RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БЕҘҘЕҢ РЕСПУБЛИКАЛА СӘСЕҮ ӨСӨН ҠУЛАЙЛАШҠАН ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ СОРТТАРЫ

13.04.2012 БЕҘҘЕҢ РЕСПУБЛИКАЛА СӘСЕҮ ӨСӨН ҠУЛАЙЛАШҠАН ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ СОРТТАРЫ

БЕҘҘЕҢ РЕСПУБЛИКАЛА СӘСЕҮ ӨСӨН ҠУЛАЙЛАШҠАН ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ СОРТТАРЫ
ҡурай еләге –‒ үҙендә бик күп туҡлыҡлы һәм дауалау матдәләре туплаған популяр культура. Хуш еҫле, составында еңел үҙләштерелә торған шәкәр, кислоталар һәм витаминдар бар.
ҡурай еләген уңышлы үҫтереү өсөн беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡан сорттарҙы һайларға кәрәк. Баш­ҡортостанда “Кузьмин яңылығы” (“Новость Кузьмина”), “Барнаул”, “Награда” сорттары районлашҡан. Бынан тыш, күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә “Бальзам”, “Метеор”, “Иртәсел сюрприз” (“Ранний сюрприз”) сорттары сығарылған. Улар ҡышты һәйбәт үткәрә, ҡоролоҡҡа ла сыҙам, уңышты ла һәйбәт бирә.
“Барнаул” сорты. Уның ҡыуағы бейек, әллә ни сәнскеле түгел. Ул ҡышты еңел үткәрә, уртаса уңыш бирә. Бер ҡыуаҡтан 1,2 килограмға тиклем еләк йыйып алырға мөмкин. Еләге уртаса ҙурлыҡта, һәр береһе 2 – 3 грамм тарта, ялтырап тора, тәмле. Был сорттың еләген туңдырып та, ҡайнатып та һаҡларға мөмкин.
“Кузьмин яңылығы” сорты. Был урыҫтарҙың боронғо сорты, Рәсәйҙә киң таралған. Ул иң ҡаты һыуыҡтарға ла бирешмәүе менән ҡиммәтле. Еләк хуш еҫле, һәр береһе 2 – 2,7 грамм тарта. Бер ҡыуаҡтан 1,2 килограмға тиклем уңыш алып була.
“Награда” сорты. Уның ҡыуағы уртаса бейеклектә, йәйелеп үҫә. Бер ҡыуаҡ 2 килограмға тиклем уңыш бирә. Был сорттың еләге бик тәмле, шәрбәтле, ҡып-ҡыҙыл, һәр береһе 2,5 – 3 грамм тирәһе.
“Бальзам” сорты. Уның ҡыуағы ҡышҡа сыҙам, һәйбәт уңыш бирә. Еләге әскелтем-татлы, яҡут төҫөндә була.
“Метеор” сорты. Уның ҡыуағы ҡеүәтле, уртаса бейеклектә, әллә ни йәйелеп үҫмәй. ҡышҡа бирешеп бармай, һәйбәт уңыш бирә. Был сорт иртә өлгөрә, етмәһә, ҡыуаҡлыҡтағы бөтә еләктәр ҙә бер үк ваҡытта тиерлек бешеп сыға, улар бик татлы.
“Иртәсел” сорт. ҡыуағы уртаса бейеклектә, әллә ни йәйелеп үҫмәй. Ботағында сәнскеләр күп. ҡышты һәйбәт үткәрһә лә, ҡоролоҡто яратмай. Был сорттың еләктәре уртаса ҙурлыҡта, йомрораҡ, ҡып-ҡыҙыл.
ҡурай еләгенең уңышы насар булыуына йыш ҡына ҡоролоҡ ғәйепле. Вегетация осоронда һауа һәм дымдың режимы боҙола ла, еләктәр кибә, формалары үҙгәрә. ҡурай еләгенең һауала һәм тупраҡта дым етмәүенә ныҡ бирешеп барыуы тамырҙарының әллә ни тәрәнгә китмәүе менән бәйле. Шулай уҡ был ҡыуаҡлыҡтың япраҡтары яҫы булыуы ла күп дым талап итә. Ямғырһыҙ йылдарҙа ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарына даими рәүештә һыу һибеп торорға кәрәк.
Әле Кушнаренко селекция үҙәгендә “Яҡут” (“Бриллиант”), “Элегант”, “Алтын көҙ”, “Яҡут муйынсаҡ” сорттары һынау үтә. Был сорттар буйынса аныҡ ҡына һығымталар яһалмаһа ла, уларҙың бөгөнгө көнгә үҙҙәрен ыңғай яҡтан ғына күрһәтеүҙәре билдәле.

Венера ЗАРИПОВА,
Людмила ГОЛОВИНА.
(Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү
институты).

P.S. Әлегә емеш ҡыуаҡлыҡтары, шул иҫәптән, ҡурай еләге үҫентеләре баҙарға һатыуға сығарылмаған. Әммә аҙна-ун көндән орлоҡтар һәм үрсетмәләр менән сауҙа итеү ҡыҙасаҡ. Шуға ла әҙер үрсетмәләрҙе һатып алғанда улар­ҙың матур атамаларына ғына түгел, Башҡортостанда үҫерлекме-юҡмы икәнлегенә лә иғтибар итегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»