән “түңәрәк өҫтәл”дә ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре, юристар, педагогтар, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре һәм студенттар ҡатнашты.
“ИНДИГО” психологик-медик-социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгесе Регина Еникеева РФ Ғаилә кодексының мөһим аспекттарына ентекле байҡау яһаны. “1987 йылдан илебеҙҙә тыуым кимәле кәмей. Хәҙер, уртаса алғанда, ғаиләлә бер бала тәрбиәләнә. Шулай уҡ никах­һыҙ тыуған сабыйҙар һаны арта. Был енси тәрбиәгә иғтибар биреп еткермәүгә һәм никахҡа инмәй йәшәгән парҙар­ҙың артыуына бәйле. Әлеге мәлдә күпме кешенең, халыҡ телендә әйтелгәнсә, “граждан” никахында тороуын аныҡ ҡына билдәләп булмай. Законлы ғаилә ҡорған кешеләр юридик яҡтан яҡлаулы, улар психологик яҡтан да үҙен тотороҡло тоя. Шуға күрә никахта тыуған балаларҙың сәләмәтлеге күпкә яҡшы, быны табиптар ҙа раҫлай”, – тине ул.
Өфө ҡалаһының Балалар йорто баш табибы урынбаҫары Елена Шушнанова ошо учреждениела йәшәүсе сабыйҙар­ҙың сәләмәтлеге хаҡында һөйләне. Унда бөтәһе 280 карауат-урын иҫәпләнә. Бала табыу йортонда әсәһе баш тартҡан сабый ошо йортҡа урынлаштырыла. Ул унда дүрт йыл йәшәгәс, балалар йортона ебәрелә. “Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙең береһе лә тулыһынса һау түгел. Тыумыштан уҡ ВИЧ-инфекциялылар, гепатит вируслылар, психик һәм физик кәмселектәре булғандар һ.б. бихисап. Алкоголиктан һәм наркомандан шундай бала тыуыуы бер кемгә лә сер түгел. Йәмғиәт ошо балалар алдында бурыслы. Беҙ уларҙың ҡайғыһына күҙ йоммаһаҡ ине”, − тип тамамланы һүҙен Елена Шушнанова.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Надежда Никитина йәш ғаиләләргә һәм күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ әсәләргә ҡарал­ған социаль ярҙам тураһында һөйләне. Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында тора. Бындай категорияға ҡараған граждандарға һаулыҡ, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, физкультура-спорт өлкәләрендә матди ярҙам күрһәтелә, төрлө льготалар булдырылған.
БДУ-ның Хоҡуҡ институты уҡытыу­сыһы Александр Мухин ир менән ҡатындың ғаиләләге хоҡуҡтары һәм бурыстары темаһына сығыш яһаны. Ул законлы никахта тороуҙың өҫтөнлөктәрен айырым билдәләне. “Йәш ғаиләләр, төрлө программаларҙа ҡатнашып, ер, субсидия, социаль торлаҡ һ.б. юллай ала”, − тип билдәләне (тик уның ниндәй темп менән тапшырылыуын күҙ уңында тотор­ға кәрәк. Дәүләт ярҙамына ғына өмөт итеп ғаилә ҡороу – аҡылһыҙлыҡ – авт.).
– Йәштәргә никах килешеүе төҙөргә кәңәш итәм. Уны өйләнмәй генә бергә йәшәүселәр ҙә төҙөй ала, – тине ул.
“Түңәрәк өҫтәл”дә законлы никахтың ыңғай яҡтары хаҡында күп тапҡыр ҡабатланһа ла, йәштәрҙең күбеһенең “граждан” никахы яҡлы булыуы уйға һалды. ҡыҙ менән егет бер аҙ йәшәп, айырылыш­һа, туғандар алдында аҡланырға ла, мал-мөлкәт бүлешергә лә кәрәкмәй, күңел яраһы ла тиҙерәк уңала. Шулай уҡ бергә йәшәү дәүерендә улар бер-береһенең холҡон өйрәнә, законлы никахҡа ингәндә икеләнеүҙәр, ҡурҡыуҙар булмай. Әммә ошондай йәшәү стиле әҙәп-әхлаҡ нормаларын, ғаилә институтын инҡар итә.
Оло һәм урта быуын вәкилдәре ғаиләне дәүләттең бер ячейкаһы, ир менән ҡатындың союзы тип ҡабул итә. Ә йәштәрҙең күптәре уны ни бары кешеләр­ҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте тип аңлай. Әйткәндәй, әлеге мәлдә никахтарҙың бихисап төрө билдәле (бер енесле, швед ғаиләһе һ.б. ). Интернет “ауы”нда көн итеүселәр хатта виртуаль никах булдырған.
Ни тиһәң дә, никахҡа инеү – еңел-елпе ҡарар ҡабул итә торған күренеш түгел. Минеңсә, ул мотлаҡ яҡындарыңдың фатихаһы бирелгән, һәр яҡлап уйланылған союз булырға тейеш.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.


