13.04.2012 Пеноблок? Газоблок? Саман!!!
Хәйбуллалар заман ауырлығына һылтанмайынса, ата-бабалар ысулы буйынса үҙҙәре һуҡҡан кирбестән йылы өйҙәр һала
2008 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Флүр Мырҙахановтың түмәрҙән өй һалып сығыуы хаҡында яҙғайным. Башҡаларҙы белмәйем, әммә таныш-белештәр араһында был ғәжәйеп төҙөлөш хаҡында хәбәр оҙаҡ ҡына йөрөнө. Ысынлап та, аптырарлыҡ шул: тотоп алып, артыҡ бәкәлгә һуҡмаҫлыҡ ҡына итеп өй төҙөһөндәр әле! Түмәр өй хаҡында яҙғас, балсыҡтан төҙөлгән өй хаҡында яҙмаһам, яҙыҡ булыр ул.
Саман, йәки икенсе төрлө әйткәндә, сей кирбес, башлыса, өйлөк ағасҡа ярлы яҡтарҙа − Урта Азия дәүләттәрендә, Кубанда, Украина тарафтарында киң ҡулланыш тапҡан. Беҙҙең яҡтарға килгәндә, Ырымбур далаларына күсеп килгән урыҫтар, уларҙан күреп, беҙҙең Хәйбулла районы халҡы ла саманды үҙ иткән. Әлеге ваҡытта урманлы зоналарҙа ябай халыҡҡа ағас лимиты кәмегәндә саманға көнөбөҙ ҡалыуы ла бик ихтимал. Шуға ла бер көндө махсус рәүештә Хәйбулла районына сығып, саман йорттарҙы барып күреп ҡайтырға булдым.
Аҡъяр ауылынан Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһы яғына киткән юлға төшөп, бер ун километр барһаң, Яңы Зиргән тигән ауылға етәһең. ҡатнаш халыҡ йәшәгән был ауылдағы өйҙәрҙең күпселеге самандан, тип электән ишеткәйнем.
Яңы Зиргән ауылы хакимиәте башлығы Мир Сәғәҙи улы ҡәйепов миндә булған мәғлүмәтте әҙерәк төҙәтеп, ысынбарлыҡҡа яҡынлатып ҡуйҙы:
− Эйе, был ауылда самандан һуғылған йорттар бик күп. Йөҙ йылдан ашыу ултырғандары ла бар, ти ҡайһы берҙәренең хужалары. Әйҙә, үҙәк урам буйлап йөрөп әйләнәйек, саман йорттарҙы күрһәтермен.
Саман өйҙәрҙең боронғоларын таныуы бик еңел: тыштан эзбиз менән ағартылған, ҡыйығы һалам менән ябылған да, өҫтөнән ыҡсым ғына итеп балсыҡ менән һылап, шымалап ҡуйылған була. Электр бағаналары, газ торбалары күренеп тормаһа, хет бөгөндән эргә-тирәләге ауылдарҙан төптән йыуан мәрйәләрҙе, көрәктәй һаҡаллы урыҫ ҡарттарын йыйып алып, Николай Гоголдең берәй әҫәре буйынса кино төшөр! «Вий», мәҫәлән, йә булмаһа, «Раштыуа алдынан булған төн».
Был ғәжәйеп өйҙәрҙе ҡарап бара биргәс, Мир ағайға һорау бирәм:
− Саман өйҙәрҙе кеше юҡтың көнөнән генә төҙәймө, әллә, ысынлап та, был яҡшы төҙөлөш материалымы? Ағас булмаһа ни, хәҙер бит әллә күпме төрлө кирбес, пеноблок, газоблок кеүек яңы төҙөлөш материалдары күп?..
− Йәне теләгән − йылан ите ашаған, тиҙәр бит. Минең улым, мәҫәлән, саманды үҙһенмәй, бетоноблоктан йорт һалып сыҡты. Самандан төҙөлгән өйҙәрҙе беҙҙең яҡтарҙа йылы булғаны өсөн яраталар. Әлбиттә, хаҡы арзан булыуы ла үҙенә ылыҡтыра. Мәҫәлән, бер саман кирбестең хаҡы яҡынса егерме һум. Уртаса ҙурлыҡ − 8х9 метрлыҡ йортҡа яҡынса 20 000 һумлыҡ саман кирбес китә. Юҡ ағасты эҙләп йөрөгәнсе, йәштәр ауыл осондағы балсыҡ карьерынан үҙҙәренә күпме кәрәк − шуның сама балсыҡ ала ла, өмәләп саман кирбес һуға, шунан өй күтәрә. Бына был өй, тыштан винил сайдингы менән көпләнһә лә, самандан төҙөлгән. Күршеһендәге йорт та, ҡыҙыл кирбес менән көпләнгән булыуына ҡарамаҫтан, саман йорт. Арыраҡ ултырған өсәүһе лә самандан.
