RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар бар, буласаҡ та!

13.04.2012 Халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар бар, буласаҡ та!

Халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар бар, буласаҡ та!
Башҡортостан – үҙенең күп милләтле булыуы, мәҙәниәттәр төрлөлөгө, был төбәктә йәшәгән халыҡтың традиция-йолаларының сағыу мозаикаһы менән айырылып тороуы менән уникаль төбәк. Республикалағы дәүләт сәйәсәтендә халыҡты мәҙәни ял менән тәьмин итеү, халыҡ һәм этник мәҙәниәттәрҙе һаҡлау, үҙешмәкәр сәнғәтте, халыҡ кәсептәрен, мәҙәниәт учреждениелары селтәрен үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Был мөһим бурыс­ты атҡарыу маҡсатында 1937 йылда республика Министрҙар Советының Сәнғәт эштәре идаралығы янында Халыҡ ижады йорто ойошторола ла инде.
Ул саҡта Ижад йорто 1116 үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге менән эшләй. Һабантуй, „ҡарға бутҡаһы” кеүек халыҡ байрамдарын ойоштороу менән шөғөлләнә, смотрҙар, декадалар үткәрә. 1953 йылда Мәҙәниәт министрлығы булдырылғас, Ижад йортон уның ҡарамағына күсерәләр. Район үҙәктәрендә мәҙәниәт һарайҙары, ауылдарҙа клубтар төҙөлә башлай. Үҙешмәкәр ижади коллективтар 1-се Бөтә Рәсәй ауыл ижади үҙешмәкәрҙәре конкурсының зона этаптарында юғары баһаға лайыҡ була. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Республика халыҡ ижады үҙәге һабантуй, „ҡаҙ өмәһе” кеүек байрамдарҙы, йыр, бейеү, тынлы инструменттар марш-парадын, ҡурайсылар, баянсылар конкурстарын, өзләү буйынса бәйгеләр ойоштора, халыҡ театрҙарында спектаклдәр бара. 1976 йылда „Ағиҙел” фотоклубы эшләй башлай, бер йылдан „Таң” үҙешмәкәр рәссамдар һәм һынлы сәнғәт оҫталары клубы асыла. 1976 йыл аҙағында, Республика халыҡ ижады йорто менән Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу фәнни-методик үҙәге берләштерелеп, Республика халыҡ ижады үҙәге булдырыла.
Был ойошманың бөгөнгө эшмәкәрлегендә халыҡ мәҙәниәтен үҫтереү, һаҡлау буйынса иң яҡшы традициялар әле лә һаҡлана. Үҙе эргәһендә мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәр­ҙәрен, ғалимдарҙы бергә туплап, үҙәк республика район-ҡалаларҙың ижади коллективтары етәкселәренә ҙур методик ярҙам күрһәтә. Учреждение хеҙмәткәрҙәре художество коллективтарына ярҙам итеп, социологик тикшеренеүҙәр, фольклор экспедициялары үткәрә. Үҙәк әле лә, элеккесә, республиканың ижади көстәрен бергә туплаған урын ул. Мәҙәни ял өлкәһендә квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә лә уның роле ҙур. Былтыр ҡумыҙ, өзләү, халыҡ бейеүҙәре буйынса мастер-клас­тар үткәрелгән. Гармунсылар һәм тальянсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн төбәк семинарҙары, заманса художестволы кейеҙ буйынса „Тамға” республика фестивалдәре сиктәрендә семинар-практикумдар, „ҡорама туй” республика фестивале уҙғарылды. Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү буйынса башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙең мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам күрһәтеү йөҙөнән бик күп семинар-практикум уҙғарыла, методик әсбаптар бирелә, ҡурай, ҡумыҙ кеүек инструменттар, башҡорт йырсыларының йырҙары яҙылған видеоаудиокассеталар ҙа тапшырыла. Үҙәктең уҡыу-методика бүлегендә репертуар-методик әсбаптар сығарыу эше лә яйға һалынған. Режиссерҙар әҙер сценарий­ҙарҙы ҡуллана ала. Үҙәктә ай һайын үткәрелгән сараларҙы, мәҙәниәт учреждениеларының ҡыҙыҡлы тәжрибәһен яҡтыртҡан „Байрам” тип аталған журнал сығарыла.
Халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар бар, буласаҡ та!