Ә һеҙ ниндәй фекерҙә?

Айгөл, 28 йәш:
− Тиңдәштәрем араһында туй үткәрмәйенсә йәшәүселәр күп. Кемдәрҙер өсөн был иҡтисади яҡтан уңайлы, ҡайһылар ҡыҙыҡ өсөн тора. Ә мин быға ҡаршы. ЗАГС-тан һуң ғына ирем менән йәшәй башлаясаҡмын.

Рәмилә, 22 йәш:
− Ике ҡулым менән “эйе!” Буласаҡ иремдең холҡон өйрәнгәс кенә уға кейәүгә сығырға ризалығымды бирәсәкмен. Урыҫса әйтмешләй, “лучше потратить годы на поиски, чем на неудачный брак”.

Ринат менән Миләүшә:
− Бер йыл “граждан” никахында йәшәйбеҙ. Был юлды һайлағанға бер ҡасан да үкенмәнек. Ошо ваҡыт эсендә бер-беребеҙҙе тулыһынса өйрәнеп бөттөк, августа өйләнешергә уйлайбыҙ.

Алмас, 31 йәш, өйләнмәгән:
− Ыңғай! Оҡшаған ҡыҙ менән бер аҙ йәшәйһең дә, холҡон күрһәтә башлаһа – ана бара юлы. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уны онотаһың. Әгәр ҙә уның менән никахлаш­ҡан булһам, йылдар буйы ыҙа сигергә тура килер ине.

Әлмира, 34 йәш:
− Тормош иптәшем менән туғыҙ йыл бергә йәшәйбеҙ, ҡыҙыбыҙ бар. Арабыҙ законлаштырылмаған. Никах – ул шартлы күренеш, мөһим түгел. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Хоҙай беҙҙе айырмаһа, һәр саҡ бергә булырбыҙ.

Фәнүр менән Регина:
− Ете ай осрашҡас, өйләнештек. “Граждан” никахы тураһындағы уй башҡа ла инеп сыҡманы. Беҙҙеңсә, был аралағы романтиканы бөтөрә. Туйҙан һуң: “Никахһыҙ йәшәп ҡарамағанбыҙ икән”, − тип үкенгән саҡтар булманысы…

Илнур, 24 йәш:
− Кеше яныңда йәшәгән саҡта ғына уның ысын йөҙөн күрергә мөмкин. Бер йыл бергә йәшәгәс, һин – ир, һөйгәнең ҡатын ролен үтәй алғанына ышанғас ҡына, ЗАГС-ҡа барырға мөмкин.

Сәлимә Хәсәнова, Баймаҡ районы, Икенсе Этҡол ауылы, димсе, ағинәй:
– Бындай никахты мин “әллә бергә булабыҙ, әллә юҡ” тигәнерәк ҡабул итәм. Борон-борондан килгән матур йолаларға тоғро ҡалырға ине. Никах уҡытыу, туй үткәреү, килен төшөрөү кеүек мәлдәр йәштәр күңелендә мәңге онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡала. “Граждан” никахына юл ҡуймаҫ өсөн димселәр институтын йәнләндерергә кәрәк. ҡыҙ һәм егеттең нәҫелен, ырыу-ҡәрҙәштәрен өйрәнеп, ҡауыштырһаң, ғаилә тормошо уңышлы була. Ул саҡта бер ниндәй ҙә “граждан” никахы кәрәкмәҫ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»