− Аҡъярҙа йәшәүсе таныштарым, Яңы Зиргәндә Виталик исемле бер ир саман кирбес һуғып кәсеп итә, тип һөйләгәйне...
− Бар беҙҙә ундай кеше. Әйҙә, өйөнә һуғылайыҡ, ул урамдың теге осонда йәшәй.
Виталий Арманшиндың әле йәшәгән өйө «классик» саман өй булып сыҡты: үҙе лә, тәҙрәләре лә бәләкәй генә, ҡыйығы пирамидаль рәүештә ҡоролған, һалам менән ябып, өҫтән балсыҡ менән тап-таҡыр итеп шымалатып ҡуйылған, тәпәш.
Үкенескә күрә, Виталийҙы тап итә алманыҡ – балыҡҡа киткән булып сыҡты. Уның ҡарауы, ҡатыны Наталья иренең кәсебенең бөтә нескәлектәрен дә белә икән, барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе:
− Беҙҙең яҡта саман кирбесте бик ихтирам итәләр былай. Ирем йәй буйы баш баҫып эшләй, кешегә эшләп өлгөртә алмай. Ике улыбыҙ, ҡайһы саҡ үҙем дә ярҙамлашабыҙ. Машинаһына килгәндә, ҡәҙимге йөк машинаһы инде, «Зил». Фермала ташлап ҡуйылған ем бүрттергестең һауытын болғатҡыс валдары менән бергә кузов урынына ултыртып алды ла, шуның менән әҙерләй саманды. Мал һарайы алдында ултыра ул машина, барып ҡарайбыҙ, тиһәгеҙ.
Күпте күргән йөк машинаһының башына менеп киттем. Ысынлап та, кузовы эстән ике валлы бетон болғатҡысты хәтерләтә. Валдар сылбырлы тапшырыу аша артҡы тәгәрмәстәрҙән хәрәкәткә килтерелә. Анһат уйлап табылған икән шул: балсығыңды, һаламыңды, ат тиҙәген, һыуыңды тейешле нисбәттәрҙә тейәп алғас, машинаң менән ауылды бер урап сыҡһаң, кузовтағы балсығың тейешенсә болғатылып, иҙелеп, саман массаһына әүерелә. Тик аҙаҡ уны ҡайһылайтып аҡтарып алалар икән бынан?
− Һуң, артҡы борттан һерәйеп күренеп торған эт һыймалы торбаны күрмәйһеңме ни? Бортты артҡа ауҙара башлаһаң, барлыҡ масса шунан аға башлай, торбаны алдан әҙерләп ҡуйылған формаларға тоҫҡап ҡуйыуың ғына шарт.
ҡара һин уны! Нанотехнология, әтнәке!
− Саманды үҙегеҙҙең ауылдыҡылар ғына эшләтеп аламы? Әллә сит яҡта ла ҡулланалармы?
– Башлыса, аҡъярҙар һатып ала, унан ҡала, үҙебеҙҙекеләрҙән заказдар килә.
Урамда яңы күтәрелгән, әле кешеләре күсеп сыҡмаған саман йортто төртөп күрһәтәм:
− Ана-ау ултырған өйгә күпме саман китте? Бер кирбестең хаҡы күпме?
− Рәмзилдекенәме? 1200 саман һатып алғайнылар, ахыры.
Бер саман кирбесте былтыр 20 һумдан һатҡайныҡ.
− Кирбесте баҫҡандан алып төҙөлөштә ҡулланғанға тиклем күпме ваҡыт киптерергә кәрәк?