Башҡортостандың бай мәҙәни тормошонда халыҡ ижады фестивалдәре, байрамдары, конкурстары айырым урын алып тора. Ойошма йыл һайын 30-лаған республика, төбәк-ара, халыҡ-ара фестиваль, конкурс, күргәҙмә, семинар үткәрә. Милләт-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса ла әүҙем эш алып бара. Төрки йәштәренең „Урал моңо”, башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың „Дуҫлыҡ моңо” фестивалдәре бик күп талантты асты. „Берҙәмлек” халыҡ-ара фольклор фестиваленең концерттар программаһында райондарҙа йәшәүселәр ҙә донъя мәҙәниәте, сит ил бейеүҙәре менән таныша алды. Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған был фестивалдәр, әлбиттә, Бөтә Рәсәй, донъя масштабында Башҡортостандың абруйын тағы ла күтәрә, милләттәр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Икенсе яҡтан, сарала ҡатнашыусылар ҙа республикалағы мәҙәниәттәр менән таныша ала. „Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы ла сағыу бер тамашаға әүерелде. Был – башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа арналған берҙән-бер байрам. Балаҡатайҙа уҙғарылған „Рус йыры һәм таҡмаҡтары” төбәк-ара фестивале фольклор жанрҙарын һаҡлауҙа, был өлкәләге оҫталарҙы йәлеп итеүҙә ҙур роль уйнай. „Туған тел” татар йырын йәш башҡарыусылар конкурсы, „Самоцветы Прикамья” фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәте халыҡ-ара фестивале, милли театрҙарҙың „Алтын тирмә” төбәк-ара фестивале, „Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы әллә күпме яңы исем асырға ярҙам итә. „Ашҡаҙар таңдары” башҡорт фольклоры республика фестивале, ижад кешеләрен берләштергән „Илһам шишмәләре” байрамы, Республика ҡурай байрамы Баш­ҡортостандың мәҙәни тормошонда айырым урын алып тора. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы йыл һайын 500-ләгән ҡурайсыны бергә йыя. Был – ҡурай сәнғәтен пропагандалауҙа, милли инструменттарҙа уйнаусыларҙы асыҡлауҙа ҙур сара. Тарихи тамырҙарыбыҙҙы барлау маҡсатын ҡуйған Шәжәрә байрамдары һәр районда матур бер йолаға, сағыу тамашаға әүерелде. Республика кейеҙ байрамы, уның буйынса практик семинарҙар үткәреү онотолоп барған был кәсепте тағы ла популярлаштырыуға булышлыҡ итте. Хатта тәүге сарала ТӨРКСОЙ вәкилдәренең кейеҙ баҫыуҙы төрки донъяның матди булмаған художество мираҫы итеп иғлан итеү тураһындағы тәҡдим менән сығыш яһауы үҙе күп нәмә хаҡында һөйләйҙер.
Республика халыҡ ижады үҙәге үткәргән ҙур фестивалдәр проекттарының Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең йолаларын һаҡлауҙа, мәҙәниәтен үҫтереүҙәге әһәмиәте ҙур.
Үҙәк ярҙамын алған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән бәйгеләрҙә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә. Борай районының „Дуҫлыҡ” халыҡ бейеү ансамбле, Нефтекаманың „Виктория” бал һәм эстрада бейеүҙәре өлгөлө ансамбле, Әбйәлил районының „Миләш” халыҡ фольклор ансамбле, Ейәнсураның Нәжметдин Хәсәнов исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамблен үҙ райондарының ғына түгел, республиканың да визит карточкаһы тип атарға була. Республика халыҡ ижады үҙәге „Урал” халыҡ ижады галереяһын, инвалидтарҙың республика ижад йортон, „Ағиҙел” кинофотоклубын, „Арыҫлан Мөбәрәков” теплоходын, Нефтекама, Бәләбәй ҡалаларындағы филиалдарҙы ла үҙ эсенә алған. Ижадҡа яңы юл асҡан рәссамдар „Урал” галереяһында тәүге күргәҙмәләрен ойошторһа, бында халыҡ кәсептәре оҫталарының да эштәре ҡуйыла, кейеҙ баҫыу, ҡорама тегеү буйынса мастер-кластар үтә.
Үҙәк бөгөн 19 меңгә яҡын клуб, ойошма менән эшләй.
Мәҙәни мөхитебеҙҙә үҙ ерлегебеҙҙәге матур тамашалар ойошторола, район-ҡалаларҙа республикабыҙҙың йөҙөн күрһәтерҙәй халыҡ оҫталары, таланттары әҙерләнә икән, был мәҙәниәт учреждениеларының ярҙамсыһы булған Республика халыҡ ижады үҙәгенең матур хеҙмәте ул.

З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»