− Көндәр йылы торһа, ике аҙна киптерһәң, етеп тә ҡала. Боронғо йорттарҙың стена ҡалынлығы 50, хатта 60 сантиметр булған, улары оҙағыраҡ киптерелгәндер. Хәҙер иһә кирбестең яҫылығын 30 сантиметр итеп һуғыуға күскәндәр. Стенаның ҡалынлығы − 30 сантиметр, был ҡалынлыҡ артығы менән етә. Ҙур майҙанлы йорттарҙың стенаһын берәр метр күтәргәс, берәр аҙна кипкәнен, нығынғанын көтөп алалар. Бәләкәй йорттарҙы иһә бер көн эсендә күтәреп, өрлөк бүрәнәләре менән баҫтырып ҡуйһаң, шул етә.
Теория, әлбиттә, һәйбәт әйбер, әммә берәй саман өйҙөң эсенә инеп, стеналарын тотоп ҡарап, хужалары менән һөйләшкәндә күпкә уңайыраҡ булыр ине. Мир ағай менән икәүләп саман кирбес оҫтаһы Виталийҙың ҡаршыһындағы ҙур йорттоң ихатаһына үтәбеҙ. Тыштан сайдинг менән көпләнгән был йорт та самандан икән.
− Эйе, Рәшит ҡоҙам биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе, шуғалыр инде йортон ҙур итеп һалып сыҡҡайны.
Йорт, ысынлап та, елле шул − 19 метрға 11 метр! Рәшит ағай аптырап тормаған, батша һарайындай итеп һалған да ҡуйған. Саман хаҡында йорт хужаһы түбәндәгеләрҙе һөйләне:
− Саман йорт ҡышын йылы, йәйен һалҡынса була. Стеналарын 40 сантиметр итеп һалдыҡ. Кирбестәрен үҙебеҙ һуҡтыҡ. Ул ваҡытта ни, дуҫ-иш, туған-тыумасаны йыйып, бер һарыҡ һуяһың да, иртәнән кискә тиклем күмәкләп саман кирбес һуғаһың инде. Тәүҙә балсыҡты ат менән баҫа инек, һуңғараҡ «К − 700», «ДТ − 75» тракторҙары менән баҫа башланылар. Носилка кеүегерәк, тик төбө булмаған формаға саман массаһын тапап тултыраһың да, форманы өҫкә тартып алаһың, ә саман кирбес ерҙә ятып ҡала.
Йортом ҙур булғас, ҡабаланмай, яйлап күтәрергә тура килде. Ун бер метрлыҡ өрлөк бүрәнәләре табып булмай бит, шуға йорт уртаһынан ауырлыҡ күтәреүсе капиталь стена ла эшләп, өрлөктәрҙе ялғап һалып барҙыҡ. Унлаған ир-ат саманды рәткә теҙеп стена күтәреп бара, берәр олораҡ ҡарт, стенаны тегеләйерәк ауҙарығыҙ, был яҡҡа тигеҙләгеҙ, тип, стеналарҙың ҡырынаймауын күҙәтеп барһа, шул еткән инде. Ошо ҙур йортто йылытыр өсөн айына газға 2000 – 2500 һумдай аҡса китә. Был ҡиммәт түгел, тип иҫәпләйем. Стеналарына ҡыйыҡтан һыу ағып төшөп, балсыҡты ебетмәһә, саман йортҡа бер ни ҙә булмай, ултыра бирә. Аҡтарайым тиһәң, лом менән байтаҡ ҡына көс сарыф итергә тура киләсәк − саман шул хәтлем ныҡ ҡата.
Бына шундай төҙөлөш материалы ул саман: арзан да, ныҡ та. Әлеге ваҡытта ғәҙелһеҙ рәүештә онотолған булыуына килгәндә, бәлки, әҙерәк халыҡ хәтерен яңыртып ебәреү генә кәрәктер? Онотолған, тиеүем дә шартлыса ғына инде: интернетта соҡоноп ултыра торғас, Ырымбур өлкәһенең ҡыуандыҡ ҡалаһындағы «Долина» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан сығарылған «КСМ – 10.00» тигән агрегат хаҡында мәғлүмәт табып алдым. Был ғәләмәт, баҡтиһәң, балсыҡты, йә балсыҡлы тупраҡты, бик булмаһа, ҡәҙимге тупраҡты тығыҙлап, саман кеүегерәк кирбестәр һуға икән. Тик, хаҡы бигерәк елле шул − 1000 000 һум!